Ресен һарайы
Ресен һарайы (макед. Сарај ) — Төньяҡ Македонияның Ресен ҡалаһында урынлашҡан неоклассицизм архитектура стилендә төҙөлгән истәлекле урын.[1] Һарай 19 быуат аҙағанда ерле ғосманлы бейе Әхмәт Ниязи бей Реснели тарафынан төҙөлгән. Бина үҙенең архитектураһы яғынан Төньяҡ Македонияла уникаль булып тора. Һарайҙа хәҙер музей, китапхана һәм картиналар галереяһы урынлашҡан.[2][3] Ресенды ерле халҡы бинаны төрөксә «Һарай» тип йөрөтә.
Ресен һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1909 |
---|---|
Дәүләт | Төньяҡ Македония |
Административ-территориаль берәмек | Ресен[d] |
Архитектура стиле | неоклассицизм[d] |
Мираҫ статусы | heritage site in North Macedonia[d] |
Рәсми сайт | domnakulturataresen.mk/i… |
Ресен һарайы Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәРесен һарайы неоклассик архитектура стилендә төҙөлгән. Бинаның урта өлөшөндәге 35 метрлыҡ башня симетрия күсәре булып тора, уның тирәләй ике «ҡанат» йәйелгән. Бинаның подвалы, төп ҡаты, икенсе ҡаты, мансард ҡаты бар. Бөтә биналырҙың дөйөм майҙаны 7800 м². Бинаның тышҡы стеналарының ҡалынлығы 60-тан 105 сантиметрға етә. Фасад бик күп скульптары деталдәре менән биҙәлгән. Бинаның түбәһе тәүҙә ағастан булған, 1982 йылда реконструкция ваҡытында профилле металға алыштырылған.
Тарихы
үҙгәртергә19 быуат аҙағанда 20 быуат башында Әхмәт Ниязи бей Реснели йәш төрөктәр революциянерҙары ағзаһы булған. Версаль рәсеме төшөрөлгән открытка алғандан һуң Ниязи бей үҙенә ошондай стильдәге милек төҙөргә ҡарар итә, тигән фараз бар.[2][2][4][5]
Ресен һарайы төҙөлөшө 1905 йылда башлана. 1909 йылда йәш төрөктәр революцияһынан һуң бинаның төшҡы күренеше төҙөлә. Ҡалған эштәр, шул иҫәптән бинаның эске биҙәү эштәре Балҡан һуғыштары һәм Беренсе донъя һуғышынан һуң 1922 йылда ғына тамамлана. Әхмәт Ниязи бей 1912 йылда Дурреста билдәһеҙ сәбәптән үлә, шуға күрә төҙөлгән милеген күрә алмай.[4][6][7]
Балҡан һуғыштары тамамланған бина төрлө ойошма ҡарамағында төрлө фунция өсөн файҙаланыла. Тәүҙә ул Сербия короллеге ҡарамағында, артабан Югославия короллеге ҡарамағында урындағы администрация файҙаланыуында була. Икенсе донъя һуғышы йылдарында бина оккупация көсәте тарафынан файҙаланыла. Һуғыштан һуң Ресен ҡала мэрияһы урынлаша, артабан китапхана итеп файҙаланыла. Музей һәм картиналар галереяһы эшләй башлай.[4] Төҙөнгәндәр бирле бинаның түбәһе ике тапҡыр, 1982 йылда һәм 2005 йылда ремонтлана.[8]
Хәҙерге файҙаланыу
үҙгәртергәРесен һарайында бөгөн «Dragi Tozija House of Culture», «Resen Ceramic Colony», «Keraca Visulčeva Gallery» кеүек мәҙәни институттар урынлашҡан.
"The Dragi Tozija House of Culture" мәҙәниәт йорто Скопьелағы Македония музейы филиалы булып тора. Мәҙәниәт йортонда шулай уҡ пьессалар, әҙәби уҡыуҙар һәм башҡа мәҙәни саралар үткәрелә.[2][3][9]
Бинала урынлашҡан «The Resen Ceramic Colony» керамикасы музейы, шулай уҡ ЮНЕСКО Халыҡ-ара керамика академияһы ағзаһы булып тора.[2][10]
Македония рәссамы Кераки Висульчеваның һәм башҡа рәссамдарҙың эштәре галереяла күрһәтелә.
Китапхана 20 быуаттың 40-сы йылдарынан уҡ эшләй. Бөгөн 31000 дана ҡитап иҫәпләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Културно Наследство . Resen Municipality. Дата обращения: 5 сентябрь 2011. Архивировано 2 март 2012 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Grcev42
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 3,0 3,1 Зграда Сарај . Дом на култура Драги Тозија - Ресен. Дата обращения: 5 сентябрь 2011. Архивировано 2 апрель 2012 года. 2012 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Фотографот Цуле отиде по трагите на грофицата Рене . ПРИКАЗНА ЗА САРАЈОТ И ЉУБОВТА НА ДУЉАНОВИ ОД РЕСЕН. Вечер. Дата обращения: 5 сентябрь 2011. Архивировано 16 октябрь 2012 года.
- ↑ Historycal building: "Ahmed Niyazi bey's Saraj" - Resen . The Region of Prespa: Natural, Historical and Cultural sights. Kit-Jan Company. Дата обращения: 5 сентябрь 2011. 2012 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ ГРАДБА НА САРАЈОТ . САРАЈ. ИИ , ЦДНН. Дата обращения: 5 сентябрь 2011. 2012 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Grčev, Kokan. «Ресенскиот "Сарај" - Историски и стилски контекст». Le Folklore macédonien 30 (60-61): 43. Проверено 2002.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Utrinski Vesnik
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Museum of Macedonia (билдәһеҙ). Дата обращения: 26 март 2011.
- ↑ members of the academy . International Academy of Ceramics. Дата обращения: 13 сентябрь 2011. 2014 йыл 31 май архивланған.