Резникова Зинаида Васильевна
Зинаида Васильевна Резникова (ҡыҙ фамилияһы Алямкина, 1927) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы
Резникова Зинаида Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1927 |
Тыуған урыны | Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЗинаида Васильевна Резникова 1927 йылда Киров районының Белокаменка ауылында (хәҙер Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Глубоковский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Зинаида Резникова 13 йәшенән Сталин исемендәге колхозда хеҙмәт итә башлай, унда ашнаҡсы, хисапсы, һуңғараҡ уңыш йыйыу менән шөғөлләнә. 1947—1949 йылдарҙа Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең «Ҡыҙыл таң» колхозында иген культуралары үҫтереү буйынса звено башлығы булып тора. Уның звеноһы һигеҙ йәш ҡыҙҙан тора, улар гектарынан 30 центнер иген үҫтереү буйынса йөкләмә ала. Йөкләмәләрен арттырып үтәйҙәр — звено 20 гектар майҙанда һәр гектарҙан 32,4 центнер иген йыйып тапшыра.[1]
СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 20 майындағы Указы менән колхоздың дәүләткә иген һатыуҙа юғары уңыш алыуы һәм 1949 йылғы яҙғы сәсеү өсөн культураларҙың орлоғо менән ихтыяжды тулы күләмдә тәьмин итеүе өсөн Алямкина Зинаида Васильевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1949 йылда Зинаида Васильевна һәр гектарҙан 29,2 центнер ужым үҫтереп ала. Ә яҙғы культуралар менән бөтәһе бергә 1341 центнер һайланма бойҙай йыйып ала, шуның өсөн 1950 йылда икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.
З.В. Резникова артабанғы йылдарҙа ла уңышлы эшләй — ябай колхозсы ла йәшелсәселек бригадаһының бригадиры булып та эшләй. Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. Киң мәғлүмәт сараларында үҙ эш тәжрибәһен таратыу өсөн сығыш яһай, башлыса, «Наш опыт выращивания высоких урожаев озимой пшеницы»[2]хеҙмәте авторы була[3]. Героиняның алдынғы ысулдары республиканың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан дөйөмләштерелә
Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, — Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы депутаты һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкә Советы депутаты итеп һайлана, күп йылдар агитатор булып эшләй.[1]
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Ҡаҙаҡ ССР-ы Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең Киров районында (хәҙер — Глубоковский) йәшәй
Миҙалдар менән, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (1944).[1]
Библиография
үҙгәртергә- Шығыс Қазақстан облысы [Мәтін] : энциклопедия — Резникова Зинаида Васильевна. — Алматы : Қазақ энциклопедиясы, 2014.
- Герои Социалистического Труда — казахстанцы. Т. 1. — Алма-Ата : Казахстан , 1969.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Резникова Зинаида Васильевна
- ↑ Наш опыт выращивания высоких урожаев озимой пшеницы / З. В. Алямкина, Герой социалист. труда, звеньевая колхоза «Красная заря» Киров. района Вост.-Казахст. обл.; — Алма-Ата : Каз. гос. изд-во, 1950 (гостип. № 2). — 24 с. : ил.
- ↑ Наш опыт выращивания высоких урожаев озимой пшеницы / З. В. Алямкина, Герой социалист. труда, звеньевая колхоза «Красная заря» Киров. района Вост.-Казахст. обл.; — Алма-Ата : Каз. гос. изд-во, 1950 (гостип. № 2). — 24 с. : ил.