Рәүиз документтары (Йән башын иҫәпкә алыу)

Рәүиз документтары — Рәсәй империяһында һалым һалыуҙы юлға һалыу маҡсатында XVIII быуаттың беренсе яртыһы - XIX быуаттың икенсе яртыһында үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен сағылдырған документтар. Рәүиз документтарында ғаилә башлығының фамилияһы, исеме, атаһының исеме, уның йәше, ғаилә ағзаларының исемдәре һәм аталарының исемдәре һәм фамилиялары (әгәр булһа), йәше, ғаилә башлығына нисек туған булыуы күрһәтелеп, теге йәки был тораҡ пунктын биләгән халыҡтың исемлеге бирелә. Рәүиз документтарында ир-егттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны иҫәпкә алына, әммә дөйөмләштерелгән таблицаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар бер ҡасан да күрһәтелмәй.

Рәүиз документтары
Ил

Рәсәй

Ҡалаларҙа рәүиз документтарын ҡала идаралығы вәкилдәре, ә дәүләт крәҫтиәндәре йәшәгән ауылдарҙа — старосталар, шәхси милектә булған утарҙарҙа — помещиктар йәки уларҙың идарасылары тарафынан тултырыла.

Рәүиздәр араһындағы йылдарҙа рәүиз документтары тулыландырылып тора. Ағымдағы халыҡ иҫәбен теүәлләү сараһы барышында кешенең тораҡ пуктында йәшәүе, йәки йәшәмәүе (йәшәмәгән осраҡта вафаты, ҡасып китеүе, ҡыуып сығарылыуы, һалдатта булыуы һәм башҡа төрлө сәбәптәр күрһәтелә). Теүәлләү буйынса мәғлүмәт аортабанғы йылға теркәлә, шуға күрә һәр йән башы киләһе рәүизгә тиклем был тораҡ пунктында йәшәгәндәр иҫәбенә индерелә (хатта вафат булған осраҡта ла). Һөҙөмтәлә йән башына һалынған һалым күләме кәмемәй, өҫтәүенә алдау менән шөғөлләнгәндәргә юл аса (был факт Н. В. Гоголдең «Үлек йәндәр») әҫәренә сағылдырыла.

Хәҙерге заманда рәүиз документтары генеалогик тикшеренеүҙәр барышында, шулай уҡ нәҫел шәжәрәләрен төҙөгән ваҡытта иң мөһим сығанаҡ булып тора.

Йәш башын иҫәпкә алыу (lang-ru подушная перепись (ревизия)) — яңы иҫәп берәмеге нигеҙендә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу (ревизия). Урыҫ дәүләтендә файҙаланылған «тягловый двор» термины урынына XVI—XVII быуаттарҙа халыҡ иҫәбен алыуҙа йән башы (душ) термины файҙаланыла башлай, һәм халыҡ, йәки мал иҫәбен алғанда ошо термин ҡулланыла.

Йән башын иҫәпкә алыу Петр I батшалыҡ иткән дәүерҙә, 1718 йылда башлана[1].

Бөтәһе 10 рәүиз (ревизия) була.

I 1719
II 1743
III 1761
IV 1782
V 1794
VI 1811
VII 1815
VIII 1833
IX 1850
X 1857

XVIII быуат башында йән башына һалым һалыу индерелә, ошо маҡсат өсөн «ир-егет йәне» — «мужская душа» тигән термин ҡулланыла башлай. Һалым һалыуҙың яңы системаһына ярашлы халыҡ иҫәбен алыу өсөн дә яңы форма — рәүиз (ревизиялар), йәғни йән башын иҫәпкә алыу ҡулланыла. Рәсәйҙә бөтәһе 10 рәүиз үткәрелә:

  1. Петр I 1718 йылдың 26 ноябрендә 1-се рәүиз сараһын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Ул Сенаттың 1719 йылдың 22 ғинуарындағы Указы баҫылып сыҡҡандан һуң башлана һәм 1727 йылға тиклем дауам итә. урыҫтар һәм башҡа халыҡтарҙың күбеһе, башҡорттарҙан башҡа, иҫәпкә алына. Тәүге рәүиз Балтик буйында, Малороссия, Слободскую Украина Слободаһында үткәрелмәй, шулай уҡ урыҫ губерняларында йәшәгән черкестарға ла ҡағылмай. Аҙағыраҡ бөтә территорияларҙа ла урындағы власть тарафынан халыҡ иҫәбе алына, йәки халыҡты иҫәпкә алыуҙың башҡа формалары ҡулланыла (мәҫәлән, Малороссияла ихаталар һәм казаклыҡта булғандар иҫәпкә алына).
  2. 2-се рәүиз 1743 йылдың 16 декабрендә указ баҫылып сыҡҡандан һуң 1744 йылдан 1747 йылға тиклем үткәрелә. Уны үткәргәндә лә был сара ҡайһы бер халыҡтарға ҡағылмай: башҡорттарға, татарҙарҙың бер өлөшөнә, себер ҡәбиләләренә, лопарҙарға. Малороссия территорияһында ла 2-се рәүиз үткәрелмәй. Әммә 2-се рәүиз сараһы халыҡтың 1-се рәүизгә ылыҡтырылмаған ҡайһы бер категорияларында ла үткәрелә. Атап әйткәндә, финдар йәшәгән Ингерманландияла рәүиз саралары үткәрелә, был юлы урыҫ ерендә йәшәгән черкастар һәм Слобода полктарында, шулай уҡ православие динен ҡабул иткән сит ил граждандары ла иҫәпкә алына. Сенаттың 1746 йылдың 22 мартындағы указы нигеҙендә иҫәпкә алынған халыҡтың этник сифаты теркәлергә тейеш була, әммә суҡындырылған сит дин кешеләренә был талап ҡағылмай.
  3. Өсөнсө рәүиз 1762 йылда башлана һәм 1764 йыл урталарында тамамлана. Хөкүмәт рәүиз документтарына ҡатын-ҡыҙ затынан булғандарҙы ла иҫәпкә алырға ҡуша. Быға тиклем уларҙың һаны ир-егеттәр һанын икегә ҡабатлау юлы менән иҫәпләнгән була. Шулай итеп, 1763 йылда Рәсәйҙә 23.200 мең кеше йәшәүе асыҡлана. 3-сө рәүиз башланыуға иҫәпкә алынасаҡ халыҡ категориялары исемлеге аныҡ билдәләнелә һәм рәүиз саралары ваҡытында ҡулланыласаҡ документтар формалары төҙөлә. Рәүиз документтарының берҙәм баҫма формаһы булдырыла, һәм ул 10 рәүиз саралары дауамында тайпылышһыҙ күүҙәтелә. Рәүиз документтарында ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ енестәре тураһында мәғлүмәттәр — фамилияһы, исеме, атаһының исеме, яҡынса йәше, ниндәй ҡатламға ҡарауы, йәшәгән урыны — теүәл итеп тултырыла.
  4. 1781—1783 йылдарҙа 4-се рәүиз үткәрелә. Бынан алдағыларынан айырмалы рәүештә ул тотош Рәсәй территорияһында үткәрелә, быға тиклем урындағы иҫәп алыуҙар ғына ҡулланылған сик буйы райондарын да үҙ эсенә ала. Унда «суҡындырылмаған сит дин кешеләре» генә түгел, ә «яңы ғына суҡындырылғандар» ҙа этник йәһәттән кем булыуҙарын күрһәтергә тейеш була. Күптән инде православие динен ҡабул иткән этник берләшмәләр: белорустар, поляктар (Рига ҡалаһында йәшәгәндәренән башҡалары), латыш, эстон, ижорлы, карел, фин, коми, коми-пермякотар һәм башҡалар айырып күрһәтелмәй.
  5. Бишенсе рәүиз 1794 йылдың 23 июнендәге указ буйынса үткәрелә һәм 1796 йылдың башына тамамланырға тейеш була. Документтар формулярҙары 4-се рәүиздәге кеүек ҡала. Уның йоғаҡтары буйынса Рәсәйҙә 28.300 мең кеше йәшәй.
  6. Алтынсы рәүиз 1811 йылда башлана, һәм 1812 йылғы һуғыш уны үткәреүгә ауырлыҡтар тыуҙыра.
  7. 7-се рәүиз 1815 йылда башлана, һәм рәүизгә һөнәр буйынса пункт өҫтәлә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың енесе тураһындағы мәғлүмәттәр айыным бағанаға теркәлә һәм рәүиз документының уң яҡтағы өлөшөнә тултырыла.
  8. Һигеҙенсе рәүиз 1833 йылда башлана.
  9. Туғыҙынсы рәүиз 1850 йылда башлана.
  10. Унынсы рәүиз 1857 йылда башлана.

Рәүиз материалдары түбәндәге мәғлүмәттәрҙе бирә: мәғлүмәт биреүсенең ниндәй ҡатламға ҡарауы; йәше; фамилияһы (әгәр булһа); исеме; тыуған урыны һәм атаһының исеме; даими йәшәү урыны; ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ енесенә ҡараған балалары (1-се, 2-се. 6-сы рәүиздән башҡаларында), уларҙың тыуған ваҡыты һәм тыуған урындары; туғандары һәм «уларҙа ялланып эшләүселәр»ҙең фамилиялары, исемдәре, йәштәре һәм ниндәй ҡатламға ҡарауҙары күрһәтелә; ҡаҙнаға түләнгән һалым күләме; мөлкәте (һәр осраҡта түгел); 1 — 5-се рәүиздәрҙә милләте; 1-се рәүиздә физик етешһеҙлеге (зәғиф йәки һуҡыр булыуы). Рәүиздәр документтарында һанап үтелгән халыҡ категориялары: мещан ҡатламына ҡарағандар, сиркәү хеҙмәткәре, һалдат, цех эшселәре, сауҙагәрҙәр, крәҫтиәндәр. Крәҫтиәндәр түбәндәгесә бүленә: ирекле игенсе, бер ихата тотоусы, яңғыҙ көн итеүсе, черносошный, хеҙмәтсе, иҡтисади, удел. Хәрби хеҙмәттең варианттары түбәндәгесә: рекрутҡа тапшырыу, һуғышсы итеп тапшырыу, ополчениела хеҙмәт итеү, арестант ротаһына биреү. Халыҡтың бер урындан икенсе урынға күсенеүе тураһындағы мәғлүмәт бик мөһим тип иҫәпләнелә, рәүиз документтарындағы варианттар: күсерелеү, үҙ аллы күсенеү, күсерелеү, ҡайҙалыр юғалып тороу, ҡасып йөрөү, иреккә ебәрелеү.

Рәүиз документтарындағы етешһеҙлек: Недостатком ревизий считается не включение сведений огромной группы освобожденных от учета: дворяндар; дәүләт хеҙмәткәрҙәре; йортта белем биреүселәр; түбәнге хәрби чиндар (дон, Ҡара диңгеҙе һәм башҡа казактар); почётлы граждандар; почта һәм театр ведомстволарына ҡарағандар; все лица получившие ғилми, медицина, академик дәрәжәһенә эйә булғандар; ҡаҙна заводтары мастерҙары һәм башҡа ҡайһы бер категорияларға ҡараған граждандар.

Бөтә 10 рәүиздең дә документтары тулыһынса һаҡланмаған һәм теркәлеү үтмәгән. Һаҡланғандарын да тикшеренеүселәргә биреҙән йыш ҡына баш тарталар. Сөнки улар тегеп ҡуйылырға һәм яҡшы торошта булырға тейеш. Рәүиздәр документтары: РГАДА, РГИА, шулай уҡ төбәк архивтарында һәм ҙур булмаған өлөшө шәхси фондтарҙа һаҡлана.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шапошникова С.В., Гражданкин Н.В. Исторические аспекты развития земельного налога // Проблемы управления рыночной экономикой. — 2014. — Т. 2. — № 15. — С. 377—381.