Ҡаһиров Рамай Рәйес улы

(Рамай Ҡаһир битенән йүнәлтелде)

Ҡаһиров Рамай Рәйес улы (Рамай Ҡаһир) (19 ғинуар 1962 йыл) — шағир, яҙыусы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).

Рамай Ҡаһир
Исеме:

Ҡаһиров Рамай Рәйес улы

Тыуған көнө:

19 ғинуар 1962

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Өргөн ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, яҙыусы

Премиялары:

Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты (2013)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рамай Ҡаһир 1962 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районының Өргөн ауылында тыуған. Өргөн һигеҙ йыллыҡ, Учалы урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эшләй. 1980-1982 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡас, тимер юл эшсеһе булып эшләй[1]. Әлеге көндә үҙ ауылында йәшәй һәм эшләй[2].

Рамай Ҡаһирҙың һәләте буш урында яралмаған: өләсәһе Хәтимә әбей боронғо стилдә шиғырҙар яҙған булған[3]. Тимәк, уның Шиғырҙарынан ихласлыҡ, ябайлыҡ бөркөлгән Учалы шағиры Рамай Ҡаһирҙың ижады айырым бер хисле лә, шул уҡ ваҡытта көслө ихтыярлы ла шиғриәте барыһына ла яҡшы таныш. Уның яҙмаларында милләтебеҙҙең борон-борондан килгән ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло хөрмәте, һоҡланыуы, һаҡсыл һәм шул уҡ ваҡытта ҙур өмөттәр бағлаған мөнәсәбәте асыҡ сағыла.

«Төштәремдә ҡояш күрҙем», «Аҡ ҡауырһын», «Сиренле йорт», «Балҡыштар», «Тейен ҡунаҡ саҡырған» тигән китаптары баҫылып сыға. Рамай Ҡаһирҙың ижад емештәре башлыса «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында, республика һәм «Яйыҡ» район гәзитендә баҫтырыыла.

Рамай Ҡаһир стиленең ҡайһы бер үҙенсəлектəре

үҙгәртергә

Ғ.Ғ.Сəйетбатталов үҙенең башҡорт теле стилистикаһы буйынса хеҙмәтендә[4] Рамай Ҡаһир стиленең ҡайһы бер үҙенсəлектəрендә туҡтала:

Уҙған ХХ быуаттың туҡһанынсы йылдарында бер төркөм йəштəр əҙəбиəткə килгəйне, улар араһында Рамай Ҡаһир ҙа бар ине. Шағир халыҡтың йəнле һөйлəү телен дə, башҡорт əҙəби телен дə һəйбəт белə. Əҙип художестволы ижад процесында əсə теленең төп һүҙлек фондын да, һүҙлек 438 составын да, телдең тасуирлау-һүрəтлəү сараларын да оҫта ҡуллана. Мəҫəлəн:{{Врезка

Бына тағы ҡыш та килде,
Биҙəнеп йəш кəлəштəй,
Ирендəре — анау бешкəн,
Балланған ал милəштəй.
(«Ҡыш»)

Бында «кəлəштəй», «милəштəй» — синтетик сағыштырыу хəлдəре. Йəнə автор башҡорт теленең һүҙ төркөмдəрен үҙенең ижад маҡсатына ярашлы рəүештə ҡуллана. Шағирҙың поэтик əҫəрҙəрендə түбəндəге морфологик берəмектəр ҙур ғына урын билəй

— Ғ.Ғ.Сəйетбатталов. Башҡорт теле 8 том Стилистика. Уфа “Китап” 2008.

Ғалим шағирҙың «Урмансылар», «Парсалар», «Йырла, ҡурай, сыңла, ҡурай», «Маскарад», «Сирендəр», «Олоғаям» шиғырҙарын стилистика яғынан тикшерә дөйөмлəштереп əйткəндə, Рамай Каһирҙың шиғырҙары башҡорт поэзияһын үҫтереүҙə билдəле əһəмиəткə эйə, тип һанай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).
  • Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре — 2002» шиғри фестивале номинанты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [3] Поэты и писатели Учалинского района Республики Башкортостан
  • [4] «Күңелемде ҡояш итәм”
  • [5] Рамай ҠАҺИР. КҮҢЕЛ ЙЫЛЫҺЫ. ХИКӘЙӘ
  • [6] Aудиояҙма. «Күңелемде ҡояш итәм”. Фирҙәт Ғәлиев уҡый.
  • [7] 2017 йыл 9 март архивланған. 438-442 бит.