Рәсәйҙең һалым системаһы

ил территорияһында һалым түләүселәрҙән билдәләнгән тәртиптә алына торған һалымдар, йыйымдар, пошлиналар һәм башҡа түләүҙәр йыйылмаһы

Һалым системаһы — ил территорияһында һалым түләүселәрҙән — юридик һәм физик шәхестәрҙән — билдәләнгән тәртиптә алына торған һалымдар, йыйымдар, пошлиналар һәм башҡа түләүҙәр йыйылмаһы [1].

«Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы»ның 2-се бүлеге (артабан — РФ Һалым кодексы) Рәсәй Федерацияһында һалымдар һәм йыйымдар һалыу системаһын тасуирлай.

Рәсәй Федерацияһы территорияһындағы һалымдар һәм йыйымдар 

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһында булдырылған һалымдарҙың һәм йыйымдарҙың  федераль, төбәк һәм урындағы төрҙәре бар (РФ Һалым кодексының 12-се статьяһының 1-се пункты). РФ Һалым кодексында ҡаралмаған  федераль, төбәк йә урындағы һалымдар һәм йыйымдар индерелә алмай  (РФ Һалым кодексының 12-се статьяһының 6-се пункты).

Федераль һалымдар һәм йыйымдар

үҙгәртергә

РФ Һалым кодексының 13-сө статьяһы:

  • Өҫтәмә ҡиммәткә һалым
  • Акциздар
  • Физик шәхестәр килемдәренә һалым
  • Ойошмалар табышына һалым
  • Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым
  • Һыу һалымы
  • Хайуандар донъяһы объекттары менән файҙаланған өсөн һәм һыуҙың биологик ресурстары менән файҙаланған өсөн йыйымдар
  • Дәүләт пошлинаһы

Төбәк һалымдары

үҙгәртергә

РФ Һалым кодексының 14-се статьяһы:

  • Ойошмалар мөлкәтенә һалым
  • Уйын бизнесына һалым
  • Транспорт һалымы

Урындағы һалымдар

үҙгәртергә

РФ Һалым кодексының 15-се статьяһы:

  • Ер һалымы
  • Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым
  • Сауҙа йыйымы

Бөтөрөлгән һалымдар

үҙгәртергә
  • Берҙәм социаль һалым (Һалым кодексының 24-се бүлегенең 13-сө статьяһы көсөнән сыға, 01.01.2010 башлап страховка иғәнәләре алыу туҡтатыла)
  • Һатыуҙан һалым  (27-се бүлек, һалым 01.01.2004 көсөнән сыға)

Махсус һалым режимдары

үҙгәртергә

РФ Һалым кодексының 18-се статьяһы  2-се пункты:

  • Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн һалым системаһы 
  • Ябайлаштырылған һалым системаһы
  • Айырым эшмәкәрлек төрҙәре өсөн килемгә берҙәм һалым системаһы 
  • Продукцияны бүлешеү тураһындағы килешеүҙе үтәгәндәге һалым системаһы 
  • Һалымдың патент системаһы 

Һалым тикшереүҙәренең төрҙәре

үҙгәртергә

РФ Һалым кодексында ҡаралған һалым тикшереүҙәре:

  • Камераль һалым тикшереүе
  • Урынға барып һалым тикшереү

1990-сы йылдар

үҙгәртергә

1992—1993 йылдарҙа Рәсәй предприятиеларының күпселеге һалым түләүҙән тайпылырға тырышмай[2]. Йыш ҡына предприятиеларҙың етәкселәре түләнгән һалымдарҙың күләмен законлы юл менән кәметеү мөмкинлеген дә файҙаланмай. 1993 йылдың икенсе яртыһынан һалым баҫымының кәметелеренә өмөтөн юғалтҡан предприятиелар һалым түләүҙән тайпылыу юлдарын эҙләй башлай .

1994 йылдың 1 ғинуарынан һалым ставкалары күтәрелә. Был сара предприятиеларҙың һалым ҡануниәтен үтәүсәнлектән күмәкләп баш тартыу өсөн һуңғы дәлилгә әйләнә. Бөтәһенән элек дәүләткә ҡарамаған предприятиелар һалым түләүҙән ҡаса башлай. Һалымды түләмәүҙең төрлө юлдары ҡулланыла:

  • Төбәктәге предприятиелар төркөмө  финанс компанияһын теркәй һәм уның устав капиталына үҙҙәренең бөтә әҙер продукцияһын индерә. Был шуны аңлата: продукция етештергән предприятие уны һата алмай һәм формаль рәүештә зыянға эшләүсе тип һанала, тимәк, табышҡа һалымды һәм өҫтәмә ҡиммәткә һалымды ла түләмәй.
  • Табышына һалымды кәметер өсөн предприятиелар хисапламалағы тотоноуҙар өлөшөн арттырып күрһәтергә тырыша. Хисапламаға ингән тотоноуҙарҙы арттырыуҙың иң ябай юлы булып эш хаҡы фондын арттырыу тора, шул арҡала күп фирмалар «үле йәндәргә» (хеҙмәткәрҙәр исемлегендә булған, ғәмәлдә эшләмәгән кешеләр) эш хаҡы яҙа.
  • Эш хаҡы фондына һалымды кәметер өсөн предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә аҡсаның бер өлөшөн медицина страховкаһын ҡайтарыу рәүешендә страховкалау компаниялары аша бирә, матди ярҙам итеп түләй һ. б.
  • Табышҡа һалымдан ҡасыр өсөн фирмалар бәләкәй предприятие булып теркәлә, ул саҡтағы ҡануниәткә ярашлы, бәләкәй предприятиелар теркәлгәндән һуң ике йыл был һалымды түләмәй, башҡа льготаларға ла эйә була. Ике йылдан предприятие бөтөрөлә лә башҡа исем аҫтында ҡабат асыла һәм йәнә ике йыллыҡ һалым льготалары ала.
  • Күп фирмалар законлы ташламаларғә эйә йәмәғәт ойошмаларының — «сиркәү», «чернобылселәр», «спортсылар», «афғандар», «инвалидтар», «һуҡырҙар», «һаңғырауҙар» һәм башҡа ойошмаларҙың — ярҙамынан файҙалана. Тотоноуҙарын кәметер өсөн фирмалар  операцияларын (шул иҫәптән тышҡы сауҙала ла) ошондай ойошмалар аша үткәрә.
  • Ғәмәлдәге финанс әйләнешен төрлө юлдар менән кәметеп күрһәтеү иҫәбенә һалымдарҙы кәметеү киң таралыу таба. Бартер килешеүҙәре шундай юлдарҙың береһе була, алмашылған продукцияның хаҡы бик ныҡ түбәнәйтеп күрһәтелә. Үҙ-ара аҡсаһыҙ хисаплашыуҙар ҙа киң ҡулланылған юл була.
  • Күп фирмалар тышҡы сауҙа килешеүҙәренән алынған табышын ныҡ кәметеп күрһәтә. Мәҫәлән, тауар экспортлағанда һалым хисапламаларында уның хаҡы бик ныҡ кәметеп яҙыла, Хисапҡа кермәгән табыш предприятиеның берәй сит ил банкындағы иҫәбендә ултырып ҡала. Тышҡы сауҙа операцияларында һалымды кәметтереүҙең тағы бер юлы — сит илдә тулыһынса үҙҙәре контроллек иткән фирма асыу һәм уға продукцияны арзанға һатыу, ә тегеһе уны сит ил алыусыһына ҡәҙимге баҙар хаҡына һата. Бындай тышҡы сауҙа әйләнеше лә капиталдың күпләп Рәсәйҙән сығып китеүенә килтерә.
  • Яҡынса 1993 йылдан күп фирмалар бик юғары инфляция арҡаһында  уртаҡсылары менән хисаплашҡанда ҡулаҡса, ҡулдан валюта түләйҙәр. Был әйләнештең ҙур өлөшө хоҡуҡ һаҡлау органдарынан йәшерелә,  шунлыҡтан был маҡсатта тотонолған ҡулаҡсаны «ҡара нал» тип йөрөтәләр. Ғәмәлдә бөтә «биштәрселәр» бизнесы ла ҡулаҡсалы операцияларға ҡорола .

1990-сы йылдарҙа күптәрҙең һалымдан ҡасыуының эҙемтәләре ике яҡлы була. Бер яҡтан, һалымдан ҡасып, фирмалар производствоны һаҡлап ҡалыуға кәрәкле аҡса ресурстарын янда ҡалдыра һәм шул рәүешле илдәге етештереүҙең түбәнәйеүен дә тотҡарлай . Бынан тыш, һалым түләмәҫ булғас, фирмалар тауарҙы ла арзаныраҡҡа һата. Шул сәбәпле иҡтисадта инфляция тиҙлеге тотҡарлана төшә, ә фирмаларға тауарҙы һатыу мәшәҡәте еңеләйә. Икенсе яҡтан, һалым түләүҙәге тәртипһеҙлек Рәсәй иҡтисадының финанс-бюджет өлкәһендәге тотороҡлолоҡто ҡаҡшата, бюджет өлкәһен финанслауҙы ҡатмарлаштыра, макроиҡтисади сараларҙың һөҙөмтәлелеген кәметә.

1990-сы йылдарҙа  властар һалым мәсьләләһен хәл итеүҙең бер генә юлын  — һалым закондарын ҡатырыу һәм фирмаларға һалым органдарының баҫымын арттырыу сараһын ғына ҡуллана. Ләкин фирмалар һалым түләүҙән ҡасыуҙың яңынан-яңы юлдарын табып тора. Был 1990-сы йылдарҙа һалым кимәлдәре үтә юғары һәм фирмалар өсөн күтәргеһеҙ булғанлығы тураһында һөйләй.

2000-се йылдар

үҙгәртергә

2000-се йылдарҙа һалым ҡануниәтенә байтаҡ төҙәтеү индерелә: физик шәхестәргә килем һалымының 13 процентлы яҫы шкалаһы индерелә, табышҡа һалым кәметеп 20 процентҡа ҡалдырыла, берҙәм социаль һалымдың регрессив шкалаһы индерелә, әйләнешкә һалым һәм һатыуҙан һалым бөтөрөлә, бөтә һалымдар һаны  3 тапҡырға кәметелә (54-тән 15-кә ҡала)[3][4][5][6]. 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы финанс министры урынбаҫары Сергей Шаталов белдереүенсә,  һалым реформаһы осоронда һалым баҫымы 34-35 проценттан 27,5 процентҡа ҡалып кәмей һәм нефть тармағына күсә. Һалым реформаһы һалымдарҙың йыйылыу күрһәткесен дә яҡшырта [7][8] һәм иҡтисад үҫешен дәртләндерә[9][10][11].

Рәсәй һалым системаһы эшҡыуарлыҡ яғынан да, оппозиция яғынан да даими тәнҡитләнә. Ләкин һуңғы ваҡытта, кризистың көсәйеүе менән бәйле, структура хасил итеүсе ойошмалар ҙа һалымдар һәм йыйымдар системаһынан ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Мәҫәлән, 20.12.2015, «Российская газета» аша Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин йәшәп килгән һалым системаһын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәрен белдерә [12]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_law/1305 Энциклопедия юриста
  2. Д. Б. Кувалин «Экономическая политика и поведение предприятий: механизмы взаимного влияния» Глава «Способы адаптации российских предприятий к трансформационному экономическому кризису» 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. // М.: МАКС Пресс, 2009
  3. Налоги для богатых? Экономику не пустили в «тень» 2010 йыл 19 май архивланған. // Прайм-ТАСС, 13 мая 2010
  4. Барсенков А. С., Вдовин А. И., «История России. 1917—2007» — М.: Аспект Пресс, 2008 — стр. 772
  5. Основные направления налоговой политики в Российской Федерации на 2008—2010 гг.
  6. Высказывания руководства 2011 йыл 18 май архивланған. // Минфин РФ
  7. Налоговая политика Путина сулит успех // The Wall Street Journal, 26 ноября 2002, Перевод на русский
  8. Возрождение России // Financial Times, 30 октября 2001
  9. Политический жест // Эксперт, 24 марта 2008
  10. Филиппов А. В. «Новейшая история России. 1945—2006 гг»
  11. Менеджеры от экономики делают ставку на Путина // Frankfurter Allgemeine Zeitung, 11 марта 2004, Перевод на русский(недоступная ссылка)
  12. Сергей Катырин: Не думаю, что нефть подорожает до 90 долларов. Российская газета. Дата обращения: 22 декабрь 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә