Ран (бор.-сканд. Rán, «урлашыу», «талау») — герман-скандинав мифологияһы персонажы, алпамыша, дауыллы диңгеҙ аллаһы, Эгирҙың һеңлеһе һәм ҡатыны. Рандың тылсымлы йылымы була, уны караптарға ырғыта, уларҙы һыу төбөнә һөйрәп төшөрә һәм табышын ала[2].

Ран
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Хәләл ефете Эгир[d][1]
Балалары Хеймдалдың туғыҙ әсәһе[d], Nine Daughters of Ægir[d] һәм Kólga[d]
Биләгән вазифаһы королева-консорт[d]
Ойошма ағзаһы асинджур[d] һәм sea giants[d]
Уйҙырма донъянан Скандинав мифологияһы
 Ран Викимилектә
Ран

Ран алтын ярата, уны төньяҡ халыҡтары «диңгеҙ уты» тип йөрөткән.

Ран кеүек Етундар нәҫеленән булған алла Локи осраҡлы рәүештә сихырсы Хрейдмарҙың улын үлтерә, һәм вираны алтын менән түләргә тейеш була (түләмәһә сихырсының аманатында булған дуҫтары астар (төп аллалар төркөмө) зыян күрер ине). Ран уға селтәрен биреп тора, һәм Лока уның ярҙамында Андвари — цвергты, иҫәпһеҙ хазиналар һаҡлаусыны — тота һәм уның байлығын ала. Ләкин шундай юл менән табылған алтын аҙаҡ бик күп бәләләр килтерә[3].

Эгирҙың һәм уның ҡатыны Рандың туғыҙ ҡыҙы була, уларҙы тулҡын ҡыҙҙары тип йөрөтәләр:

- Бара (бор. сканд. Bára йәки Dröfn)- «тулҡын»

- Блудухадда (бор.-сканд. Blóðughadda)- "ҡанлы сәсле " (һуғыштан һуң тулҡын төҫө),

- Бюлгья (бор.-сканд. Bylgja)- «диңгеҙ валы»

- Дуфа (бор.-сканд. Dúfa)- «ғазаплы тулҡын»

- Хефринг (бор.-сканд. Hefring)- «пульсациялаусы (ҡағыусы) тулҡын»

- Химинглэва (бор.-сканд. Himinglæva)- «күк йөҙөн сағылдырған тулҡын»

- Хрэнн (бор.-сканд. Hrönn)- «эләктермә тулҡын»

- Кулга (бор.-сканд. Kólga)- «ҡот осҡос тулҡын»

- Унн (бор. сканд.Unnr или Uðr)- «тулҡын»

Теорияларҙың береһе буйынса Эгир һәм Рандың туғыҙ ҡыҙы Хеймдалдың туғыҙ әсәһе менән ассоциациялана.

Фарер утрауҙары маркаһында Ран

Эпсилон Эридана йондоҙо (2015 йылда билдәле булған, уның тирәләй әйләнеүсе берҙән-бер экзопланета, Эпсилон Эридана b, Эгир хөрмәтенә аталған[4]) һәм Венерала ҡалҡыулыҡтар Ран исеме менән аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Эгир (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1904. — Т. XL. — С. 154.
  2. Эгир // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Андвари // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Final Results of NameExoWorlds Public Vote Released 2017 йыл 2 декабрь архивланған., International Astronomical Union, 15 December 2015.