Рәсәй Федерацияһының социаль картаһы
Рәсәй Федерацияһының социаль картаһы — Рәсәй төбәктәрендәге социаль үҫеш кимәлен күҙәтеп барыусы мәғлүмәти-аналитик интернет-портал. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының уртаҡ проекты. Авторы — алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, йәмәғәт эшмәкәре Елена Николаева.
Рәсәй Федерацияһының социаль картаһы | |
URL: | |
---|---|
Коммерция: |
юҡ |
Сайт тибы: |
Мәғлүмәти-аналитик портал |
Теркәлеү: |
Теркәлеү бушлай |
Теле: | |
Милексе: | |
Автор: | |
Эшләй башлаған: |
Тарихы
үҙгәртергәСайт 2011 йылда барлыҡҡа килә. Портал эшләү идеяһы — Елена Николаеваныҡы. Проекттың етәксеһе итеп Светлана Заякина тәғәйенләнә.
Төрлө ваҡытта сайттағы аналитик мәҡәләләрҙең авторҙары: Ефим Рачевский, Евгений Велихов, Александр Гезалов, Максим Топилин һәм башҡалар.
2012 йылда Рәсәйҙә «социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге иң күләмле проект» тип таныла[1]. Порталға нигеҙ һалған Елена Николаева «Изгелек импульсы» тигән премия менән бүләкләнә.
Эш принцибы
үҙгәртергәСайтта хәбәр ителеүенсә, порталдың төп бурыстары — Рәсәй халҡының социаль хәлендәге үҙгәрештәр динамикаһын күрһәтеү, мәғлүмәт асыҡлығы тәьмин итеү, власть, бизнес һәм граждандар йәмғиәтенең бер-береһен аңлауына өлгәшеү. Сайтта һәр аныҡ төбәктең көнүҙәк социаль проблемалары тураһында мәғлүмәт табырға, төрлө социаль йүнәлештәрҙә төбәктәрҙең рейтингын тикшерергә була.
Шулай уҡ сайтта мәғлүм ителеүенсә, портал социаль ярҙам күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыу һәм граждандарҙың социаль яҡланмаған төркөмдәренә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән эш табыуҙа ярҙамлашыу маҡсатын ҡуя.
Порталда түбәндәге мәғлүмәттәр бар (тулы булмаған исемлек):
- Рәсәй Федерацияһының һәр субъектының социаль хеҙмәттәре менән бәйләнешкә инеү өсөн белешмә;
- субъекттың норматив-хоҡуҡи базаһы буйынса белешмә;
- төбәктәрҙең социаль өлкәгә йүнәлтелгән бюджеттары тураһында мәғлүмәттәр;
- субъекттың социаль именлек кимәле тураһында мәғлүмәттәр;
- социаль өлкәләге вакансиялар;
- һәр төбәктең бөтә социаль инфраструктураһы тураһында белешмә.
Сайтта мәғлүмәттәр федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларын автоматик күҙәтеү юлы менән яңыртылып тора. Уның һөҙөмтәләре буйынса сайттың интерактив картаһында теге йәки был төбәк тәңгәлендә ҡыҙыл йә йәшел ут «тоҡана», ул кире йә ыңғай социаль күренештәр тураһында хәбәр итә.
Сайтты ҡулланыусылар Йәмәғәт палатаһында ижтимағи экспертиза үтеүсе закон проекттарына үҙ фекерҙәрен яҙа, властарҙың хоҡуҡ боҙоусы ғәмәлдәре тураһында хәбәр итә ала. Бынан тыш, шәхсән мөрәжәғәт итеп, белгес консультацияһы алырға йәки форумдар аша Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы эксперттарына проблема хаҡында хәбәр итергә мөмкин.
Ҡәрҙәш проекттар
үҙгәртергәПорталдың бер нисә ҡәрҙәш проекты бар. Шуларҙың береһе — «СоДействие» социаль проекттар фестивале, ул Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы булышлығында үткәрелә. Тағы бер проект — «Социаль форум» — коммерцияға ҡарамаған ойошмалар проекттары конкурсы.
2011 йылда форумда Рәсәй Олимпия комитеты президенты Александр Жуков, иҡтисадсы Татьяна Голикова, хирург Леонид Рошаль, журналист Максим Шевченко ҡатнашты.
Сервисҡа ҡарата тәнҡит
үҙгәртергәСайт Рәсәй Федерацияһының социаль үҫешенә ярҙам итә торған күләмле проект булырға тейеш ине. Ғәмәлдә ул интернет ҡулланыусылар иғтибарын яулай алманы. Төрлө форумдарҙа ябай кешеләр яғынан «Рәсәй Федерацияһының социаль картаһы» сайтында яңылыҡтарҙы тере кеше түгел, ә компьютер модерациялауы, был уның эшендә кире сағылыш табыуы тураһында хәбәрҙәр осрай. Бынан тыш, дәүләт тарафынан порталды эшләүгә буленгән аҡса күләме ҡулланыусыларҙың асыуын килтерә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Лауреаты премии (рус.), Официальный сайт премии «Импульс добра». 2014 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Обсуждение сайта (рус.), Первый российский интернет-портал для инвалидов.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт проекта 2015 йыл 23 апрель архивланған.
- Социально-правовая картография 2015 йыл 29 май архивланған.
- Предложения мурманчан по реформе ЖКХ переданы в Москву(недоступная ссылка)
- Видео Социального форума-2011