Раздор этнография музей-ҡурсаулығы

Раздор этнография музей-ҡурсаулығы — Раздорская станицаһындағы дәүләт музей-ҡурсаулығы.

Раздор этнография музей-ҡурсаулығы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1988
Урынлашыуы Раздорская, Россия
Директор Сухов Алексей Викторович
Сайт museum-razdory.ru
Логотип Викисклада Раздор этнография музей-ҡурсаулығы Викимилектә

Музей-ҡурсаулыҡ 1953 йылда нигеҙләнә. Башланғысы булып, Раздор урта мәктәбе уҡытыусыһы Л. Т. Агарков нигеҙләгән тыуған яҡты өйрәнеү музейы тора.

1988 йылдың 25 февралендә, яҙыусы Анатолий Вениаминович Калинин ярҙамында РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән Раздор этнография музей-ҡурсаулығы булдырылды[1]. Һуңғараҡ мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондтары этнография музей-ҡурсаулығына тапшырылған.

Музей, ҡурсаулыҡ биләмәһендә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың (Раздорская станицаһы һәм уның юртовой казак хуторҙары Поляковский һәм Кондыгин, улар эргәһендәге тарихи-тәбиғи ландшафт, шулай уҡ Поречный һәм Ҡунаҡ утрауҙары) мәҙәниәтен, көнкүрешен сағылдырыусы бик мөһим коллекцияларға эйә. Бик боронғо замандарҙан башлап хәҙерге ваҡытҡа тиклемге тарихын һүрәтләүсе материалдар тупланған. Раздор Музей-ҡурсаулыҡ 3650 гектар[2] майҙанды алып тора.

Раздорская саницаһы дон казактарының беренсе баш ҡалаһы һанала. Атамаһы документтарҙа, 1571 йылдың авгусынан башлап күренә башлай. 1622 йылға тиклем ул Дон ғәскәрҙәре үҙәге була. Биләмәлә төрлө-төрлө тарихи осорҙарға: неолит, бронза һәм тимер быуаттарына, шулай уҡ урта быуаттарға ҡараған күп һанлы һәйкәлдәр табылған.

Ғалимдар тарафынан станицала төрлө халыҡтарҙың: киммерий, скифтар, аландар, готтар, һундар, хазарҙар, ҡыпсаҡтар, монголдар[3] йәшәүен күрһәтеүсе эҙҙәр табылған. 1994 йылдағы археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында ҡурсаулыҡ биләмәһендә табылған ҡәберлектәр төрлө боронғо: соҡор (ямная), катакомба (катакомбаная), бура (срубная), шулай уҡ салатов-маяк мәҙәниәтенә ҡарай. Бынан алдараҡ тикшеренеүселәр булғар (болгар) мәҙәниәтенә ҡараған ҡәберлектәрҙе лә тапҡан була.

Раздорҙан биш саҡрым йыраҡлыҡтағы Поляковский хуторында (1780, 1905 йылға тиклем Собачий), 1976 йылда картиналар галереяһы асылған. Унда рәсәй рәссамдары: И. И. Крылов, Е. Е. Лансере, В. А. Овечкин, В. Т. Нечитайло һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре ҡуйылған.

Раздорҙан ете саҡрым йыраҡлыҡтағы Коныгин хуторы (1788) ― тап ҡәҙимге казак торамаһы булып тора. Бында боронғо йорт ҡаралтылары, майҙан, 1879 йылда төҙөлгән Рождественск-Богородица (Рождественско-Богородицкая) сиркәүе лә һаҡланып ҡалған.

XVI быуатта Поречный утрауында (662 га) Раздор ҡаласығы булған. Ул үрелгән ҡойма менән уратып алынған булған. Тик бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған.

Раздор ― Рәсәйҙәге берҙән-бер шундай үҙенсәлекле музей булып тора.

Төп һәм фәнни-ярҙамсыл фонды айырым коллекцияларға бүленгән. Һынлы сәнғәт(живопись), графика, скульптура, нумизматика, бонистика, фалеристика, археология, металл, ағас һәм мебель, керамика һәм быяла, туҡыма, тире һәм күн, фотографиялар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте (прикладное искусство) әйберҙәренә, яҙма сығанаҡтарға[4][5][6][7][8][9].

  • 346560, Ростовская өлкәһе, Усть-Донецкий районы, Раздорская станицаһы , Калинин урамы, 117.
  • Пухляковский хуторы, Городской тыҡрығы, 14.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә