Руссов йорто (Одесса)
А. П. Руссовтың килем йорто) — Одессала XIX быуат аҙағындағы бина, Диңгеҙ буйы районында Собор майҙанының төньяҡ яғында Баҡса урамы, 21-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Руссов йорто | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Одесса һәм Приморский район[d] |
Архитектура стиле | необарокко[d] |
Смежное здание | Дом Либмана (Одесса)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Украины[d] һәм памятник архитектуры местного значения[d] |
Руссов йорто Викимилектә |
Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы [1]
Тарихы
үҙгәртергәБина килем йорто сифатында 1897—1900 йылдарҙа одесса коллекционеры, эшҡыуары һәм меценат А.П. Руссов заказы буйынса төҙөлә. Проект архитекторы — Л. М. Чернигов, фасадты биҙәүсе — архитектура рәссамы В. И. Шмидт.
Йорт айырым билдәлелекте унда урынлашҡан Гаевскийҙың «үҙәк» дарыуханаһы арҡаһында ала. «Гаевский һәм Поповский дарыуханаһына» 1878 (1898?) йылда фармацевтар А.Э. Гаевский һәм А.Н. Поповский тарафынан нигеҙ һалына һәм шул ваҡытта йортта Рәсәйҙең көньяғында халыҡ талабын ҡәнәғәтләндергән берҙән-бер фармацевтика йорто була[2]). 1908 йылда йортто аптека эше хужаһы А.Э. Гаевский һатып ала.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергә2004 йылда бинаны реконструкциялау башлана. 2009 йылдың көҙөндә бинала янғын сыға. (һәр хәлдә өс тоҡаныу теркәлгән). Һөҙөмтәлә бинаның байтаҡ эске бүлкәләре яна, бинаны ослаған бәләкәй башнялар һәм ҡыйығы емерелә[3].
Янғындың сәбәбен «вандализм акты» тигән фекерҙәр бар. Был ваҡиғалар властарҙың бина яҙмышына иғтибар итергә мәжбүр итә[4].
Реконструкциялауҙың инвесторы Руслан Тарпан белдереүенсә, бинаны һүтеп, заманса технологиялар ҡулланып яңынан төҙөргә кәрәк[5].
Одесса властары бинаны уның баштағы ҡиәфәтендә тергеҙеүгә вәғәҙә биреүгә ҡарамаҫтан, 2010 йылдың декабрендә киң мәғлүмәт сараларында Руссов йорто урынында халыҡ-ара конгресс-холл менән ҡала йәмәғәт-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа киләсәк тигән яңылыҡтар күренә. Бынан тыш төҙөүсе Преображенский һәм Пастер урамдарын төҙөкләндереүҙе планлаштыра. Шулай уҡ өс кимәлле автопаркинг төҙөү ҙә күҙаллан[2]
2014 йылдың 19 октябрендә Руссов йортонда күп ҡатлы ҡыйыҡтары емерелә[6].
2017 йылдың 30 сентябрендә йортта янғын сыға, ялҡын бинаның беренсе һәм икенсе ҡатын ялмап ала. Ялҡынды һүндерәләр[7].
2018 йылдың 14 июнендә ремонт - тергеҙеү эштәре башлана. Йүнәтеү эштәрен атҡарыу 108 млн. грн тәшкил итә [8].
Һүрәттәре
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Дома Руссова
- Дом Либмана (Одесса)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1
- ↑ 2,0 2,1 «Дома Руссова больше не будет. Вместо него власти „дарят“ городу международный конгресс-холл»
- ↑ «Дом Руссова в Одессе горел второй раз за три дня» на сайте ИнА "Українські Новини".
- ↑ Пилявский В.А. Архитектура Одессы: стиль и время. Архитектурно-историческое эссе. — 2-е изд. — Одесса: Optimum, 2010. — 137 с. — ISBN 978-966-344-383-6.
- ↑ Руслан Тарпан – о доме Руссова, гостиницах на Дерибасовской и инфекционной больнице. Статьи и новости Одессы . dumskaya.net. Дата обращения: 4 ноябрь 2016.
- ↑ В доме Руссова рухнули межэтажные перекрытия.
- ↑ В Одессе горит многострадальный памятник архитектуры – дом Руссова (рус.), ТСН.ua. 30 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Дом Руссова начали восстанавливать: в части помещений разместят музей | Новости Одессы . dumskaya.net. Дата обращения: 25 июнь 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәПилявский В.А. Здания, сооружения, памятники Одессы и их зодчие. — 2-е изд. — Одесса: Optimum, 2010. — 276 с. — ISBN 978-966-344-377-5.
Пилявский В.А. Зодчие Одессы. Историко-архитектурные очерки. — 1-е изд. — Одесса: Optimum, 2010. — 212 с. — ISBN 978-966-344-378-2.