Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары

Рәсәй Федерацияһында киң аудиторияларға тәғәйенләнгән мәғлүмәтте көндәлек йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу саралары (органдары).

Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары  — Рәсәй Федерацияһында киң аудиторияларға тәғәйенләнгән мәғлүмәтте көндәлек йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу саралары (органдары).

Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары Викимилектә

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы 1991 йыл 27 декабрь 2124-I-се Законының 2-се статьяһына ярашлы, киң мәғлүмәт сараларына түбәндәгеләр инә:

  • ваҡытлы матбуғат баҫмалары: гәзит, журнал, альманах, бюллетень, даими атамаһы, ағымдағы һаны булған һәм кәм тигәндә йылына бер тапҡыр сыҡҡан башҡа баҫма;
  • радиоканал;
  • телеканал;
  • видеопрограмма;
  • кинохроника программаһы;
  • селтәр баҫмаһы;
  • киң мәғлүмәтте даими атама (исем) аҫтында таратыуҙың башҡа формаһы[1]. Мәҫәлән, телекоммуникация селтәрҙәрен (телефон, ЭВМ селтәрҙәрен) ҡулланып даими таратыуҙар (1000 йә унан да күберәк аныҡ адресатҡа).

Киң мәғлүмәт саралары Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Роскомнадзор) органдарында мотлаҡ теркәлергә, китапханаларға баҫма продукцияның мәжбүри даналарын ебәреп торорға йә һәр сығарылыштың яҙмаһын (телерадиотапшырыуҙар) 1 йыл буйы һаҡларға тейеш һ.б. Хоҡуҡтар һәм гарантиялар ҙа билдәләнгән, алдан цензураға дусар итеү тыйыла.

Айырым билдәләре

үҙгәртергә

2010 йылдың июленә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 93 меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы теркәлгән, уларҙың күпселеге — 90 проценты — «дәүләткә ҡарамаған ваҡытлы матбуғат саралары»[2].

Рәсәйҙәге ваҡытлы матбуғат саралары түбәндәге билдәләргә эйә:

  • киңлек (Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса, гәзиттәр, журналдар һәм таратыуҙар өсөн 1000 һәм унан күберәк дана);
  • ваҡыт-ваҡыт сығып тороу, әммә йылына бер тапҡырҙан да кәм түгел;
  • мәжбүрилек: бер сигнал сығанағы (тапшырыусы, редакция) — күп тыңлаусылар.

Рәсәй ваҡытлы матбуғат саралары түбәндәгеләргә бүленә:

  • публицистик;
  • әҙәби;
  • нәфис;
  • художество-публицистик;
  • әҙәби-нәфис;
  • мәҙәни-ағартыу;
  • күңел асыу;
  • уҡыу, белем биреү;
  • методик;
  • уҡытыу-методик;
  • фәнни;
  • фәнни-популяр;
  • фәнни-ҡулланма;
  • ғилми-етештереү;
  • рекламалаусы; мәғлүмәт биреүсе.

Рәсәйҙә түбәндәгеләр киң мәғлүмәт сараларына инмәй: стена гәзиттәре, бәләкәй тиражлы баҫмалар, китапханалар, дөйөм Интернет — интернет-блогтар (көнөнә 3000-дән ашыу инеүсеһе булғандарҙан башҡа), чаттар, форумдар, конференциялар һәм башҡалар[3].

Матбуғат

үҙгәртергә

Матбуғат баҫмалары — Рәсәй Федерацияһында киң матбуғат сараларының иң таралған төрө. 2009 йыл башына Рәсәй Федерацияһында 27 425 гәзит һәм аҙналыҡ теркәлгән була, ләкин даими әйләнештә йөрөгәндәре — шуның 14 меңе самаһы ғына. Шулай уҡ 20 433 журнал, 787 альманах, 1297 йыйынтыҡ, 1519 бюллетень һәм магнит йөрөткөстәге 214 баҫма теркәлгән. 2009 йыл башына бөтәһе 51 мең баҫма киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән[4].

Рәсәйҙең баҫма киң матбуғат саралары юридик ҡына түгел, социаль планда ла (уҡыусыларҙан) бойондороҡһоҙ: баҫмалар ғәмәлдә уҡыусыларҙың хаттарына иғтибар итмәй, улар менән «кире бәйләнеш» тотмай, эшмәкәрлектәренә уҡыусылар биргән баһаны өйрәнмәй, уҡыусыларҙың мәғлүмәткә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышмай, үҙ зауығына тап килгән баҫма полосаларҙы һәм журналистар яҙған сюжеттарҙы ғына тәҡдим итә[5]. Совет осоронан һуң Рәсәй гәзиттәрен уҡыусылар һаны ҡырҡа ҡыҫҡара: һорашыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 1990 йылда — һорашылғандарҙың 4 проценты, 2002 йылда — 13,5 проценты, 2006 йылда 30 проценты матбуғатты даими уҡымаған[6].

Рәсәйҙең көндәлек гәзиттәрен уҡыусыларҙың тулайым һаны 2008 йылдың май-октябрендә — 6,5 миллион кеше, дөйөм һәм эш йөкмәткеһендәге көндәлек гәзиттәрҙе уҡыусылар һаны 14 миллион булған.

Журналдарҙың тулайым аудиторияһы — 36,2 миллион кеше (2008 йылдың аҙағы). Кино- һәм телегидтар (28,5 %), ҡатын-ҡыҙ һәм мода баҫмалары (28,1 %) башҡа тематикаға ҡарағанда ҙурыраҡ һорау менән файҙалана.[7].

Рәсәй гәзиттәре:

  • Комсомольская правда
  • Коммерсантъ
  • Московский комсомолец
  • Известия
  • Российская газета
  • Независимая газета
  • Труд
  • Аргументы и Факты

Европа берләшмәһенең Рәсәй Федерацияһы буйынса доклады нигеҙендә баҫма киң мәғлүмәт саралары телдәр буйынса[8]:

Телевидение

үҙгәртергә

СССР-ҙа даими телевидение 1931 йылдың 1 октябрендә эшләй башлай. Оптик-механик телевидение тапшырыуҙары күп ҡалаларҙа, шул иҫәптән Ленинградта, Түбәнге Новгородта, Томскиҙа ҡабул ителә.

Бөгөнгө көнгә Рәсәй Федерацияһында 16 дөйөм Рәсәй телеканалы, 117 юлдаш һәм кабель телеканалы, Рәсәйҙән ситтә күрһәтеүсе 7 телеканал, 180 самаһы төбәк телеканалы һәм бәләкәй ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың 30 каналы эшләй. Телеканалдарҙың дөйөм һаны — яҡынса 330.

Уларҙың айырыуса популярҙары: Беренсе канал, «Россия-1», НТВ, ТНТ, РЕН ТВ, СТС, Культура, Домашний, Пятый канал, ТВ Центр, Матч ТВ, Че, Муз-ТВ, OCEAN-TV, MTV, ТВ3, A-ONE, Канал Disney, 2×2, РБК, Звезда, Карусель, Bridge TV, Евроновости, Мир, Спас, Союз, Благовест, Ностальгия, ТДК һ.б. Оппозицияға яҡын торған канал — «Дождь» телеканалы.

Радиотапшырыуҙар

үҙгәртергә

Рәсәйҙәге беренсе радиостанция «Всесоюзное радио» (һуңынан — Бөтә Союз радиоһының 1 программаһы, Радио 1) 1924 йылдың 23 ноябрендә эшләй башлай.

1945 йылда «2 программа» (һуңынан — «Маяк»), 1948 йылда «3 программа» (һуңынан — Юность) эшләтеп ебәрелә.

Рәсәйҙәге беренсе коммерция радиостанцияһы «Европа Плюс» 1990 йылдың 30 апрелендә эшен башлай.

Рәсәйҙә радиотапшырыуҙар дәүләттекенә һәм коммерцияға ҡарағандарға бүленә. Дәүләт тапшырыусыһы — ВГТРК, уға ике дөйөм милли радиостанция — «Радио России» һәм «Маяк» инә, бөтә төбәктәргә лә тиерлек тапшырыусы «Европа Плюс», «Дорожное радио», «Русское радио», төбәктәрҙең яртыһынан ашыуына тапшырыусы «Ретро FM», «Love Radio», «Авторадио» коммерцияға ҡараған тапшырыусылар булып тора. Иң эре радиохолдинг — «Европейская медиагруппа» (ЕМГ).

Мәғлүмәт агентлыҡтары

үҙгәртергә

Рәсәй мәғлүмәт агентлыҡтары: ТАСС (дәүләттеке), Интерфакс, Росбалт.

Өс меңсе блогерҙар

үҙгәртергә

2014 йылдың 1 авгусынан Рәсәйҙә тәүлегенә 3 меңдән ашыу яҙылыусыһы булған блогерҙар өсөн мотлаҡ теркәлеү индерелде. Был блогерҙар яуаплылыҡ йәһәтенән киң мәғлүмәт сараларына тиңләштерелде. 2015 йылдың йәйендә Роскомнадзор хәбәр итеүенсә, Закон эшләгән беренсе йылда 640 «өс меңсе блогер» теркәлгән[9].

Рәсәйҙә киң мәғлүмәт азатлығы

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы мәғлүмәт азатлығына билдәле бер сикләүҙәр ҡуя. Мәғлүмәтте (шул иҫәптән киң мәғлүмәтте) эҙләүҙең, алыуҙың, тапшырыуҙың, етештереүҙең һәм таратыуҙың законлы ысулы дәүләт сере йә закон менән махсус һаҡланыусы башҡа сер булып торған мәғлүмәтте таратыуҙы рөхсәт итмәй. Киң мәғлүмәт сараларын енәйәт язаһына тарттырыла торған эш-ғәмәлдәр ҡылыу — власты тартып алыуға; конституцион ҡоролошто һәм дәүләттең бөтөнлөгөн көс ҡулланып үҙгәртеүгә саҡырыу; милли, синфи, социаль, дини түҙеп тормаусанлыҡ йә ҡаршы тороу уятыу; һуғышты пропагандалау һәм порнография, көс һәм ҡанһыҙлыҡ культы пропагандалау — маҡсатында ҡулланыу тыйыла.

Айырым сығанаҡтар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ватан киң мәғлүмәт сараларына хас сифаттар — ҡаты цензура, властарҙың баҫымы, журналистарға ҡарата ҡурҡытыу һәм көс ҡулланыу, телевизион каналдар өҫтөнән дәүләттең тоталитар контроле һәм дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт биреү[10][11][12][13].

Совет ҡоролошон емереүҙе хыянат тип баһалап, В. В. Путин власҡа килгәс тә Рәсәйҙә демократияны ҡаҡшатыуға һәм һүҙ азатлығын быуыуға йүнәлтелгән аҙымдар яһай[14] — киң мәғлүмәт саралары өҫтөнән контроль көсәйә, ә журналистарға ҡарата ҡылынған енәйәттәргә яза бирелмәй. 2014 йылдың 5 майында Президент РФ В. Путин кинола, әҙәбиәттә һәм киң мәғлүмәт сараларында һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланыуҙы тыйған законға ҡул ҡуя[15].

Бөгөн талант һәм компетентлылыҡ урынына әшнәлек һәм формаль булмаған бәйләнештәр хәл иткес әһәмиәткә эйә:27. Советтан һуңғы осорҙоң типик журналисы — һайлаған профессияһынан ҡәнәғәтлек кисергән, үҙендә ике йөҙлөлөктө — дәүләттең сәйәси контролен ҡабул иткән медиахеҙмәткәрҙе һәм шәхси иҡтисади мәнфәғәттәре менән ижади амбицияларын күҙәткән фрилансерҙы — берләштергән журналист ул.

«Сиктәрҙе белмәгән репортёрҙар» ойошмаһы йыл да баҫтырған матбуғат азатлығы рейтингында, 2013 йылда Рәсәй 148-се урынға төшә һәм 2014 йылда ла шунда ҡала. Европала киң мәғлүмәт саралары азатлығының бынан да түбәнерәк күрһәткесе — Белоруссияныҡы[16][17].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Закон «О средствах массовой информации». Общие положения
  2. Медведев обсудил с руководством телеканалов и агентств развитие СМИ в РФ, Голос России (9 июль 2010). 2010 йыл 7 октябрь архивланған.
  3. «Юридическое заключение о природе сайтов в сети Интернет» кафедры ЮНЕСКО
  4. В России работают меньше половины зарегистрированных СМИ (13 ғинуар 2009). 9 июль 2009 тикшерелгән.
  5. Аверина Ю. В. Городская печать в процессе социальных трансформаций // Вестник Казанского государственного университета культуры и искусств. — 2009. — № 4. — С. 6
  6. Аверина Ю. В. Городская печать в процессе социальных трансформаций // Вестник Казанского государственного университета культуры и искусств. — 2009. — № 4. — С. 5
  7. Российский рынок периодической печати. Состояние, тенденции и перспективы развития : Доклад / Под общ. ред. В. В. Григорьева. — М.: Федеральное агентство по печати и массовым коммуникациям, 2009. — С. 17. — 100 с. — ISBN 9стен78-5-904427-02-3.
  8. Council of Europe Intranet website — Portail Intranet du Conseil de l’Europe
  9. За год в России было зарегистрировано 640 блогеров-трехтысячников
  10. Светлана Пасти Современные российские журналисты: Отношение к профессии 2018 йыл 17 апрель архивланған. // Вестник Московского университета : Серия 10 (Журналистика). — МГУ, 2012. — № 4. — С. 22-41.
  11. Владимир Кара-Мурза. «Говорит и показывает Кремль». 10 лет без независимого телевидения 2013 йыл 25 декабрь архивланған.. Институт современной России (20 июня 2013). Проверено 13 сентября 2014.Владимир Кара-Мурза. «Говорит и показывает Кремль». 10 лет без независимого телевидения. Институт современной России (20 июнь 2013). Дата обращения: 13 сентябрь 2014. 2013 йыл 25 декабрь архивланған.
  12. Александр Тарасов «Второе издание капитализма» в России // Скепсис. — 2011.
  13. Между «Сегодня» и «Завтра». Краткая история медиа | Открытый Университет. openuni.io. Проверено 4 февраля 2016.Между «Сегодня» и «Завтра». Краткая история медиа | Открытый Университет. openuni.io. Дата обращения: 4 февраль 2016.
  14. Ola Cichowlas. The internet was the last free zone in Russian society. Now Putin has it in his grasp (англ.), The Independent (Среда 7 мая 2014). Проверено 21 сентября 2014.Ola Cichowlas. The internet was the last free zone in Russian society. Now Putin has it in his grasp  (инг.), The Independent (Среда 7 мая 2014). 21 сентябрь 2014 тикшерелгән.
  15. Владимир Путин запретил мат в кино, СМИ и литературе 2014 йыл 13 май архивланған. (5 мая 2014). Проверено 12 мая 2014.Владимир Путин запретил мат в кино, СМИ и литературе (5 май 2014). 12 май 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 13 май архивланған.
  16. The 2013 World Press Freedom Index 2013 йыл 15 февраль архивланған.. Reporters Without Borders. 9 сентября 2013 года.The 2013 World Press Freedom Index. Reporters Without Borders. Архивировано 9 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 15 февраль архивланған.
  17. World Press Freedom Map 2014 йыл 23 сентябрь архивланған. // Репортеры без границ (Reporters Without Borders)