Ратин (франц. ratine) — өбөрөһө үҙенсәлекле ҡыҫҡа ҡуйы кәкерсәкле йөн туҡыма.

Ратин
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Йөн (материал)[1]

Эшләнеше

үҙгәртергә

Ратинды машина ярҙамында ратинлайҙар, был процеста өбөрөлө туҡыма үҙ-ара ышҡылып торған ике плита араһынан үтә. Материалдың йөҙлөгө ниндәй булыуына ҡарап (мәҫәлән, төклө щётка, хәтфә, йомшаҡ резина йәки буҫтау), шулай уҡ өҫкө плита хәрәкәтенең йүнәлешенә һәм амплитудаһына, уның туҡымаға баҫымына бәйле, өбөрөнән ярашлы биҙәктәр килеп сыға. Өбөрөләр ҡайтарылып, төйөрсөктәр барлыҡҡа килтерә һәм төйөн рәүешендә төрөлә йәки тулҡындар хасил итә, һуңынан термик эшкәртеү юлы менән нығытыла. Ратинлау өбөрөнөң тышҡы йөҙөн яҡшырта һәм уға ышҡылып ҡырылыуҙан һаҡлай; пальто өсөн юғары сифатлы туҡымалар (мәҫ., драп-ратин) әҙерләгәндә ҡулланыла.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [ Ратин] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  1. Tortora P. G., Merkel R. S. ratteen (rateen) // Fairchild's Dictionary of Textiles (ингл.)Fairchild Fashion Media, 1996. — P. 461.