Рапа Роши
Рапа Роши (Ҡыҙыл йырын) — Румынияның Альба округында дәүләт әһәмиәтендәге һаҡлана торған биләмәлә урынлашҡан тәбиғәт ҡамартҡыһы. Геологик һәм ботаник ҡурсаулыҡ Секашелор платоһының көньяҡ-көнбайышында Секаш йылғаһы ярында, Себеш ҡалаһынан 4 км төньяҡтараҡ ярындашҡан. 24 гектарҙы биләгән резерв һаҡланыусы биләмәләр категорияларында (МСОП) III категория тип билдәләнелә[2]. Эрозия һәм ағын һыуҙар тау битендә текә ҡаялы йырын барлыҡҡа килтергән. Рапа Роши йырыны 10 гектар ер биләй һәм 800 метрға (2600 фут) һуҙылған. Бейеклеге урыны менән 50 до 125 метр (абсолют бейеклеге 300—425 метр (984—1394 фут)). Ғәйәт ҙур ҡая емерелгән диуарҙы хәтерләтә. Төрлө кимәлдәге колонна һәм пирамидалар йырындар менән йырғысланған һәм үҫемлектәр үҫмәй торған микрафлора барлыҡҡа килтерә. У. Шустер 1865 йылда был урында Котофени мәҙәниәте булыуы тураһында яҙып ҡалдырған[3] . Археологик ҡаҙыныу эштәре барышында биҙәлеп эшләнгән керамика киҫәктәре Котофени мәҙәниәте булыуын иҫбатлай[3][4].
Рапа Роши | |
Нигеҙләү датаһы | 2000 һәм 1968[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Râpa Roșie[1] |
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП III: памятник природы[d][1] |
Дәүләт | Румыния[1] |
Административ-территориаль берәмек | Алба[d] |
Әһәмиәтле урын | Алба[d] |
Майҙан | 26,82945 гектар[1] |
Рапа Роши Викимилектә |
Геология
үҙгәртергәРапа Роши — матур ҡыҙыл ҡаялы тәбиғәт ҡомартҡыһы булған геологик ҡурсауыҡ. Ҡаҙылма ҡалдыҡтар булмағанға күрә, йырындың йәшен билдәләү мөмкин булмаған[5][6].
Геологик объектты «тәбиғәт мөғжизәһе» тип тә атайҙар[7]. Уның бейеклеге 80-100 метрға етә. Ҡаялағы колонналар, пирамидалар, манаралар йөҙәр йыл буйы эрозия һәм ямғыр һыуҙары менән ашалып эшләнгән. Ҡаяның үҙенсәлектәрен өйрәнгән ваҡытта ҡырсынташ, кварц ҡомо һәм ҡомташ ултырмалары булыуы асыҡлана. Ултармалар эҙмә-эҙлекле ҡыҙыл балсыҡ, һоро һәм ҡыҙыл таштарҙан, көпшәк аҡ таштар ҡатламынан тора. Ултырмалар барыһы ла ҡыҙғылт төҫкә буялған. Ямғыр осоронда яуым-төшөм балсыҡты йыуып төшөрә һәм ҡая аҫтында шыулап торған йылғаға әйләнә. Йырын битенән Рапи Роша йылғыһы ағып сыға.
Флора һәм фауна
үҙгәртергәБыл районда һирәк осрай торған һәм эндемик үҫемлектәр осрай[6]. Парк биләмәһендә Cotoneaster integerrimus, Ephedra distachya, Centaurea atropurpurea, Dianthus serotinus, Cephalaria radiate, Asplenium nigrum һәм башҡа сәскәле үҫемлектәр булыуы асыҡланған. Үҫемлектәр төрлөлөгө 41 ғаилә һәм 144 үҫемлектәр тора[8]. Шуларҙың 8-енә юғалыу хәүефе янай.
Парк биләмәһендә тереклек итеүсе ҡоштарҙың, ер-һыу хайуандарының һәм һөйрәлеүселәрҙең реестры төҙөлгән.
Палеонтология
үҙгәртергәТрансильван бассейнының көньяҡ-көнбайышында Себеш ҡалаһы янында палеонтологик ҡаҙыныу эштәре башҡарылған. Ҡаҙыныу эштәре 1969 йылда башланған. Динозаврҙар һөйәктәре табылыуы турыһында элегерәк тә мәғлүмәт булған. Ҡаҙыныу эштәре барышында табылған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп йырын иртә миоцен осоронда (15-23 миллион йылдар элек) барлыҡҡа килгән тип билдәләйҙәр. Ташҡа әйерелгән умытҡалыларҙың да ҡалдығы табылған[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Nationally designated areas (CDDA) (ингл.)
- ↑ Ҡалып:WDPA
- ↑ 3,0 3,1 Academician Alexandru Borza about Rapa Rosie from Transylvania (билдәһеҙ). Dacoromania. Дата обращения: 23 апрель 2013.
- ↑ Apulum: Acta Musei Apulensis. — Muzeul Regional Alba Iulia, 2006. — P. 45.
- ↑ 5,0 5,1 A Sauropod Vertebra at Râpa Roşie (Alba District) Vlad A. Codrea (pdf). Paleontological Organization. Дата обращения: 22 апрель 2013. 2015 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Rezervaţia Naturală Râpa Roşie (билдәһеҙ). Official web site of Rezervaţia Naturală Râpa Roşie. Дата обращения: 22 апрель 2013. 2007 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ The geological reserve at Rapa Rosie, Sebes, Alba, Romania . Gigapan.com. Дата обращения: 22 апрель 2013.
- ↑ Downloads (pdf). Biodiversity Plants Organization. Дата обращения: 22 апрель 2013.