Русерсберг замогы


Русерсберг замогы (швед. Rosersbergs slott) — Швеция короленең һарайы. Замок Стокгольм ситендәге Меларен күле ярында урынлашҡан. Ул 1630-сы йылдарҙа Оксеншерн ғаиләһе ьарафынан төҙөлә. 1762 йылда Русерсберг замогы король һарайына әйләндерелә. Был саҡта дәүләт замокты герцог Карлға (буласаҡ король Карл XIII) Швеция короле III Густавтың кесе энеһенә тапшыра.

Русерсберг замогы
Нигеҙләү датаһы 1638[1]
Рәсем
Изображение интерьера
Нигеҙләүсе Габриель Бенгтссон Оксеншерна[d]
Дәүләт  Швеция[1]
Административ-территориаль берәмек Сигтуна[d][1]
Урын Rosersberg[d][1]
Хужаһы Государственное управление недвижимости[d][2]
Хеҙмәтләндереүсе Канцелярия управляющего королевскими дворцами Швеции[d][3]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d]
Мираҫ статусы governmental listed building complex[d][4]
Нимә менән тоташа Q130381311?
Адрес Slottsvägen 203, SE-195 95
Рәсми сайт rosersbergsslott.se/en/
Панорамный вид
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Rosersbergs slott[d]
Карта
 Русерсберг замогы Викимилектә

Габриель Бенгтсон Оксенштерн замокты абруйлы Тре Росор («өс роза») ғаиләһенән тсыҡҡан үҙенең әсәһе хөрмәтенә атаған. Шул ваҡыттағы типик ренссанс стилендәге бина төҙөлөшө 1634 йылда башлана һәм 1638 йылда тамамлана.

XVII быуатта ренессанс стиле моданан сыға һәм Габриель Бенгтссон Оксенштерндың улы Бенгт Оксеншерн һарайҙыул ваҡытта таралған рококо яңы стилендәдә үҙгәртә. Проекттың архитекторы кинйә Тессин Никодемус була. Төп бинаның ҡыйығы һүтеп алына, замок яңы ҡыйыҡ менән ябыла. Шулай уҡ замокка яңы ҡанаттар һәм колоннадалы галерея өҫтәлә[5].

 
Русерсберг замогының көршәктәрҙә ҡуйылған сәскәле көнбайыш ҡанатының өлөшө

1747 йылда Русербергты барон Эрланд Карлссон Броман һатып ала һәм ҡайтанан үҙгәртә. Уға архитектор Жан Эрик Рен булышлыҡ итә. 1757 йылда Броман вафат була һәм һарай дәүләт милкенә күсә, артабан дәүләт замокты герцог Карлға тапшыра.

Замокта йшәй башлаған Карл Рендың яңыртыу планын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Һарай һуңғы густавиан стилендә яңынан тергеҙелә, әммә ҡайһы бер был стилгә хас булмаған романтик төрөндә төҙөлгән элементтарын Карл XIII империяһы стиле тип йөрөтәләр. Модернизациялау сиктәрендә бер нисә яңы интерьер барлыҡҡа килә, улар араһында һары һәм ҡыҙыл ҡунаҡ бүлмәләре, шулай уҡ Гогландия бүлмәһе иғтибарҙы йәлеп итә.

 
Король символикаһы төшөрөлән сәскәләр көршәге һәм балкон.

Русерсберг һарайы Карл XIV Юхандың һәм король ҡатыны Дезидерийҙың яратҡан һарайы була, Бернадоттар династияһынан беренсе булып, улар был һарайҙа йәйге ялдарын үткәрә. Улар һарайҙы резиденция сифатында файҙаланған король ғаиләһе ағзаларының һуңғылары була.[6].

 
Һарайҙың төньяҡ-көнбайыш яғы төндә

1860 йылда, Дезидерий вафат булғандан һуң , һарай швед пехотаһына тапшырыла. Швед пехота һәм артиллерия мәктәбе 1874 йылда замоктың беренсе ҡатына һәм флигелгә күсә. 1961 йылдың яҙында мәктәп Линчепинг гарнизоныны күсерелә. 1961 йылдың 1 июлендә замок Швеция граждандар оборона советына тапшырыла. Был совет 1986 йылда Ҡотҡарыу хеҙмәте агентлығы итеп үҙгәртелә. Уның 2006 йылға тиклем замок бинаһында һәм ҡанаттарында үҙ бүлмәләре була.

Парк француз барокко стилендә Бенгт Оксеншерн заказы буйынса архитектор кесеТессин Никодемус тарафынан XVII быуат аҙағында барлыҡҡа килтерелә. Шул ваҡытта ул Швецияның иң матур баҡсаларының береһе булып һанала, әммә һуңғараҡ баҡсаны сүп баҫа һәм парк юҡҡа сыға. Парктың аллеяһы һәм быуаһы һаман да бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә