Рексем футбол клубы
Футбол ассоциацияһының «Рексем» клубы (ингл. Association Football Wrexham Club) — төньяҡ Уэльстың Валли ҡалаһы футбол клубы.
Рексем футбол клубы | |
ингл. Wrexham A.F.C. | |
Нигеҙләү датаһы | 1864 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Wrexham Association Football Club |
Спорт төрө | футбол |
Дәүләт | Бөйөк Британия |
Урын | Рексем |
Баш тренер | Фил Паркинсон[d] |
Лигала уйнай | Первая Футбольная лига Англии[d] |
Йорт стадионы | Рейскорс Граунд[d] |
Хужаһы | Райан Рейнольдс[d] һәм Роб Макэлхенни[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Рексем, Уэльс, Бөйөк Британия |
Рәсми сайт | wrexhamafc.co.uk |
Һештег | wrexhamafc |
Официальный цвет | Ҡыҙыл төҫ, аҡ һәм йәшел |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 352 467 |
Категория игроков команды | Категория:Игроки ФК «Рексем»[d] |
Рексем футбол клубы Викимилектә |
87 йыл буйына был команда инглиз Футбол лигаһында өҙлөкһөҙ сығыш яһап килә, шуларҙың бары тик 2007/08 йыл миҙгелендә генә уйындан төшөп ҡала, әлеге ваҡытта Англия чемпионатында Милли конференцияла, кимәле буйынса бишенсе дивизионда уйнай. Англия чемпионаттарында ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, 1996 йылда Уэльс Кубогында уйнап, уны 23-сө тапҡыр яулай. Был уңышы арҡаһында «Рексем» Кубоктар Кубогы ярыштарында даими ҡатнаша.
Тарих
үҙгәртергәКлубҡа нигеҙ һалыу һәм төбәк ярыштары
үҙгәртергәРексемдың крикет клубы ағзалары 1864 йылда футбол клубына нигеҙ һала, шул ваҡыттан бирле «Рексем» донъялағы иң боронғо һәм Уэльстың иң иҫке клубтарының береһе.
1876 йылда Уэльс Футбол ассоциацияһы ойошторола һәм Уэльс командаһына Шотландия командаһына ҡаршы уйнай — Уэльс милли йыйылма командаһының беренсе уйынында Альфред Дәвис һәм Эдвин Кросс уйнай, улар иң беренсе булып «Рексем» йыйылма командаһы төҫөн яҡлай.
1877 йылда Уэльс Кубогы ойошторола, ә «Рексем», финалда «Друидс» командаһын отоп, кубоктың иң беренсе яулаусыһы була.
1883 йылда «Рексем» Англия Кубогы матчында ҡатнаша, ләкин еңелә, ә клуб трибунаһындағы тәртипһеҙлек арҡаһында клуб тарҡатыла. Бер айҙан яңы клуб — «Рексем Олимпик» асыла, ә өс йылдан һуң Олимпик исеме алып ташлана.
1890 −1921 йылдар дауамында «Рексем» Комбинация составына инә һәм төрлө төбәк масштабындағы футбол ярыштарында ҡатнашып килә. Ошо осор эсендә «Рексем» 12 тапҡыр Уэльс кубогын яулап, беренсе була һәм Англияның өсөнсө дивизионында уйнай башлай .
Футбол лигаһындағы старты һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа
үҙгәртергә1927/28 миҙгелендә «Рексем» Англия кубогының 1/16 уйынына эләгә, ләкин Англия футболының беренсе дивизионы вәкиле «Бирмингем Сити» клубынан еңелә. 1932/33 миҙгел «Рексем» клубы өсөн иң уңышлыһы була, клуб Өсөнсө дивизиондың икенсе урынын биләй. Томми Бамфорд иң яҡшы һөжүмсе тип табыла.
1939/40 миҙгелдә, һуғыш арҡаһында туҡтатылған чемпионатта, «Рексем» беренсе тапҡыр аҡлы-ҡыҙыллы кейемдә сығыш яһай, был форма шул ваҡыттан башлап клубтың традицион формаһына әйләнә.
1949 йылдың йәйендә «Рексема» беренсе тапҡыр сит ил турнеһы ойоштора, Германияла өс тапҡыр Британия армияһы командаһына ҡаршы уйнай.
«Манчестер Юнайтед» командаһынан 1956—1957 йылдар миҙгелендә Англия Кубогы ярыштарында Рексем футбол командаһы еңелә.
Инглиз футбол системаһындағы реформаларҙан һуң «Рексем» Өсөнсө дивизионда ике миҙгел үткәреп,1959/60 йылар миҙгелендә Дүртенсе дивизионға төшә чемпионат һөҙөмтәләре буйынса оса. Клубтың баш тренеры итеп тәғәйенләнгән уйнаусы Кен Барстың етәкселеге аҫтында команда ҡайтанан Өсөнсө дивизионға күсә, ләкин 1966 йылда Футбол лигаһында 24-се урында торп ҡала һәм бары тик Дүртенсе дивизионда уйнарға ғына хоҡуҡлы була.
1970-се йылдарҙағы уңыштары
үҙгәртергә1971/72 миҙгелендә Уэльс Кубогында еңгәндән һуң «Рексем» Кубоктары кубогында уйнау хоҡуғына эйә була. Ул Швейцарияның «Цюрих» командаһына ҡаршы уйнай һәм ҡунаҡта уйынды бер кемдең дә еңмәүе менән тамамлай, ә үҙ ҡалаһында уйнағанда «Рексема» 1/8 финалға сыға һәм уларға ҡаршы уйнаған Югославияның «Хайдук» командаһын еңеүгә ирешә, 3-1 иҫәбе менән еңә, ләкин ҡунаҡта 0-2 иҫәбенә уйнап, Еврокубоктан сығып китә.
1973/74 миҙгеле алдынан клуб үҙ гербын алмаштыра.
1975/76 миҙгелендә «Рексема» үҙ тарихында иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Кубоктар кубогы ярыштарында тәүҙә шведтарҙың «Юргорден», ә һуңынан поляктарҙың «Ҡорос» командаларын еңә. Сирек финалда уның дәғүәсеһе Бельгияның «Андерлехт» командаһы була. Ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтһә лә «Рексем» 1-2 иҫәбе менән был команданан еңелә.
Киләһе миҙгелдә «Рексем» Беренсе дивизиондың ике вәкилен еңеүгә өлгәшә, Кубок лигаһында «Тоттенхем Хотспур» һәм Англия кубогында «Сандерленд» командаларын еңә. Ләкин ысын көйәрмәндәр өсөн миҙгелдең аҙағы бик насар тамамлана—«Рексем» клубы командаһы 4 уйында 3 мәрәй йыя алмай, икенсе дивизиондан төшөп ҡала.
1977/78 миҙгеле клуб тарихында иң уңышлы осор була — «Рексем» Өсөнсө дивизионында урын яулай, сираттағы Уэльс кубогын ала, шулай уҡ Англия кубогының 1/4 финалына тиклем барып етә.
1979 йылдың 4 февралендә Англия кубогының сираттағы раундында «Рексем» башында Гленн Ходдл торған «Хотспур Тоттенхем» командаһы менән бер тигеҙ уйнай. 1982 йылда Англия кубогының өсөнсө раундында «Ноттингем Форест» командаһынан еңелә.
Аҡрынлап һүнеүе
үҙгәртергәКлуб тарихында иң уңышлы осор тамамлана. 1982 йылда «Рексем» икенсе дивизионында урынын һаҡлап ҡала алмай, артабан финанс ҡыйынлыҡтары кисерә башлай. Клуб тамам бөлдөрөлә, Дүртенсе дивизионынға төшөрөлә.
1989 йылда Дикси МакНил етәкселегендә «Рексем» Дүртенсе дивизиондың плей-оффтағы финиш зонаһында уйнай, әммә «Лейтон Ориент» финал матчында 1-2 иҫәбене менән еңелә. Уңышһыҙ старттан һуң Дикси МакНил яңы тренер Брайан Флинн менән алмаштырыла.
1991/92 миҙгелдә «Рексем» финанс ауырлыҡтары кисереүен дауам итә. Лигала эштәр насар бара.
1992/93 миҙгеле алдынан «Рексем» үҙенең принципиаль дәғүәсеһе «Честер Сити» командаһының һөжүмсеһе Гари Беннетты һатып ала. Команданың уйнауы үҙгәрә һәм миҙгел аҙағында Икенсе дивизионға кире ҡайтарыла.
1994/95 миҙгелендәге Англия кубогында «Рексем» Дүртенсе раундҡа тиклем барып етә, уға Олд Траффордта ғәмәлдәге чемпион «Манчестер Юнайтед» командаһы менән уйнарға тура килә, әммә мөғжизә тыумай һәм был юлы ла «Рексем» 2-5 иҫәбе менән данлыҡлы команданан ҡалыша.
«Рексем» Англия кубогында 1996/97 миҙгелдә уйнағанда үҙ тарихында өсөнсө тапҡыр сирек финалға сыға, ул «Вест Хэм Юнайтед» командаһын ота. 1/8 финалда Беренсе дивизиондың «Бирмингем Сити» командаһын еңә һәм сирек финалда «Рексем» дәғүәсеһе «Честерфилд» командаһы менән ярыша һәм 0-1 иҫәбе менән ҡунаҡтарҙан еңелә.
1999 йылдың ноябрь айында «Рексем» сираттағы кубокты яулай, ул Премьер лиганың «Миддлсборо» командаһың 2-1 иҫәбе менән еңә.
2000 йыл башынан клубты футбол менән бәйле булмаған проблемалар эҙәрлекләй башлай. Клубтың ул ваҡыттағы рәйесе Алекс Хемилтон Граунд Рейскурс стадионын ерҙәренартабан үҙ маҡсатына файҙаланырға итә. 2004 йылдың йәйендә Хемилтон, клуб стадиондан йыл эсендә сығып китергә тейеш, тип әйтә. Клуб көйәрмәндәре «Альбион Брайтон Хоув энд» һөйәрмәндәре менән бергә стадионынды һаҡлау өсөн хеҙмәттәшлек итә.
Финанс ҡыйынлыҡтары һәм Футбол лигаһынан осоп сығыу
үҙгәртергә2004 йылдың 3 декабренән суд ҡарары менән клуб тышҡы идаралыҡ аҫтына ҡуйыла, был клубтың 2,6 миллион фунт күләмендә бурысы булыуын асыҡлауға килтерә. «Рексем» клубы Футбол лигаһы тарихында беренсе тапҡыр 10 мәрәйгә штрафҡа тарттырыла һәм шунлыҡтан команда Өсөнсө дивизионға сығарыла. Финанс ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, «Рексем» 04/05 Футбол лигаһы трофейы ярышында «Саутенд Юнайтед» командаһын 2-0 иҫәбенә еңеп, еңеү яулауға өлгәшә.
2005 йылдың октябрендә Бирмингемдең Юғары Суды Алекс Хемилтон компанияһы ергә милек хоҡуғын тейешле кимәлдә үҙен беркетмәгән тип таба, шуның һөҙөмтәһендә стадион администратор ҡулында ҡала. 30 апрелдә клубтың яңы хужаһы Невиль Диккенс менән яңы килешеүгә ҡул ҡуйыла. һөҙөмтәлә «Рексем» 06/07 Футбол Лигаһы составында үҙ урынын һаҡлап ҡала.
Миҙгел яҡшы башланып китә — йәмғеһе 8 уйынды команда еңелмәйсә уйнай, Чемпионшип вәкиле «Шеффилд Уэнсдей» командаһын 4-1 иҫәбе менән тармар итә. Әммә аутсайдер «Стэнли Аккрингтон» һәм «Каунти Стокпорт» командаларынан көтөлмәгәндә еңелә һәм икенсе лигала урынын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә башлай. Команданың баш тренеры алмашына, был уйынды яҡшыртыуға килтерә. Хәйер, яҙмыш миҙгел аҙағына тиклем «Рексем» командаһының үҙ ҡулында ҡала Ниһайәт, «Бостон Юнайтед» менән Рейскурс Граунд стадионында уйнағанда «Рексем» 3-1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшә, шулай итеп Лигала үҙ урынын һаҡлап ҡала, ә уның дәғүәселәре бер үк ваҡытта Конференцияға күсерелә.
Киләһе миҙгел алдынан «Рексем» иң яҡшы уйынсылар һатып ала һәм еңеүсе булырға ниәтләй, әммә клуб ноябрь уртаһына бөтәһе 10 мәрәй йыйып, турнир таблицаһының аҫҡы юлында урынлаша. Иң тәүге раундта команда еңелгәс, уның баш тренеры Брайан Керри эшенән сығарыла, уға алмашҡа тәжрибәле Брайан Литтл саҡырыла. Уның етәкселенедә команда яҡшы уйнай башлауға ҡарамаҫтан, футболсылар 7 тапҡыр бер рәттән еңелә . Ғинуарҙа трансферт тәҙрәһе аша 11 футболсы клубҡа һатып алына. Бер Клуб бер нсә тапҡыр еңеү яулай, ләкин бер нисә әйҙәүсе футболсыларҙың бер туҡтауһыҙ йәрәхәт алыуҙары арҡаһында клуб Футбол лигаһы миҙгелен уйындан осоп сығып китеү зонаһында тамамлай.
Милли Конференция
үҙгәртергәҺөҙөмтәһе насар булыуға ҡарамаҫтан, клуб Брайан Литтл менән ике йылға контракт төҙөшә, ә миҙгелдең иң беренсе турында уҡ миҙгел фавориты «Стивенидж» командаһын 5-0 иҫәбе менән тармар итә. Уңышлы уйындар уңышһыҙҙары меән сиратлаша. «Рашден энд Даймондс» командаһынан еңелгәс Брайан Литтл менән контракт өҙөлә. Уны Уэльстың йыйылма командаһының билдәле һөжүмсеһе Дин Сондерс алмаштыра. Конференциялағы беренсе миҙгелде «Рексем» 10-сы урында тамамлай. 09/10 миҙгеле лә шулай уҡ тамамлана. «Рексем» таблицаның уртаһында урынлаша һәм плей-офф уйындарында урын өсөн көрәштә ҡатнаша алмай.
2011 йылдың мартында «Рексем» Supporters Wrexham' Trust көйәрмәндәр берләшмәһе тарафынан һатып алына. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса валлий командаһы плей-оффта уйнау хоҡуғына ала, унда дүртенсе урын биләй, әммә ярым финалда «Лутон Таун» командаһына ҡаршы уйнап, матчтар суммаһы буйынса 1-5 иҫәбе менән еңелә.
2011/12 миҙгел башында Дин Сондерс «Рексемды» ташлап «Донкастер Роверсҡа» китә, ә уның урынына тәжрибәле 37 йәшлек һөжүмсе Энди Моррелл килә. Баш тренер булыуына булыуына ҡарамаҫтан, ул уйынсы булараҡ сығышын дауам итә, миҙгел уйындары һөҙөмтәһе буйынса 49 уйында ул 14 туп индерә. 16 йыл дауамындағы тәнәфестән һуң, «Рексем» ҡайтанан Уэльс кубогында ҡатнашыусылар иҫәбенә индерелә, әммә уйын календарындағы ҡатмарлыҡтар һөҙөмтәһендә бер үк көндә ике уйында ярыша, англия кубогында «Брентфорд» командаһына ҡаршы команданың төп составы тәғәйенләнә һәм ул көтмәгәндә еңеүсе була, ә команданың дублерҙары. «Эйрбас» командаһынан өҫтәмә ваҡытта уйнап, 1-2 иҫәбе менән еңелә. 2012 йылдың мартында УЕФА англия лигалары систеиаһы буйынса уйнаусылар, әгәр ҙә Уэльс кубогында еңһәләр, Европа кубогында ҡатнашыу хоҡуғын юғалта, тип әйтә. Шулай итеп, был уйын «Рексем» командаһы өсөн Уэльс клубында аҙаҡҡы уйын була.
2012/13 йылдар миҙгелендә «Рексем» Конференцияла үҙенең лидер урынын һаҡлап ҡала һәм Конференцияың плей-оффында һәм Футбол Лигаһы Трофейы финалына сыға. Шулай итеп, үҙ тарихында тәүге тапҡыр «Рексем» «Уэмблиҙа» сығыш яһай, әйткәндәй, бер үк йыл эсендә ике тапҡыр — 5 аҙна айырма менән уйнай. Тәүҙә Футбол Лигаһының Трофейы финал уйындарында «Гримсби Таун» космандаһын пенальти серияһында еңә, ә икенсеһендә «Киддерминстер Харриерс» командаһын 5-2 иҫәбе менән еңә, «Рексем» плей-оффтың валлий финалында «Ньюпорт Каунти» командаһына ҡаршы уйнай һәм уйында бер кемдең дә еңмәүе менән тамамларға йөрөй, әммә уйындың иң аҙағында «Рексем» ике туп үткәрә, шунлыҡтан өсөнсө тапҡыр бер рәттән Футбол Лигаһына ҡайтыуҙан мәхрүм була.
Стадионы
үҙгәртергә«Рейскорс Граунд» стадионы (ингл. Ground Racecourse) Рексем ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Глиндур университетынан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан, 2011 йылда хәҙерге исемен ала һәм — Glyndŵr Stadium Racecourse University тип атала. Стадион «Рексем» өсөн һәм «Норт Вейлс Крузейдерс» регби клубы өсөн йорт стадионы булып тора. Гиннесстың рекордтар китабына ярашлы, «Рейскорс Граунд» стадионы донъяла халыҡ-ара ярыштар үткәреү өсөн файҙаланған иң боронғо стадиондарҙан һанала — әлеге ваҡытта бында үҙенең өйҙәге уйындарын Уэльстың йәштәр йыйылма командаһы үткәрә[1]. Стадион реконструкцияға ябылғандан һуң, уның 15 500 кеше һыйҙырышлы урыны 10 500 тамашасы һыйҙырышлыҡҡа тиклем кәмей. «Рейскорс Граунд» стадионы Уэльс төньяҡғындағы иң ҙур стадион ҙур стадион булды.
Күнекмә базаһы
үҙгәртергә«Рексем» командаһының күнекмәләр базаһы 1997 йылдың июнендә асыла. Уны төҙөү өсөн £750,000 тотонола, ә база Футбол лигаһында иң яҡшыларҙың береһе тип таныла һәм йыш ҡына титуллы клубтар, шул иҫәптән Англияның һәм Уэльстың милли йыйылма «Барселона», «Рейнджерс» командалары тарафынан ҡулланыла.
Ҡаҙаныштар
үҙгәртергәБилдәле уйынсылар
үҙгәртергә
|
|
Билдәле тренер
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Guinness cheers Racecourse with official record . Daily Post North Wales (2008–06–18). Дата обращения: 2010–09–22. Архивировано 21 ғинуар 2013 года. 2011 йыл 20 июль архивланған.