Мөҡсин Әбдесәләмов
Мөҡсин Әбдесәләмов — 1773—1775 йылдарҙа Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалын баҫтырыуҙы, ҡатнашыусыларҙы тотоп биреүсе, Йәмһүр Әбдесәләмовтың туғаны. Төрки һәм урыҫ телен белгән, яҙған[1].
Мөҡсин Әбдесәләмов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | старшина |
Биографияһы
үҙгәртергәӘбдесәләмов Мөҡсин — Уҫы даруғаһы мишәре.
1750 йылдан Уҫы даруғаһы старшинаһы Сөләймән Диваев командаһында, артабан Әжәк ауылы старшиналары Дауыт һәм Ишмөхәмәт Сөләймәновтар командаһында хеҙмәт иткән.
1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. Сөләймән Диваев менән ихтилал етәкселәренең береһе Батырша мулланы әсилеккә алып Санкт-Петербургҡа тиклем конвой менән оҙатып барған. Шуның өсөн 50 һум аҡса һәм Ырымбур губернаторы И. И. Неплюевтан Маҡтау бите менән бүләкләнә.
1755 йылда писарь, 1762 йылда — сотник (йөҙбашы), 1764 йылда — поход старшинаһы итеп тәғәйенләнә. 1765—1766 йылдарҙа Ишмөхәмәт Сөләймәнов командаһы менән Нуғай дарғаһы Өшәк-Мең улусы ерҙәренә күсеп ултыра, Боҙаяҙ ауылында йәшәй.
1767 йылдан Нуғай даруғаһы мишәрҙәр командаһы старшинаһы, 1773 йылда уның командаһына 79 ихата ҡараған. В
1769 йылда Өфө провинциаль канцелярияһы Мөҡсин Әбдесәләмовты халыҡ кәйефен йәшертен күҙәтеүсе конфидент (осведомитель-хәбәр еткереүсе) итеп тәғәйенләй.
Хужалығы ҙур булған, унда эшләр өсөн ябай башҡорт, мишәр һәм татарҙарҙы яллаған.
1786 йылда 1 мең кешенән торған башҡорт-мишәр командаһы башында Себер сик һыҙығына һаҡлау хеҙмәтенә йүнәлгән.
1774 йылдың апрелендә, ғаиләһен Өфөгә оҙатып, властарға тоғро мишәр отряды менән секунд-майор О. И. Дуве командаһы составына ингән, Нуғай һәм Ҡазан даруғалары территлорияларында баш күтәреүселәре менән һуғыша. Ишмөхәмәт Сөләймәнов менән Ҡәнзәфәр Усаевты эҙәрлекләй, Өфөгә Ҡасҡын Һамаров менән Ҡаранай Моратов хәрәкәттәре тураһында белдермәләр (донесения) ебәреп торған.
17 июндә Дуве командаһы менән бергә подполковник И. И. Михельсон деташементына ҡушыла. 1774 йылда Кама һәм Волга буйҙарында Пугачёв отрядары менән һуғыша, 12-15 июлдә Ҡазан алыштарында ҡатнаша.
Июнь аҙағынан башлап генерал-майор П. С. Потёмкин ҡушыуы буйынса Башҡортостан халҡы араһында хөкүмәт яҡлы агитация алып барған. Подполковник И. К. Рылеев һәм Н. Я. Аршеневский командалығындағы регуляр хәрби частар составында төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда барған ихтилал хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнаша. 25 ноябрҙә Мөҡсин Әбдесәләмов «при поимке самого башкирского возмутителя Салаватки находился» (төп боласы Салауатты тотоуҙа ла ситтә ҡалмаған)[2].
Уның Салауат Юлаевты әсирлеккә алыуҙа ҡатнашыу фактын Рылеев һәм генерал-майор Ф. Ю. Фрейман, шулай уҡ Мөҡсин Әбдесәләмов үҙе лә раҫлай: «По верноподданической моей должности… поймал и представил главного злодейскаго наперстника башкирца Саловатку Юлаева»[3].
Баш күтәреүселәр Әбдесәләмовтан үс алған — йортон һәм хужалығын бөлгөнлөккә төшөрөп талаған, баһаланыуынса, зыян 1863 һум тәшкил иткән.
Боласыларҙы «тамырынан ҡоротоуға» булышлыҡ иткәне өсөн Фрейман уға аҡса түләй, Ырымбур губернаторы генерал-поручик И. А. Рейнсдорп — «кафтанлыҡ» 5 аршин ал буҫтау һәм маҡтау бите бирә.
1787 һәм 1793 йылдарҙа Екатерина II исеменә обер-офицер чины биреү буйынса үтенесе кире ҡағыла[4][5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Салауатты тотоп биргән һатлыҡтар [1]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- РГАДА. Ф.6, оп.1, д.507, ч.2, л.263-265; РГВИА. Ф.13, оп.1/107, д.148, л.297,298; ф.41, оп.1/199, д.284, л.101-103, 106,107;
- Материалы по истории Башкирской АССР: Экономические и социальные отношения в Башкирии и управление Оренбургским краем в 50—60 гг. ХVIII в. Т.4, ч.1. М., 1956; т.5. М., 1960;
- Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. Сборник материалов. Уфа, 1975.
- Аттестат подполковника Н. Я. Аршеневского Муксину Абдусалямову. 14 января 1775 г. //РГВИА. Ф.41, оп.1/199, д.284, л.103,106.
- Прошение Муксина Абдусалямова на имя Екатерины II от сентября 1793 г. //РГВИА. Ф.13, оп.1/107, св.148, д.247, л.297,298.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гвоздикова И. М. Новые документы об аресте Салавата Юлаева //История СССР. 1978. № 5; её же. Документы свидетельствуют… Архивные материалы Военной коллегии о событиях Крестьянской войны 1773—1775 гг. на территории Башкирии //Поиски и находки. Уфа, 1984;
- Гвоздикова И. М. Салауатты кемдәр тотторған? //Ағиҙел. 1978. № 8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мөҡсин Әбдесәләмов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Муксин Абдусалямов
- Мөҡсин Әбдесәләмов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Рәжәповтар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мөҡсин Әбдесәләмов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Аттестат подполковника Н. Я. Аршеневского Муксину Абдусалямову. 14 января 1775 г. //РГВИА. Ф.41, оп.1/199, д.284, л.103,106
- ↑ Прошение Муксина Абдусалямова на имя Екатерины II от сентября 1793 г. //РГВИА. Ф.13, оп.1/107, св.148, д.247, л.297,298
- ↑ Мөҡсин Әбдесәләмов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мөҡсин Әбдесәләмов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.