Русаков Николай Васильевич
Русаков Николай Васильевич (6 май 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-гигиенист, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы (2007), Рәсәй фәндәр акдемияһы академигы (2013), Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
Русаков Николай Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 6 май 1939[1] (85 йәш) |
Тыуған урыны | Шувое[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Васильевич Русаков 1939 йылдың 6 майында Мәскәү өлкәһенең Красный ткач ҡасабаһында тыуған. 1964 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай, артабан шунда 1970 йылға тиклем аспирантурала уҡый[2].
1970-1989 йылдарҙа — А. Н. Сысин исемендәге дөйөм һәм коммуналь гигиена институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Е. И. Марциновский исемендәге медицина паразитологияһы һәм тропик медицина институты бүлегенең лаборатория мөдире.
1989 йылдан — А. Н. Сысин исемендәге тирә-яҡ мөхит кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының тупраҡ һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары гигиенаһы лабораторияһының мөдире.
«Тупраҡ һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы» секцияһы рәйесе, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар-эпидемиологик күҙәтеү Департаментың баш эксперты, РФ Дәүләт стандартының һәм РФ Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса фәнни-техник комитеттары ағзаһы; ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп, сүп-сар тейәп оҙатыу буйынса Үҙәк орган етәксеһе; тупраҡ гигиенаһы һәм ҡалдыҡтар хәүефенең сифатын баһалау өлкәһендә билдәле белгес; фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: тупраҡ торошон күҙәтеү: уның фундаменталь нигеҙҙәре һәм методологияһы, тупраҡтың гигиена хәле һәм уның ағыуланыуын кеше һаулығына йоғонтоһон күҙәтеү[2].
2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағзаһы итеп һайлана.
2007 йылда — Рәсәй медицина фәндәре академияһының академигы.
2013 йылдан — РФА академигы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002);
- «Хеҙмәт ветераны миҙалы».