Ржев коридоры
Ржев коридоры — мемориаль трасса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградтың Героик оборонаһы һәйкәле (Санкт-Петербург)[1].
Ржев коридоры | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург һәм Красногвардейский район[d] |
Урын | Красногвардейский район[d] |
Ржев коридоры Викимилектә |
«Оло ерҙән» Ржевка станцияһына «тормош юлы» буйлап аҙыҡ-түлек, медикаменттар, һуғыш-кәрәк яраҡтары менән транспорт килгән.
Станциянан ҡала үҙәгенә тиклем беренсе 7 км араны «Ржев коридоры» тип атағандар. Был трасса буйлап йөк машиналары һәм махсус локомотив-трамвайҙар таратыу пункттарына тиклем йөк, дауаханаларға медикаменттар, икмәк заводтарына он ташығандар.
Тарихи белешмәләр
үҙгәртергәТрасса Санкт-Петербургтың Красногвардейский районындағы Ржевка — Пороховые тарихи райондары буйлап үтә.
«Ржев коридоры» Ржевка тимер юлы станцияһынан башлана, Рябовский шоссеһы буйлап барып, Коммуна урамына борола, Ильин баҡсаһы һәм Революция шоссеһы буйлап үтә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был фронт һыҙығы районы. Бында хәрби хәрәкәттәр булмай, әммә территория ҡаты ут аҫтына тотола. 1942 йылдың 29 мартында бомба һөжүменән вокзал бинаһы юҡҡа сыға. «Ржев коридоры» дошмандың төп сәбе була, сөнки был «тормош юлы» 1941 йылдың сентябренән 1943 йылдың мартына тиклем Ленинградты ил менән тоташтырыусы берҙән-бер транспорт магистрале булып тора.
Был коридорҙан ҡамауҙағы ҡалаға йөҙҙәрсә мең тонна аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары еткерелгән. Был юл буйлап «оло ергә» миллиондан ашыу әлһерәгән ленинград халҡын сығарғандар. Большеохтинский проспекты һәм Революция шоссеһе мөйөшөндә уның беренсе көйләү пункты урынлашҡан [2].
Мемориаль трасса
үҙгәртергәМемориал «Ржев коридоры» трассаһы архитектор С.В. Лукьянов концепцияһы һәм эскизы буйынса 1985 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең ҡырҡ йыллығына төҙөлгән[3].
Күп километрлы юл буйлап, саҡрым бағаналары кеүек «Ржев коридоры» һүҙҙәре яҙылған монументтар ҡуйылған. «Көндәлек ризыҡ» (Stone Bread. Daily) тип аталған аскет формалы стелалар героик ваҡыт күренештәрен һүрәтләгән барельефтар менән уратып алынған [4].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. В. Буров. Блокада день за днём. — Л.: Лениздат, 1979. — 480 с.
- Коллектив авторов. Оборона Ленинграда. 1941—1944. Воспоминания и дневники участников. — Л.: «Наука», 1968.
- Гусаров А. Ю. Памятники воинской славы Петербурга. — СПб.: Паритет, 2010. — ISBN 978-5-93437-363-5.
- Хассо Г. Стахов. Трагедия на Неве. Шокирующая правда о блокаде Ленинграда. 1941—1944. — М.: Центрполиграф, 2009. — 416 с. — ISBN 978-5-9524-4220-7.
- Блокада рассекреченная. Сост. В. И. Демидов. — СПб.: Бояныч, 1995. — 255 с. — ISBN 5-7199-0027-6.
- Ковальчук В. М., Чистиков А. И. Ленинград и ленинградцы в годы блокады. — СПб.: Лики России, 2012. — ISBN 978-5-87417-394-4.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ленинградтың Дәүләт оборонаһы музейы
- Ржевка (округы)
- Ленинград блокадаһы
- Дандың йәшел билбауы
- Тормош юлы
- Ильин баҡсаһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ City Walls. «Ржевский коридор»
- ↑ Районы Санкт-Петербурга: история и современность. Выпуск I, Красногвардейский район, — СПб., — «Карта», — 1998, — 48 с.
- ↑ Ковальчук В. М., Чистиков А. И., Ленинград и ленинградцы в годы блокады, — СПб., «Лики России», — 2012, — 260 с., стр. 61
- ↑ Санкт-Петербургские Ведомости. Ржевка-Пороховые