Ракетка

спорт инвентары

Ракетка — спорттың теннис, сквош, бадминтон, өҫтәл теннисы, ракетбол кеүек уйын төрҙәрендә ҡулланылған спорт инвентары. Ракетка тотҡостан һәм һуҡҡыстан тора. Ракетка һуҡҡысының майҙаны бәләкәй булһа (мәҫәлән, өҫтәл теннисы уйынына тәғәйенләнгән ракетканыҡы кеүек), уны тоташ итеп эшләйҙәр, ә ҙур булһа, аэродинамик ҡаршылыҡты кәметеү маҡсатында уны ҡылдан үреп яһайҙар. Был осраҡта ҡылдар овал йә тамсы рәүешендәге тирәскә тарттырыла. Был өлөшө ракетканың башы тип атала. Элек ракеткалар ағастан, ә ҡылдары мал тарамышынан йә эсәктәренән эшләнгән. Әлеге ваҡытта ракетка эшләү өсөн углерод сүс йә еңел металдарҙың иретмәһе кеүек синтетик материалдар файҙаланыла. Ә ҡылдар ғәҙәттә нейлондан йә башҡа синтетик материалдан яһала, әммә теннис ракеткаларына һаман да һыйыр малы эсәктәренән эшләнгән ҡылдар тарттыралар. Ракеткаларҙың тотҡостары иһә тотоу өсөн уңайлы булһын өсөн махсус туҡыма менән көпләнә.

Ракетка
Рәсем
Спорт төрө Бадминтон, теннис һәм спорт с ракетками[d]
 Ракетка Викимилектә
Теннис ракеткаһы
Бадминтон ракеткалары
Япон ракеткалары — хагоита

«Хагоита» тип аталған япон ракеткалары волан уйнау өсөн хеҙмәт иткән һәм йоҡа таҡтанан ҡыл ҡулланмай эшләнгән. Ваҡыт үтеү менән был уйын онотола барған, ә ракеткалары сувенирға әйләнгән. Уларҙы ҡурсаҡтар, күләмле аппликациялар менән биҙәйҙәр.

Өҫтәл теннисы

үҙгәртергә

Өҫтәл теннисы (пинг-понг) ракеткалары ғәҙәттә фанеранан эшләнә һәм ике яғынан күперткеле эрзинкә менән ҡаплана. Ағас менән эрзинкә араһына махсус көпшәк материал ҡатламы һалып ҡалдырыла. Туптың әйләнеүсәнлегенә һәм тиҙлегенә эрзинкәнең ниндәй төрҙән булыуы йоғонто яһай. Пинг-понг ракеткаһының бер яғы — ҡыҙыл, икенсе яғы ҡара төҫтә була. Төрлө төҫтә булыуы яҡтарға бер-береһенең ракетканың ҡайһы яғы менән уйнағанын күрһәтеп тора. Ярыш башланыр алдынан уйынсы, көнәркәшенең ракеткаһын ҡулына алып, уның ҡайһы яғы ниндәй эрзинкә менән ҡапланғанлығын һәм ниндәй төҫтә булғанлығын ҡарап сығырға хоҡуҡлы. Туп етеҙ хәрәкәт итһә лә һәм уйын шәп тиҙлек менән барһа ла, уйынсы көнәркәше ракетканың ҡайһы яғы менән уйнағанын күҙәтеү аҫтында тота ала.

Бадминтон

үҙгәртергә

Бадминтон өсөн хәҙерге заман ракеткалары углеводородлы ҡоростан эшләнә. Бындай ракеткаларҙың ауырлығы 80—100 грамм тәшкил итә.