Рәсәй культурология институты

Рәсәй культурология институты (РИК) — 1932—2014 ғәмәлдә булған Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты.

Рәсәй культурология институты
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы РИК
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Берсеневская набережная 18-20-22 c1[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Берсеневская набережная 18-20-22 c1[d], Якиманка[d], Центральный административный округ[d], Мәскәү, Рәсәй
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 23 ғинуар 2014
Субъект присоединился к Российский научно-исследовательский институт культурного и природного наследия имени Д. С. Лихачёва[d]
Карта

Институттың тарихы

үҙгәртергә

Институтҡа нигеҙ һалыу

үҙгәртергә

Рәсми рәүештә институттың тарихы 1932 йылда, РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының ҡарарынан башлана, уға ярашлы РСФСР-ҙың наркомпросы ҡарамағында Үҙәк ғилми-тикшеренеү институты ойошторола. Әлеге институт крайҙы өйрәнеү ысулдарын өйрәнә, ә уның беренсе директоры итеп М. П. Потемкин тәғәйенләнә[1]. Институт алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла: идеология яғынан тотороҡло булған тыуған яҡты өйрәнеү методологияһын булдырыу, "Бишъйыллыҡ станоктары өсөн " сеймал эҙләү һәм тыуған яҡты өйрәнеү эшен ойоштороу[2]. Тәүге үҙ аллы ялан тикшеренеүҙәрен Институт хеҙмәткәрҙәре Мәскәү — Волга каналында алып баралар, шуға бәйле кәрәкле төҙөлөш материалдары эҙләүҙәр ойошторола, бер үк ваҡытта тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары тикшерелә, сөнки улар төҙөлөш һәм һуғарыу эштәрен үткәргән саҡта зыян күреүе ихтимал. уларҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле төҙөлөш материалдары эҙләргә кәрәк; бер үк ваҡытта мәҙәниәт һәм һәйкәлдәрҙең тарихын өйрәнелә. 1932 йылда Институт хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Мәскәүҙәге метрополитен төҙөлөшө ваҡытында табылған археология һәйкәлдәрен тикшереүҙә ҡатнашалар.

Институт өсөн фәнни-методик эш программаларын эшкәртеү, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса инструкциялар һәм ҡулланмалар сығарыу өсөн нәшриәт бүлеге асыла. 1933 йылда институттың журнал баҫтырырға була «Совет краеведение» Институт «Советское краеведение» (1930—1936 йылдарҙа) журналын баҫтыра башлай. 1937 йылда РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан «Тыуған яҡты өйрәнеү эшен урындарҙа һәм үҙәктә үҙгәртеп ҡороу тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә әлеге ҡарарға ярашлы Институ Юғары музей курстары менән берләштерелә һәм Ғилми-тикшеренеү тыуған яҡты һәм музей эшен институты тип исемләнә башлай[3]; уның сиктәрендә системалы һәм методик консультатив эште тәьмин итеү өсөн уМетодик кабинет булдырыла. Бөйөк ватан һуғышына тиклем бер нисә көн ҡалғас, Институтҡа Берсенев набережныйында Аверкий Киориллов Палаталарында бүлмәләр бүленә[4], һәм эш осоронда Институт һуңғы көндәренә тиклем ошо бүлмәләрҙе биләйүҙенең барлығын биләй.

Институт Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

үҙгәртергә

Һуғыштың тәүге көндәренән алып Институт хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт ҡомартҡыларын һәм музей коллекцияларын ҡотҡарыу буйынса эшкә ҡушылдылар, бигерәк тә окуупацияланған территорияларҙа ҡалғандарҙы, уларҙың башланғысы менән фашизм менән көрәште сағылдырға материалддарҙы йыйыу башлана. 1942 йылда СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советының Дәүләт ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡушыуы буйынса[5], Институт СССР-ҙағы тарихи-көнкүреш һәм тәбиғи-тарихи музей коллекцияларына килтерелгән зыянда билдәләү өсөн ҡулланыла торған баһалау принциптарын әҙерләйҙәр.

Институттың һуғыштан һуңғы үҫеше

үҙгәртергә

1947 йылдың апрель аҙаҡтарында Институт Комиссариат яғынан тәнҡиткә дусар була[6], шул уҡ йылдың декабрендә уның директоры Н. М. Коробков м. (1897—1947) алдынғы хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһен үткәрә, унда Институттың эшмәкәрлегендә яңы йүнәлештәр һәм артабанғы үҫеш юлдары билдәләнә[7]. 1948 йылда Институттың ике киңңәйтелгән сессияһы үткәрелә. Мзей хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡиға бик юғары баһалайҙар, тап ошо осрашыуҙарҙан һуң музейҙар ғилми учреждениелар булараҡ ҡарала башлай[8]. .

1948 йылдың октябренән алып урынан шылдырылмағн һәйкәлдәр яңы функциональ һәм музей системаларына индерелә башлай. 1949 йылда Иститутта квалификацияны камиллаштырыу курстарына нигеҙ һалына.

1955 йылда Институт ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә[9], ә 1966 йылда — РСФСР мәҙәниәт министрлығының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә[10]. 1950 йылдарҙың уртаһынан Институт хеҙмәткәрҙәре тарафынан фундаменталь хеҙмәттәр нәшер ителә башлай: «Совет музей ғилеме нигеҙҙәре» (1955) коллектив монографияһы, музей экспозицион эшмәкәрлеге буйынса А. И. Михайловскаяның эштәр серияһы һәм башҡалар. 1960-сы йылдарҙа уҡ нәшер ителгән ете «Очерк» Рәсәй музей тарихы эшен ойоштороу буйынса эҙмә-эҙлекле эштең һөҙөмтәһе булып тора[11]

1969 гйылдан башлап Институт мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты тип атала башлай[12]. Институт иҡтисади һәм социологик тикшеренеүҙәр -ткәрә, массауи мәҙәни-ағартыу учреждениеларының эшмәкәрлеге өйрәнелә, шулай уҡ һәйкәлдәрҙе ҡулланыу һәм һаҡлау өлкәһендә дәүләт һәм йәмғиәт ойошмаларының бәйләнештәре тикшерелә. Шул уҡ йылдарҙа мәҙәниәт тарихына бағышланған эштәр баҫтырыла башлай.

1980-се йылдарҙағы күтәрелеш һәм артабанғы үҫеш

үҙгәртергә

1980-се йылдар Институ тарихына яңы, етди күтәрелеш булараҡ инә[13]. Мәҫәлән, РСФСР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Институт булышлығында тармаҡ социологик хеҙмәт уңышлы эшләй,Институт үҙе эшлекле уйындар үткәреү үҙәге булараҡ билдәлелек ала. Шул уҡ йылдарҙа Фәндәр академияһы менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыла.

Музей ғилеме һәм мираҫты өйрәнеү элеккесә Институт эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып ҡала, әммә ошо уҡ ваҡытта башҡа төрлө тикшереүҙәр барлыҡҡа килә[14].

Әлеше тикшереүҙәр Институтты культурология проблемаларын ҡуйыуға күсеүҙе тәьмин итә, ә һуңынан — уларҙы өйрәнеү. 1989 йылда Институттың директоры итеп һайлана К. Э. Разлогов һайлана, Институт тиҙҙән Рәсәй культорология институты итеп үҙгәртелә (1992). 1993 йылда Омск ҡалаһында Институттың Себер филиалы, 1997 ылда— Санкт-Петербург бүлексәһе, ә 2012 йылда — Краснодар ҡалаһында Көньяҡ филиалы асыла.

1990-сы йылдарҙа алып Институтың тикшеренеү тематикаһы байтаҡҡа киңәйтелә, уның хеҙмәткәрҙәренең эштәре заманса мәҙәниәте системаһынң дөйөм эшмәкәлегенә йүнәлтелә. Айырым эшмәкәрлек йүнәлеше булараҡ Культурологик экспертиза бүленеп сыға.

Мәҙәниәт проблемаларын киң методологик, географик һәм ваҡыт диапазонында өйрәнеү Институттың төп бурысына әүерелә. Институттың тикшереүҙәре киләүе йүнәлештәр буйынса алып барыла: теоретик, тарихи һәм практик культурология, гуманитар тикшеренеүҙәр. Мәҙәниәт теорияһы, социаль-мәҙәни антропология, модернизация проблемалары, художестволы процестың тарихы һәм теорияһы буйынса тикшереүҙәр барлыҡҡа килә. 2001 йылда «Рәсәй музей энциклопедияһы» нәшер ителә, артабан Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәре өсөн «Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре исемлеге» сығарыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәте тамамлана. .

2014 йылда институтты бөтөрөү

үҙгәртергә

2013 йылда «оптималләштереү» лозунгыһы аҫтында Мәҙәниәт министрлығы ведомствоһы ҡарамағындағы ғилми учреждениелар сиктәрендә Интституттың реформалауы башлана. Тиҙҙән Институт Рәсәй тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы буйынса ғилми-тикшеренеү институты менән ҡушыла[15]. Штатты ҡыҫҡартыу планына ярашлы, 127 ғилми хеҙмәткәрҙән (2013 йылдың аҙағында) 97 кеше ҡалырға тейеш була, әммә ысынында 20 кеше ҡала, ҡалғандары эште ҡалдырырға һәм Мираҫ институтына күсергә мәжбүр булалар[16].

2014 йылдың 23 ғинуарында ике институттың ҡушылыуы тураһында ҡарар ҡабул ителә[17].

Директорҙары

үҙгәртергә
  • 1932—1933 — М. П. Потемкин
  • 1933, в.в.б. — ф.ф.д. И. Г. Клабуновский
  • 1933—1935 — А А. Канчеев
  • 1935—1937 — П. М. Никифоров
  • 1938—1941 — А А. Ширямов
  • 1942—1945, в.в.б. — И. П. Кряжин
  • 1945—1947 —т.ф.к. А. Д. Маневский
  • 1947, и. о. — т.ф.к. Н. М. Коробков
  • 1948, и. о. — П. И. Галкин
  • 1948—1951 — Ф. Н. Петр
  • 1951—1958 — т.ф.к.. Г. А. Новицкий
  • 1959—1971 — т.ф.к.. А. С. Хануков
  • 1972—1982 — т.ф.д. Т. А. Кудрина
  • 1983—1988 — .филос.ф. д. В. Б Чурбанов
  • 1988—1989 — филос.ф. д. Л. Г. Ионин
  • 1989—2013 — сәнғәт ғилеме докторы К. Э. Разлогов
  • 2013—2014 — т.ф.д. А. В. Окороков

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Публикации НИИ культуры, 1976—1985 гг.: реф. сб. — Ч. 1-2. — М., 1988.
  • Публикации НИИ культуры, 1985—1990 гг.: библиогр. указ. — М., 1991.
  • Публикации Российского института культурологии, 1991—1997 гг.: библиогр. указ. — М., 1997.
  • Публикации Российского института культурологии, 1992—2002: библиогр. указ. — М., 2002.
  • Публикации Российского института культурологии, 2002—2007: библиогр. указ. — М., 2007.
  • Публикации Российского института культурологии. 2007—2012: библиогр. указ. — М., 2012.
  • Рублевская, С. А.; Томилов Н. А. Сибирский филиал Российского института культурологии в 1993—1997 гг. Научные издания Сибирского филиала Российского института культурологии в 1993—1997 гг. // Культурологические исследования в Сибири. — Омск, 1999. — Вып. 12. — С. 129—141.
  • Публикации ведущих сотрудников Российского института культурологии: библиогр. указ. — М., 2007. — 298 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ГАРФ. Ф. Ф-2306, Оп. 69, Д. 2144, Л. 60.
  2. Потемкин М. Центральные Научный исследовательский институт методов краеведческой работы // Сов. краеведение. 1932. № 8-9. С. 30-32.
  3. ГАРФ. Ф. А-259, Оп. 24,. Д. 131, Л. 7 и Ф. А-2306. Оп. 69. Д. 2270. Л. 83.
  4. НА РИК. Оп. 3.1, Ед. хр. 110, Л. 65; Оп. 6, Ед. хр. 91, Л. 137.
  5. Фролов А. И. Из истории становления музееведческих центров России // Музей и власть : сб. науч. тр. М., 1991. Т. 2. С. 87-88.
  6. ГАРФ. Ф. А-534. Оп. 1. Д. 27. Л. 182—183.
  7. ОР РГБ. Ф. 571. К. 1. Ед.хр. 32.
  8. Шулепова, Э. А. Российский институт культурологии: взгляд старожила
  9. ГАРФ Ф. А-259, оп. 1, д. 731, л. 105—110.
  10. ГАРФ Ф. А-259, оп. 1, д. 22278, л. 4-9.
  11. Шулепова Э. А. К 70-летию Российского института культурологии: этапы, исследователи, проблемы // От краеведения к культурологии : Российскому институту культурологии — 70 лет / М-во культуры РФ. Рос. ин-т культурологии; ред. кол.: К. Э. Разлогов (отв. ред.) и др. — М., 2002. — С. 10.
  12. ГАРФ Ф. А-259, оп. 1, д. 5926, л. 190—191.
  13. Шулепова Э. А. К 70-летию Российского института культурологии: этапы, исследователи, проблемы // От краеведения к культурологии : Российскому институту культурологии — 70 лет / М-во культуры РФ. Рос. ин-т культурологии; ред. кол.: К. Э. Разлогов (отв. ред.) и др. — М., 2002. — С. 11.
  14. Шулепова Э. А. К 70-летию Российского института культурологии: этапы, исследователи, проблемы // От краеведения к культурологии : Российскому институту культурологии — 70 лет / М-во культуры РФ. Рос. ин-т культурологии; ред. кол.: К. Э. Разлогов (отв. ред.) и др. — М., 2002. — С. 12.
  15. Новости министерства 2014 йыл 1 февраль архивланған. // Официальный сайт Министерства культуры РФ, 22.01.2014.
  16. НИИЧАВО: НИИ культурологии не дожил до понедельника / Культура / Независимая газета. www.ng.ru. Дата обращения: 7 март 2020.
  17. Новости министерства 2016 йыл 18 август архивланған. // Официальный сайт Министерства культуры РФ, 23.01.2014.
  • Шулепова Э. А. К 70-летию Российского института культурологии: этапы, исследователи, проблемы // От краеведения к культурологии: Российскому институту культурологии — 70 лет. — М., 2002. — 372 с. — С. 5-14.
  • Астафьева, О. Н. Диалог накануне юбилея / О. Н. Астафьева, К. Э. Разлогов // Культурологический журнал [Электронный ресурс]. — 2012. — № 1 (7). — № гос. регистрации 0421200152/0013.[1]
  • Кудрявцева, Е. Б. Образование и первые годы существования Института // Культурологический журнал [Электронный ресурс]. — 2012. — № 2 (8). [2]
  • Поляков Т. П. Из истории Российского института культурологии: музееведение как одно из приоритетных направлений деятельности // Культурологический журнал. 2018. № 1 (31).

Һылтанмалар

үҙгәртергә