Рәшиҙә

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Рәшиҙә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Рәшиҙә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Рәшиҙә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе дөрөҫ, тура юлдан барыусы, батыр, ҡыйыу тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы (19 июль 1947 йыл) — дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ЗАГС идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1998 йылдан Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2021) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2017). Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты.

Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы (10 май 1942 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).

Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (8 февраль 1965 йыл) — башҡорт журналисы, ғалим. 1995 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1999). Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004).

Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы (24 октябрь 1925 йыл — 13 декабрь 1998 йыл) — театр актёры, йырсы (меццо-сопрано). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).

Бикмәтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы, Рәшиҙә Бик (21 октябрь 1952 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе балалар яҙыусыһы, шағир. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» Милли әҙәби (2013) һәм төрлө кимәлдәге башҡа, шул иҫәптән халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты.

Рәшиҙә Йыһаншина (1917—2013), РСФСР-ҙың (1981), ТАССР-ҙың (1966) халыҡ артисы, 1964—1975 йылдарҙа Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры директоры[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡадир Даяндың «Рәшиҙә» поэмаһы, 1934 йылда донъя күрә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ