П. И. Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы

Украинала Браилов ҡала тибындағы ҡасабала (Винница өлкәһе Жмеринка районы) урынлашҡан музей

Пётр Чайковский һәм Надежда фон Мекк исемендәге музей(укр. Музей Петра Ілліча Чайковського і Надії Філаретівни фон Мекк) — Украинала Браилов ҡала тибындағы ҡасабала (Винница өлкәһе Жмеринка районы) урынлашҡан музей[1]. Ров йылғаһы ярында урынлашҡан Һарай-парк комплексы, 1868 йылда тимер юлы магнаты Карл фон Мекк тарафынан төҙөлгән.

П. И. Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы
Нигеҙләү датаһы 1979
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Браилов[d]
Урын Винница өлкәһе һәм Жмеринка районы
Циклдың өлөшө булып тора List of museums in Vinnytsia Oblast[d]
Бағышланған Чайковский Пётр Ильич
Рәсми асылыу датаһы 1979
Адрес вулиця Чайковського, 13, Браїлів, Вінницька область, Україна
Карта
 П. И. Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы Викимилектә

XIX быуат башында Браилов хужаһы Фелециан Юковский була[2]. 1868 йылда ул усадьбаны билдәле тимер юлы эшҡыуары Карл фон Мекка һата. Фон Мекк (1821—1876) Жмеринка-Одесса тимер юлы инженеры булып эшләй. XIX быуаттың 60-сы йылдарында классицизм стилендә ике ҡатлы һарай төҙөй[2]. Һарайҙы 7 гектарлыҡ иҫ китмәле парк уратып алған. Парк уның ҡатыны Надежда фон Мекк проекты буйынса һалынған: өс күлдән торған каскад бар, күлдәрҙе күперҙәр тоташтыра. Хәҙерге ваҡытта һаҡланып ҡалған күперҙәрҙең береһе ҡабатланмаҫлыҡ романтик тәьҫораттар ҡалдыра. Парк менән бер үк ваҡытта ҡапҡа ҡарауылсыһы өсөн матур биҙәлгән аласыҡ төҙөлгән.

Надежда Филаретовна Мекк (1831—1894) үҙенең бөйөк урыҫ композиторы Петр Чайковский (1840—1893) менән дуҫлығы арҡаһында тарихҡа инә. Мәскәү филармонияһы директоры Николай Рубинштейндың тәҡдиме буйынса 1876 йылда фон Мекк ғаиләһе Чайковскийға музыкаль әҫәрҙе ижад итергә заказ бирә. Шулай башлана имение хужабикәһәнең күренекле композитор менән дуҫлығы.

Фон Мекктың вафатынан һуң уның ҡатыны баронесса Надежда Филаретовна фон Мекк үҙе бар мөлкәте менән идара итә башлай. Бай тол ҡатынды меценатлыҡ мауыҡтыра.

Браиловтағы усадьба хужабикәһе бөйөк композитор Чайковскийҙың талантына ғашиҡ булған кеше була. Етеш йәшәгән кеше булараҡ, ул Чайковскийға йыл һайын бирелә торған субсидия тәҡдим итә (6 мең һум) һәм ошо сәбәп менән башланған хатлашыу дуҫлыҡҡа әүерелә. Уларҙың танышыуы ситтән тороп танышыу була. 13 йылдан ашыу улар хатлашалар һәм бер тапҡыр ҙа осрашмайҙар. Үҙ-ара килешеү буйынса улар осрашмаҫҡа ҡарар итәләр һәм сит кешеләргә үҙ дуҫлыҡтары тураһында хәбәр итмәҫкә килешәләр. Бөгөнгө көндә лә был мөнәсәбәттәрҙең сере аңлатылмаған сер булып ҡала[1].

Тарихҡа ла әлеге усадьба Надежда Филаретовна менән Петр Чайковскийҙың ошо серле, ныҡ һәм оҙайлы дуҫлыҡ арҡаһында инә.

Бөтәһе Браиловта Чайковский биш тапҡыр (башҡа сығанаҡтар буйынса — өс тапҡыр) була[1]. Бында ул беренсе оркестр сюитаһын, «Орлеан ҡыҙы» оркестр операһын ижад итә, шулай уҡ бында ул 14 романс һәм бик күп башҡа әҫәрҙәрен яҙа.

Браилов тирәһендә Ров йылғаһы өҫтөнән Чайковский ҡаяһы күтәрелгән[2] — композитор бында ижад итергә яратҡан. Бына нисек Чайковский Браилов тураһында яҙып ҡалдырған:

«Браиловҡа сәфәрҙәрем минең хәтеремдә ғүмеремдең иң илһамлы көндәренең бәхетле хәтирәләре булып ҡаласаҡ»[2].

Композитор матур биҙәлгән манарала ижадҡа бирелгән, бынан урындағы монастырға иҫ китерлек күренеш асыла.

1881 йылда Надежда фон Мекк йорт композиторы сифатында Париж консерваторияһы студенты Клод Дебюссины (1862—1913) саҡыра. Чайковский ижады менән һуғарылған атмосфера йәш композиторҙың ижадына йоғонто яһамай ҡалмай, һуңғараҡ Дебюсси күрекле француз композиторы булып китә[2].

Икенсе донъя һуғышы осоронда һарай бик ҙур зыян күрә[2]. Бөйөк композиторға хөрмәт йөҙөнән уны тергеҙәләр, әммә архитектура үҙенсәлектәре һаҡланмай. Берҙән-бер Чайковскийҙы хәтерләткән урын — йорт мөшөндәге декоратив манара. Бөгөнгө көндә элекке усадьбала лицей урынлашҡан, ә имение базаһында Петр Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы ойошторолған.

Музейҙы ойоштороу. Бөгөнгө торошо

үҙгәртергә

Музей 1979 йылда Браилов ПТУ эргәһендә ойошторола һәм хәҙерге көндә фон Мекк ғаиләһенең һарай комплексында урынлашҡан. Музей коллекцияһы яҡынса 2 000 экспонат тәшкил итә һәм бөйөк композиторҙың һәм уның дуҫы һәм меценат Надежда фон Мекктың үҙ-ара бәйләнештәренә арналған. Уникаль музыкаль китапханаһында композиторҙың тормошо һәм ижады тураһында тасуирлаған бай экспозиция тупланған, Чайковский эшендә ҡулланған һирәк нота баҫмалары ҡуйылған. Бөтә экспонаттарҙы — мебель, музыкаль ҡоралдар, кәнсәләр кәрәк-яраҡтары — музейға фон Мекк вариҫтары ҡулланыу өсөн бүләк иткәндәр[1].

Иғтибарҙы фонарь-бүлмә йәлеп итә — элек Н. Фон Мекктың һәм П. Чайковскийҙың эш кабинеты, уның экспозицияһы музыка даһийының тормошо һәм ижады хаҡында һөйләй. Зал интерьерында Надежда Филаретовнаның шәхси әйберҙәре урынлашҡан[1]. Артабанғы экспозиция залында Надежда фон Мекктың шәхси фотоальбомынан фотокүсермәләре ҡуйылған, улар элекке Браиловты, уның эргә-тирәһен һәм архитектураһын сағылдыра. Витриналарҙа П. Чайковскийҙың үҙе йәшәгән саҡтағы әҫәрҙәр баҫмалары урынлашҡан.

Музей фондтарына иң ҙур өлөштө йылдар дауамында фон Мекк ғаиләһенә һәм композитор Чайковскийға ҡағылышы булған мемориаль һәм тематик әйберҙәрҙе йыйған коллекционер П. Пляцек эшләй[3].

Йыл һайын музейҙы донъяның төрлө мөйөштәренән меңләгән туристар килеп күрә, музыканы баһалай белеүселәргә был мауыҡтырғыс музейҙа күрерлек нәмәләр бик күп[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә