Робин Анна Николаевна
Робин Анна Николаевна (1 ноябрь 1891 — ?) — Башҡортостан Республикаһының рус драма театры артисы. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
Робин Анна Николаевна | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Вафат ваҡыты: |
билдәһеҙ |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Башҡортостан республика рус драма театры; Һарытау, Архангельск, Киев, Краснодар, Харьков ҡалаларының драма театрҙары |
Наградалары: |
БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955) |
Биографияһы
үҙгәртергәРобин Анна Николаевна 1891 йылдың 1 ноябрендә тыуған.
1919 йылда Мәскәүҙә Кесе дәүләт академия театры янында драма курсын тамамлай.
Курсты тамамлағас, Архангельск, Киев, Краснодар, Харьков ҡалаларының театрҙарында эшләй. Оҙаҡ ваҡыт, 1933 йылдан алып 1959 йылға тиклем, Өфөлә Башҡортостан Республикаһының рус драма театрында эшләй.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
үҙгәртергә- Мигачев («Не было ни гроша, да вдруг алтын», А. Н. Островский)
- Домна Пантелевна («Таланты и поклонники», А. Н. Островский)
- Чебоксарова («Бешеные деньги», А. Н. Островский)
- Марья («Любовь Яровая», К. А. Тренев)
- Екатерина Лагутина («Мать своих детей», А. Н. Афиногенов)
- Вера Александровна («Одна», С. И. Алешин)
- Марья Тарасовна («Платон Кречет», А. Е. Корнейчук).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944)
- БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955)
Әҙәбиәт
үҙгәртергәВолков — Кривуша С. В. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа. 1959.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Робин Анна Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2022)