П. Г. Шелапутин исемендәге педагогия институты

П. Г. Шелапутин исемендәге педагогия институты (1911—1917) — рус. Педагогический институт имени П. Г. Шелапутина — Рәсәй империяһының сәнәғәтсе П Г. Шелапутиндың шәхси аҡсаһына барлыҡҡа килтерелгән юғары уҡыу йорто.

П. Г. Шелапутин исемендәге педагогия институты
Нигеҙләү датаһы 1911
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Шелапутин, Павел Григорьевич[d]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Тамамланыу датаһы 1917

Институт тарихы

үҙгәртергә

1911 йылда сәнәғәтсе П. Г. Шелапутин иҫәбенә ир-аттар өсөн юғары уҡыу йорто (П. Г. Шелапутин ис. педагогик институт) ойошторола. Батша тарафынан раҫланған проект хаҡында халыҡ мәғарифы министры А. Н. Шварц мәғлүм итә. Институт Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында, Мәскәү мәғариф өлкәһе попечителенә буйһонған. Институтҡа идара итеү попечитель ҡатнашлығында директор, идара һәм педагогик совет тарафынан ғәмәлгә ашырыла.

П. Г. Шелапутин исемендәге Педагогия институты (1911) һәм Анатолий Шелапутин исемендәге[1] реаль училище биналары быға тиклем төҙөлгән (1901) Григорий Шелапутин исемендәге[2] ир-егеттәр гимназияһы биләмәһендә һалынған (1901)[3] . Бөтә был биналар архитектор Р. И. Клейн проекты буйынса төҙөлгән[4]

1911 йылдың ноябрендә директор итеп тарихсы А. Н. Ясинский тәғәйенләнә.

Институтҡа юғары уҡыу йорттарының береһендә курс тамамлаған егеттәр ҡабул ителгән. Уҡыу ваҡыты — 2 йыл. Институт рус теле һәм телмәр; боронғо телдәр; Рәсәй һәм дөйөм тарих; математика, физика һәм космография; тәбиғәт фәндәре; химия һәм география бүлексәләренән тора. Дәрестәр бөтә тыңлаусылар өсөн дә дөйөм һәм махсус — урта мәктәптең айырым предметтары буйынса үткәрелә. Педагогия һәм философия фәндәренең сағыштырмаса киң даирәһе — логика, дөйөм һәм педагогик психология, педагогика һәм тарих, мәктәп гигиена, шәхси методикалар өйрәнелә. Шулай уҡ физик күнегеүҙәр һәм факультатив — музыка һәм йыр дәрестәре үткәрелә. Институт составында педагогия музейы була. Студенттарҙың уҡытыу-ғәмәли эштәренең төп базаһы булып Григорий Шелапутин исемендәге ир-егеттәр гимназияһы һәм педагогия институты ҡарамағындағы Анатолий Шелапутин исемендәге реаль училище тора.

Институттың яҡшы йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, педагогик музейы булған. Уҡыу йортон тамамлап сыҡҡан тәрбиәләнеүселәре менән бәйләнешле эш итеүенең үҙенсәлекле формаһы булып йыл һайын ойошторолған педагогик съездар (1914, 1915 һәм 1916 йылдар) үткәреү була. 1912—1916 йылдарҙа А. Ясинский мөхәррирлегендә «Известия педагогического института» баҫмаһы нәшер ителә (ни бары 7 сығарылыш).

1917 йылғатиклем П. Г. Шелапутин исемендәге педагогия институтынан 4 сығарылыш эшләнә (барлығы 95 кеше). Уҡыу йортон тамамлаған уҡыусылары араһында — күренекле ғалим-педагог, профессор И. К. Андронов, В И. Лебедев, И. В. Устинов.

1917 йылдан һуң

үҙгәртергә

Институт бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола: социаль тәрбиә академияһы (1917—1923); Н. Крупская исемендәге коммунистик тәрбиә биреү академияһы (1923—1934);Н. К. Крупская исемендәге Коммунистик исемендәге педагогия институты (1934—1942) тигән атамалар менән эшмәкәрлеген дауам итә.

П. Г. Шелапутин шәхесе

үҙгәртергә

Павел Григорьевич Шелапутин (1848—1914) — Сәнәғәт советнигы, ғәмәлдәге статный советник, боронғо дворяндар нәҫеленән, йәмәғәт эшмәкәре, күренекле хәйриәсе. Мәскәү тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзаһы. Ата-әсәһе һәм йәшләй вафат булған улдары иҫтәлегенә уларҙың исемдәре менән уҡыу йорттары асҡан: Александра Петровна Шелапутова исемендәге гинекологтарҙы камиллаштырыу институты (1896);Григорий Шелапутин исемендәге ирҙәр гимназияһы (1901);Григорий Шелапутин исемендәге һөнәрселек училищеһы (1903);Григорий Шелапутин исемендәге ир-егеттәр һөнәрселек училищеһы (1904);Григорий Шелапутин исемендәге Ҡатын-ҡыҙҙар һөнәрселек училищеһы Калуга урамында (1904); Анатолий Шелапутин исемендәге реаль училище; үҙенең исемен аласаҡ Педагогия институты[5].

Шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Училище было названо в честь младшего сына П. Г. Шелапутина — Анатолия (1875—1906), умершего в возрасте 31 года.
  2. Гимназия была названа в честь среднего сына П. Г. Шелапутина — Григория (1872—1898), умершего в возрасте 26 лет.
  3. Достопримечательности Москвы
  4. Здания Педагогического института имени А. П. Шелапутина и гимназии имени Григория Шелапутина являются объектами культурного наследия города Москвы.
  5. Власов П. В. Благотворительность и милосердие в России. — «Центролиграф», 2001. C. 345—347.

Һылтанмалар

үҙгәртергә