Роза (Силәбе өлкәһе)

Роза — Рәсәй Федерацияһы, Силәбе өлкәһе Коркин районының эшселәр ҡасабаһы[3].

Роза
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Розинское городское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Розинское городское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 12 645 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Почта индексы 456543
Карта
 Роза Викимилектә

Роза ҡала биләмәһенең административ үҙәге һәм берҙән-бер тораҡ пункты.

Географияһы үҙгәртергә

Роза ҡасабаһы Коркин ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 саҡрымда урынлашҡан. Сүмләк инеше буйында, Дубровка-Силәбе тимер юл станцияһынан 13 саҡрым алыҫлыҡта һәм Породный тимер юл станцияһынан 2 саҡрым алыҫлыҡта барлыҡҡа килгән. 1992 йылға тиклем Коркин ҡалаһы составына ингән. Муниципалитет Оло Силәбе агломерацияһы составында[4].

Тарихы үҙгәртергә

1932 йылда «Ҡыҙыл Роза» колхозы булараҡ барлыҡҡа килгән. Исеме немец һәм халыҡ-ара эшселәр хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре — Роза Люксембург хөрмәтенә бирелгән.

1935 йылда колхоз ерҙәре һоро күмер сығарыуға бүлеп бирелә. Әммә 1932 йылда күрше Коркин ауылында тәүге күмер сығарыу предприятиеһы төҙөлә. Коркин күмер ятҡылығының артабанғы үҫеше 1935 йылда уҡ колхоздың бар ерҙәрен тау эштәре өсөн биреүгә килтерә. Ә бында барлыҡҡа килгән шахтёрҙар һәм таусылар йәшәгән ҡасаба элекке колхоз атамаһы менән, ҡыҫҡартып Роза тип йөрөтөлә башлай.

1981 йылдың 1 октябрендә янында урынлашҡан Чапаев һәм Строитель ҡасабалары Роза эшселәр ҡасабаһы менән бергә берләштерелә[5].

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
1989[6]2002[7]2005[8]2006[8]2007[8]2008[8]2009[9]
15 58814 59714 50313 57512 56312 79514 758
2010[10]2011[11]2012[12]2013[13]2014[14]2015[15]2016[8]
13 09913 16613 54613 69813 56712 76612 621
5000
10 000
15 000
20 000
2006
2011
2016

Коркин күмер разрезының кире йоғонтоһо үҙгәртергә

 
Владимир Путин Коркин разрезында

Коркин күмер разрезы әкренләп тәрәнәйтелеү һәм киңәйтелеү менән бәйле күп кенә йорттар ҡасабала котлован ситенән 80-300 метр ғына алыҫлыҡта ҡалған. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы әкренләп шыуа барып аҫҡа төшә. Шуның арҡаһында күп кенә йорттарҙың ҡабырғаларында ҡулды тығып урамға сығарырлыҡ ҙур ярыҡтар хасил булған, улар аҡрынлап емерелә бара һәм авария хәлендә тип танылған[16][17]

Был муниципаль, шулай уҡ шәхси торлаҡтарға һәм хатта социаль объекттарға ла (мәктәп) ҡағыла. Бынан тыш даими һөрөм газы килә, һәм күмер саңы оса, былар кеше сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай — тын системаһы ауырыуҙары (мәҫәлән, бронхылар астмаһы) һаны ҡырҡа арта.

Һөҙөмтәлә, 2012 йылдың 4 февралендә В. В. Путин күмер разрезында булып, үҙ күҙҙәре менән күргәс, айырым йорттарҙы, бәлки ҡасабаны ла, хәүеф-хәтәрһеҙ урынға күсереү кәрәклегенә инана, ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә үткәрелә.

Коркин ҡалаһының үҙендә лә 2017 йылға тиклем елһеҙ ваҡытта ҡаланы күмер туҙаны ҡаплай торған була, 2018 йылдың аҙағына хәл яҡшырған, рәсми версия буйынса, разрез газ сығармай башлаған[18].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. ОБ УТВЕРЖДЕНИИ ПЕРЕЧНЯ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ (АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ) ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ, ВХОДЯЩИХ В ИХ СОСТАВ (с изменениями на: 25.05.2017), Постановление Законодательного Собрания Челябинской области от 25 мая 2006 года №161. docs.cntd.ru. Дата обращения: 6 февраль 2020.
  4. Посёлок Роза
  5. Роза — посёлок с интересной историей, настоящим и будущем! 2020 йыл 5 июль архивланған.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  9. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  10. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  11. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  14. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  16. Иван Жилин На краю (рус.) // Новая газета. — 2019. — № 78. — С. 14.
  17. Город Коркино и Коркинский карьер
  18. Чем дышат жители Коркино и Розы и чем грозит засыпание коркинского разреза промотходами?