Ғилманова Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы

географ, геоморфолог. Техник фәндәре докторы (2010), профессор.
(Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы Ғилманова битенән йүнәлтелде)

Ғилманова Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы (3 ғинуар 1963 йыл) — географ, геоморфолог. Техник фәндәре докторы (2010), профессор.

Ғилманова Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш)
Һөнәр төрө географ, геоморфолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы Ғилманова 1963 йылдың 3 ғинуарында БАССР-ҙың Благовар районы Иҫке Шырлыҡ ауылында[1] тыуған. 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Уҡыған ваҡытта уҡ, 1980 йылдан башлап Башҡортостан нефть ғилми тикшеренеү һәм проект институтында эшләй. Университетты тамамлағандан һуң 1986 йылдан башлап «Нефтеотдача» ғилми техник университетында эшләй. 1991 йылдан башлап «Нефтегазтехнология» ғилми производство берекмәһендә төп геолог вазифаһында хеҙмәт итә. 1997 йылдан алып ошонда уҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — баш технолог, 2003 йылдан — директор урынбаҫары вазифаларын биләй[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә һәм файҙаланыуға бәйле. Р. Х. Ғилманова ҡатнашлығында күп ҡатламлы ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙең геотехнологик нигеҙҙәре камиллаштырыла, геофизик мәғлүмәтте анализлау, ятҡылыҡтарҙың геолог математика моделдәрен эшләү, ятҡылыҡтарҙы һыуландырыу системаһын камиллаштырыу методикалары эшләнә. Эш һөҙөмтәләре «Татнефть» ААЙ-дә ҡулланыла[1].

Р. Х. Ғилманова — 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы[2].

Төп ғилми хеҙмәте

Разработка нефтяных пластов в поздней стадии. Т.1. Геология и разработка нефтя ной залежи в поздней стадии. М., 2004 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә