Ромадановка йырыны
Ромадановка йырыны — Башҡортостандың Ишембай районындағы йырын, Ромадановка ауылының көнсығыш ситендә Ҡартышла йылғаһы (Тор йылғаһы бассейны) үҙәнендә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан алып)[1]. Болон һәм болон-дала үҫемлектәре менән ҡапланған.
Ромадановка йырыны | |
---|---|
урыҫ Овраг Ромадановка | |
Урынлашыуы | |
53°13′50″ с. ш. 56°13′13″ в. д.HGЯO | |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЙырын битләүҙәрендә һәм төбөндә, ҡороған йылға урынында, тәбиғи яланғаслыҡта өҫкө йөҙөнә тимерле ҡомташ конкрециялары ятҡан ҡом һәм аҡ балсыҡ ултырмалары сыға. Был конкрецияларҙа кайнозой эраһының олигоцены дәүерендә үҫкән һоҡланғыс, яҡшы һаҡланған ағас япраҡтарының эҙҙәре ята. Табылдыҡ тикшеренеүселәргә был төбәктә ер ҡабығының барлыҡҡа килеү хәрәкәттәренә аныҡлыҡ индерергә мөмкинлек биргән[2].
Ромадановка йырыны – ғилми ҡиммәткә эйә булған геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (стратиграфик, палеонтологик, минералогия, мәғдән-петрографик, палеогеографик, геоморфологик типта). Бында көндөҙгө өҫкө ҡатламда палеогендың олигоцен ҡатламдарының иң яҡшы киҫелештәренең береһе асыҡ күренә, улар күмерле Урал алды серияһы ултырмаларын түшәй[3].
Дөйөм ҡалынлығы 6 метрлыҡ олигоцен ҡатламдарының эталон киҫелештәренең береһе. Ҡомташтарҙан, балсыҡтан, балсыҡлы ҡомдарҙан тора. Уларҙа олигоцен флораһы үҫемлектәре (күбеһенсә мәңге йәшел һәм яланғас орлоҡло Fagus speritus, Potomogeton speritus һ.б. ағас япраҡтары) эҙҙәре менән тимерле ҡомташ конкрециялары бар. Миллиондарса йыл элек бында үҫкән йылы яратыусы үҫемлек төрҙәрен билдәле совет палеонтологы А.Н. Криштофович тарафынан билдәләнгән: гинкго, граб, каштан, һаҙ кипарисы, платан һәм башҡалар.
Тәүге тапҡыр А.П.Тяжёва тарафынан тасуирлана (1937), Г.В.Вахрушев (1940), В.Л.Яхимович (1958) өйрәнә.
Статусы
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се «Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында»ғы ҡарары менән һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә[4]. Башҡортостан Республикаһы министрҙар кабинетының 1999 йылдың 26 февраленедәге «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында положениеларҙы раҫлау тураһында» 48-се ҡарары менән республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлегенә индерелә[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Памятники природы и охраняемые природные территории РБ « Памятники природы « Маршруты « БАШТУРИСТ. Туризм и отдых в Башкортостане. Дата обращения: 18 декабря 2009. Архивировано из оригинала 29 сентября 2009 года.
- ↑ Untitled Document . Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 1 март 2009 года. 2009 йыл 1 март архивланған.
- ↑ https://kitaptar.bashkort.org/files/geologicheskie_pamyatniki_prirody_respubliki_bashkortostan..pdf?ysclid=lclu4k45dn462488835
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 №465 | ООПТ России (aari.ru)
- ↑ Постановление кабинета Министров Республики Башкортостан от 26.02.1999 №48 | ООПТ России (aari.ru)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ромадановка йырыны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ромадановский овраг . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).