Революцион комитеттар

(Революционные комитеты битенән йүнәлтелде)

Революцион комитеттар (ревкомдар) — большевиктар тарафынан ойошторолған һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда ғәмәлдә булған ғәҙәттән тыш вәкәләттәр бирелгән ваҡытлы власть органдары. Улар хәрби һәм граждан власты бөтә тулылыҡта үҙҙәренә туплаған. Ревкомдарҙы ойоштороуҙа һәм уларҙың эшмәкәрлегендә 1917 йылғы Октябрь революцияһы осорондағы хәрби-революцион тәжрибә файҙаланыла.

Иң эре территориаль революцион комитеттар — Бөтә Украина, Әзербайжан, Әрмәнстан, Себер, Дағстан ревкомдары, Белорус ССР-ы, Башҡорт АССР-ы, Грузия ревкомдары, Ҡырғыҙ крайы (1925 йылдан Ҡаҙаҡ АССР-ы) менән идара итеү ревкомы. Урындарҙа шулай уҡ губерна, өйәҙ, улус һәм ауыл ревкомдары индерелә.

1920 йылдың 2 ғинуарында Эшсе һәм крәҫтиән оборонаһы советы губерна һәм өйәҙ революцион комитеттарын юҡҡа сығарыу тураһында ҡарар сығара. Комитеттар, ташлама рәүешендә, ныҡ кәрәкле урындарҙа ғына һаҡланып ҡалына. Совет власы тулыһынса тик 1920 йылдың аҙағында — 1921 йылдың башында урынлаштырылған Әрмәнстан һәм Грузияла ревкомдар 1921 йылда ла ойошторола. Себер революцион комитеты 1925 йылдың декабре аҙағына тиклем ғәмәлдә була. Чечняның ҡайһы бер райондарында ревкомдар һуңыраҡ та индерелә, атап әйткәндә, 1926 йылда[1].

Ревком Ғәмәлдең башы Ғәмәлдең аҙағы
Бөтә Украин декабрь, 1919 февраль 1920
БССР ноябрь, 1918 декабрь 1920
Әзербайжан апрель 1920 май 1921
Әрмәнстан ноябрь 1920 май 1921
Башҡорт АССР-ы март 1919 июль 1920
Ҡырғыҙ крайы (Ҡаҙаҡ АССР-ы)

буйынса идаралыҡ

июль 1919 октябрь 1920
Себер август 1919 декабрь 1925
Грузия февраль

1921

март 1922
Дағстан апрель 1920 декабрь 1921

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә