Рихеза Датская
Рихеза Датская (швед. Rikissa av Danmark, швед. Rikissa av Danmark; яҡынса 1174 йыл, Рингстед (?), Дания короллеге — 1220 йыл 8 май, шунда уҡ) — дат Эстридсен йорто принцессаһы, Дания короле Бөйөк Вальдемар I ҡыҙы; кейәүгә сыҡҡас — Швеция королеваһы.
Рихеза Датская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Титул | королева-консорт[d] |
Тыуған көнө | 1182[1] |
Тыуған урыны | Рингстед[d], Дания |
Вафат булған көнө | 8 май 1220 |
Вафат булған урыны | Рингстед[d], Дания |
Ерләнгән урыны | Церковь Святого Бендта[d] |
Атаһы | Вальдемар I Великий[d] |
Әсәһе | София Владимировна[d] |
Бер туғандары | Ингеборга Датская[d], Елена Датская[d], Кнуд VI[d], Вальдемар II[d] һәм София Датская[d] |
Хәләл ефете | Эрик X[d] |
Балалары | Ингеборг Эриксдоттер[d], Эрик Шепелявый[d], София Шведская[d], Mariana de Suecia[d], Martha Eriksdotter[d] һәм Helen Eriksdottir[d][2] |
Нәҫеле | Эстридсены[d] |
Әүҙемлек урыны | Дания |
Рихеза Датская Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәРихеза Датская 1190 йылда тыуған. Ул Вальдемар I Датскийҙың һәм кенәз ҡыҙы София Минскаяның ҡыҙы. Рихеза исемен уға әсәһе яғынан өләсәһе королева Рихеза Польская хөрмәтенә ҡушалар.
1210 йылда король Эрик X Шведский үҙенән алдағы король Сверкер II Шведскийҙы бәреп төшөргәндән һуң, йола буйынса Сверкерҙар династияһының Эриксондар династияһына ҡаршы булған Дания менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыу маҡсатында король Вальдемар Датскийҙың һеңлеһе Рихеза Датскаяға өйләнә.
Тормош иптәше тере сағында королеваның тик ҡыҙҙары тыуа һәм уның вафатынан һуң ғына йөклө ҡалған тол королева 1216 йылда берҙән-бер улын, буласаҡ король Эрик XI Шведскийҙы таба. Сверкер династияһынан булған яңы король Юхан I Шведский Швециянан Эриксон династияһы ағзаларын ҡыуып ебәрә. Рихеза Датская балалары менән бергә тыуған иленә ҡайта, унда улының 1222 йылда Швеция тәхетенә ултырғанын да һәм ҡыҙҙарының туйын да күрмәй.1220 йылда үлеп ҡала.
Ғаиләһе
үҙгәртергәРихеза Датскаяның һәм Эрик X Шведскийҙың ғаиләһендә дүрт ҡыҙ һәм бер ул тыуа.
- София Эриксдоттер Шведская (1241 йылда үлгән), Генрих III Борвин Ростокскийға кейәүгә сыға.
- Марта Эриксдоттер Шведская Нильс Сикстенссон Шпареға кейәүгә сыға.
- Ингеборга Эриксдоттер Шведская (1254 йылда үлгән), Швеция регенты Биргер Ярлға кейәүгә сыға
- Марианна Померания герцогына кейәүгә сыға
- Эрик XI Шведский (1216—1250), Швеция короле.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Рихеза Дания на сайте Датского биографического лексикона.
- Åke Ohlmarks. Alla drottningar Sveriges (Все королевы Швеции) (швед.))
- ↑ https://www.findagrave.com/memorial/15919788
- ↑ Lundy D. R. Rikisa Valdemarsdottir, Princess of Denmark // The Peerage (ингл.)