Рәжәповтар

дворяндар нәҫеле, башҡорт ихтилалсыларын эҙәрлекләүсе

Рәжәповтар — дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Рәжәп, Темников өйәҙе мишәре[1].

Рәжәповтар
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Ҡазан даруғаһы
Дүсмәт
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр

Рәжәповтар нәҫеле тарихы

үҙгәртергә

Рәжәптең улдары: Әбдесәләм (Сәли) һәм Солтан Рәжәповтар 1735 йылдан алып Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Дүсмәт ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) керҙәш сифатында йәшәгәндәр.

Әбдесәләм Рәжәповтың яманаты сыҡҡан улдары:

Мөҡсин Әбдесәләмов — 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1764 йылда поход старшинаһы дәрәжәһендә.

1756 йылдың авгусында Ҡазан даруғаһының Елдәк улусы Әжәк ауылы (хәҙерге Башҡортостпн Республикаһы Борай районы) янында Сөләймән Диваев менән берлектә Батыршаны тотоп, Санкт‑Петербургҡа конвой менән оҙатып барған.

1760 йылдар уртаһынан Нуғай даруғаһының Өршәк-Мең улусы Боҙаяҙ ауылында (Ҡырмыҫҡалы районы) йәшәгән.

1767 йылдан башлап шул уҡ даруғаның мишәрҙәр командаһы старшинаһы. 1774 йылдың апрель башынан хөкүмәт ғәскәрҙәре составында баш күтәреүселәр отрядтарына ҡаршы хәрәкәт иткән. Ноябрь аҙағында Салауат Юлаевты әсиргә алыуҙа ҡатнашҡан. 1786 йылда Себер сик һыҙығында башҡорт‑мишәр командаһы етәксеһе булып хеҙмәт иткән. Өршәк-Мең улусының Мөҡсин ауылы (хәҙерге Ауырғазы районы) уның хөрмәтенә аталған.

Йәмһүр Әбдесәләмов — 1773—75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнгашҡан баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләүсе һәм баҫтырыусы. 1789 йылдан алып поход старшинаһы. 1760 йылдар уртаһында Өршәк-Мең улусы башҡорттары еренә күсеп ултырған.

1774 йылдың апреленән алып хөкүмәт ғәскәрҙәре составында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыштарҙа, Салауат Юлаевты тотоуҙа ҡатнашҡан.

1782 йылдан башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең түбәнге земство суды заседателе, 1786 йылдан — Ырымбур сик буйы судының ауыл заседателе.

1792 йылда Себер сик һыҙығында башҡорт-мишәр командаһына етәкселек иткән.

Уның улы — Фәйзулла (Фәтхулла) Йәмһүр улы Рәжәпов (1791—1844), яҫауыл (1838).

1812 йылда бурҙар һәм юлбаҫарҙарҙы тотоу буйынса резерв командаһына етәкселек иткән, 1831 йылдан — Боҙаяҙҙа карантин заставаһы башлығы.

1819—1839 йылдарҙа 2‑се һәм 3‑сө мишәр кантондары башлығы, бер үк ваҡытта 10‑сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡарыусы (1831).

2 тирмәнгә хужа була.

4‑се дәрәжә__Изге Станислав ордены менән бүләкләнгән (1835).

Йәмһүр Әбдесәләмовтың улдары

үҙгәртергә

Шаһибәк Фәйзулла улы Рәжәпов (1812—?), хорунжий. Боҙаяҙҙа йәшәгән. 2‑се, 3‑сө (1839—1847) һәм 1‑се (1847—1854) мишәр кантондары башлығы булған.

Мырҙағәли Фәйзулла улы Рәжәпов (1823—?), зауряд-хорунжий (1854). Боҙаяҙҙа йәшәгән. 1‑се мишәр кантоны башлығы (1854—1856).

Шулай уҡ Нурғәли Мирғәләүетдин улы Рәжәпов (1834—?) билдәле, зауряд-сотник (1859). 26‑сы (1856—1859), 28-се (1861—1863) кантондар башлығы.

Боҙаяҙҙа йәшәгән. Тирмәнгә, поташ заводтарына, 750 дисәтинә ергә хужа була.

«1853—1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән бүләкләнгән.

1850 йылда Рәжәповтар нәҫеле тураһында Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 3‑сө киҫәгенә яҙылған. Шулай уҡ М.С. Рәжәпов Рәжәповтар нәҫеленә ҡарай[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә