Розенберг Вера Михайловна

Розенберг Вера Михайловна (18941965) — совет математигы һәм конструкторы.

Розенберг Вера Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1894
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Новгород губернаһы[d], Валдай өйәҙе[d]
Вафат булған көнө 1965
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө Математика
Уҡыу йорто Бестужев курсы[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталинская премия

БиографияһыҮҙгәртергә

1894 йылда Кувизино ауылында (хәҙер Валдай районы, Новгород өлкәһе) тыуған һәм үҫкән. 1918—1922 йылдарҙа шунда уҡ йәшәй, ауыл хеҙмәте менән шөғөлләнә.

1912 йылда Санкт-Петербургта шәхси гимназияны тамамлай, аҙаҡ дөйөм техник йүнәлештәге Бестужев юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡый. 1922 йылда Петербург университетының физика-математика факультетын тамамлай. Вера Михайловна Розенберг легендар кеше була, бала саҡтан математик формулалар һәм иҫәпләүҙәр донъяһына сума. Математиканы ул француз телендә өйрәнә, сөнки, уның фекеренсә, был тел еңелерәк математик фекерләргә мөмкинлек бирә, математикаға логик һығымталарҙың ябайлығы менән нығыраҡ тура килә. Туғандары йыш ҡына Вера Михайловнаның гениаль һәләттәрен тикшерәләр, ҡыҙыҡ күреп уға логарифмдар таблицаһы буйынса һорауҙар бирәләр, һәм ул теләһә ниндәй һандың логарифмын бишенсе тамғаға тиклем хатаһыҙ әйтеп бирә.

1922 йылда уны һәм атаһын Хәрби-диңгеҙ көстәренең Петроград фәнни-техник комитетына эшкә саҡыралар. 1937 йылдан генерал И. И. Ивановтың конструкторҙар бюроһында эшләй. Техник фәндәр кандидаты.

Маршал Д. Ф. Устинов үҙенең «Хәтирәләр»ендә Вера Михайловна тураһында ошолай тип яҙа: «Конструкторҙар бюроһында үҙенсә уникаль кешеләр булдылар. Улар араһында Вера Михайловна Розенберг айырым урын алып торҙо. Ул булмышы менән математик ине, материалдар ҡаршылығы теорияһын, теоретик механиканы төплө белә. Конструкторлау буйынса күпселек иҫәпләүҙәр уның өҫтөнә йөкмәтелә ине. Вера Михайловна, ҡағиҙә булараҡ, уларҙы иҫ киткес шәп башҡара ине. Шуның менән бергә йыш ҡына үҙенең ысулдарын ҡуллана ине...»

1965 йылда вафат була. Ленинградта Төньяҡ зыяратта ерләнгән.

ҒаиләһеҮҙгәртергә

- атаһы — Розенберг Михаил Федорович (1861—1928), генерал-майор, артиллерия ҡоралдары конструкторы, Ҡыҙыл Армияның Хеҙмәт Геройы.

- ағайы — Розенберг Михаил Михайлович (1896—1981) — ҡорал конструкторы, ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты.

БүләктәреҮҙгәртергә

- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — яңы артиллерия һәм диңгеҙ ҡоралланыу өлгөләре булдырған өсөн (Т-34 башняһы)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)

- миҙалдар

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

  • Вычисление таблиц настильной стрельбы при помощи баллистических таблиц АНИИ. — М., 1933.
  • Теория пластических деформаций металлов. Механика конечного формоизменения. — М.; Л., 1956. (в соавт.)
  • Теория пластических деформаций металлов: механика конечного формоизменения. — Гос. научно-техн. изд-во машиностроит. лит-ры [Ленинградское отд-ние], 1956. — 366 с.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә