Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе
(Республика Башлығы битенән йүнәлтелде)

Башҡортостан Республикаһы Президенты, 2015 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы БашлығыБашҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Башҡортостан Республикаһы Башлығының штандарты
Вазифала

Башҡортостан

Рәсми резиденцияһы

Республика йорто

Вәкәләт мөҙҙәте

5 йыл

Вазифа булдырыла

1993 йыл

Вазифала беренсе

Мортаза Рәхимов

Сайт

http://glavarb.ru/rus/

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәсәй Президенты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр алып барғанда, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы бер үк вакытта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе лә булырға мөмкин[1][2].

Башҡортостан Башлығы коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән идара итә аласаҡ[3].

Президент ҡарамағындағы ойошмалар, консультатив һәм кәңәш органдары

үҙгәртергә
  • Йәмәғәт контроле буйынса совет
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Эштәр менән идаралығы
  • Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы
  • Республика Советы
  • Президент Советы
  • Урындағы үҙидара буйынса совет
  • Башҡортостан Республикаһының коррупцияға ҡаршы комиссияһы
  • Башҡортостан Республикаһының террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы
  • Башҡортостан Республикаһының наркотиктарға ҡаршы комиссияһы

Башҡортостан Республикаһы Президенттары

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Башлыҡтары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы
  2. Башҡортостан Республикаһының 2001 йылдың 19 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында” 215-з һанлы Законы (Башҡортостан Республикаһының 2003 йылдың 13 мартындағы 471-з һанлы, 2006 йылдың 8 декабрендәге 386-з һанлы, 2007 йылдың 30 майындағы 430-з һанлы закондары редакцияһында)
  3. Башҡортостан Башлығы коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән идара итә аласаҡ. Башинформ, 2016, 23 декабрь (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә