Русава (укр. Русава) — Украиналағы йылға. Винница өлкәһенең Томашполь һәм Ямполь райондары аша көньяҡҡа табан аға. Днестрҙың һул ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо — 78 километр.

Русава
укр. Русава
Характеристика
Оҙонлоғо 78 км
Бассейн 991 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Александровка ауылы
 · Координаталар 48°42′16″ с. ш. 28°32′25″ в. д.HGЯO
Тамағы Днестр
 · Координаталар 48°13′56″ с. ш. 28°16′55″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡара диңгеҙ

Ил Украина Украина
Русава (йылға) (Украина)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Русава Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Йылға бассейны урман-ялан зонаһында урынлашҡан. Винница өлкәһе территорияһы буйлап аға. Русаваның өс ҡушылдығы бар, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 104 км тәшкил итә. Йылға тармағы тығыҙлығы коэффициенты (оҙонлоғо 10 километрҙан кәмерәк булған йылғаларҙан тыш) 0,19 км/км².

Йылға ағышын урындарҙа быуалар һәм һыуһаҡлағыстар көйләй, уларҙың һаны 1990 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 65, ә дөйөм күләме 5,0 млн м³. булған.

Йылға һыуы гидрокарбонат-кальций класына ҡарай, уның ҡатылығы — 4,9 мг-экв/л, дөйөм минералләшеүе 300 мг/л тәшкил итә. Үҙенең режимы буйынса Русава Көнсығыш Европа тибына ҡарай. Ҡар-ямғыр һыуҙары менән тулылана. Уның режимы ташҡын һәм тотороҡло һыу ҡайтыу осоро менән ҡылыҡһырлана. Йылға режимының гидрологик тикшерелеүе ҡәнәғәтләнерлек түгел. Русава ауылында 1932 йылдың 1 октябрендә гидрометрик күҙәтеүҙәр алып барыу пункты асыла, әммә ул 1953 йылдың 31 авгусында ябыла. Ошонан алып йылғаның гидрологик хәл-торошон системалы рәүештә тикшереү үткәрелмәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Географічна енциклопедія України : у 3 т. / редколегія: О. М. Маринич (відпов. ред.) та ін. — К. : «Українська радянська енциклопедія» ім. М. П. Бажана, 1989.
  • Енциклопедія українознавства : Словникова частина : в 11 т. / Наукове Товариство ім. Шевченка; гол. ред. проф., д-р Володимир Кубійович. — Париж ; Нью-Йорк ; Львів : Молоде життя, 1954—2003.