Рио-Платано

Гондураста биосфера ҡурсаулығы

Рио-Платано (исп. Río Plátano) — Гондурастың биосфера ҡурсаулығы. Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, өс: Грасьяс-а-Дьос, Колон, Оланхо департамент территорияһында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ биләмәһе буйлап ағып, Кариб диңгеҙенә ҡушылған Рио-Платано («Банан йылғаһы») йылғаһы исеме менән атала. 1982 йылда ойошторола, дөйөм майҙаны 5250  квадрат километр. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Ҡурсаулыҡ территорияһында 2000 самаһы традицион тормош рәүеше алып барған москито халҡы йәшәй[3].

Рио-Платано
Нигеҙләү датаһы 1982
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП VI: охраняемые территории с управляемыми ресурсами[d]
Дәүләт  Гондурас[1]
Административ-территориаль берәмек Москития[d] һәм Грасьяс-а-Дьос[d]
Ойошма ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Майҙан 5250 км²,
350 000 гектар,
150 000 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (vii)[d][2], (viii)[d][2], (ix)[d][2] һәм (x)[d][2]
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/mabdb/br/brdi…
Карта
 Рио-Платано Викимилектә

Ҡурсаулыҡтың ҙур өлөшөн урыны менән 130 метр бейеклеккә еткән дымлы, ҡарағай саванналары, йылға үҙәндәре эргәһендәге тар (галерея) урмандар, пальмалы һаҙҙар һәм диңгеҙ яр буйҙарында мангр әрәмәлектәре алып тора.

Рио-Платанола бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған 5 төр (ягуар, пума, оцелот, ягуарунди һәм оҙон ҡойороҡло бесәйҙәр), 400 ҡош төрө (шул иҫәптән гарпия, гокко, ара тутыйғошо һәм башҡалар) осрай.

Ҡурсаулыҡтың айырым статусына ҡарамаҫтан, Гондурас хөкүмәтене уның тейешенсә һаҡланғаныуын тәьмин итә алмай. «Экологик тикшереү агентлығы» (Environmental Investigation Agency — EIA) һәм «Халыҡ-ара сәйәсәт үҙәге» (Centre for International Policy) мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Гондурастан экспортланған ҡыҙыл ағастың 80 проценты законһыҙ ҡырҡыла. Шулай уҡ экспортҡа әҙерләнгән ҡарарғайҙың яртыһы рөхсәтһеҙ киҫелә. Хәҙерге темптар менән барғанда, 10-15 йылда Гондураста махагони тип аталған ҡыҙыл ағас тулыһынса ҡырҡып бөтөрөләсәк[4]. Паркка Никарагуанан килгән ҡасаҡтар ҙа өҫтәмә зыян килтерә, улар граждандар һуғышы йылдарында ҡурсаулыҡ территорияһында төпләнеп, шунда йәшәй башлай.

Ошо сәбәпле 1996 йылда Рио-Платано, хәүеф аҫтында торғанлыҡтан, Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. XXI быуаттың беренсе йылдарындағы хәл-торошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 2007 йылда парктан юҡҡа сығыу хәүефе аҫтындағы парк статусы алына[5][6]. Әммә Гондурас хөкүмәтенең мөрәжәғәте буйынса, 2011 йылдың июнендә Бөтә донъя мираҫы комитетының 35-се сессияһында ҡабат ҡаралып, статус кире ҡайтарыла[7].

Резерват «милли парк» статусын алыу өсөн кандидат булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.unesco.org/mabdb/br/brdir/directory/biores.asp?code=HON+01&mode=all
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 http://whc.unesco.org/en/list/196
  3. Страница национального парка Рио-Платано на сайте Всемирного наследия ЮНЕСКО (инг.)
  4. Гондурас. Кровавая продукция нелегальных рубок идет на экспорт в США и Евросоюз // «Лесное обозрение» со ссылкой на IPS. — 3 ноября 2005. — № 44 (174). Архивировано из первоисточника 16 май 2009.
  5. Парк во Флориде и заповедник в Гондурасе спасли от исчезновения. РИА Новости (25 июнь 2007). Дата обращения: 22 август 2011. Архивировано 2 июль 2012 года.
  6. Florida Everglades and Río Plátano Biosphere Reserve removed from Danger List. ЮНЕСКО (24 июнь 2007). Дата обращения: 22 август 2011. Архивировано 2 июль 2012 года.
  7. World Heritage Committee puts Río Plátano Biosphere Reserve on Danger List at the request of Honduras. ЮНЕСКО (22 июнь 2011). Дата обращения: 22 август 2011. Архивировано 2 июль 2012 года.