Пһном Бахенг
Пһном Бакенг (Кхмер телендә: ប្រាសាទភ្នំបាខែង) ул Камбоджала, Ангкор Ватта ғибәҙәтхана ҡалҡыулығы формаһындағы Индуизм һәм Буддасылыҡ ғибәҙәтханаһы. Шива Хоҙайына бағышланған булып, ул 9-ынсы быуат аҙағында Ясоварман I (889-910) хөкөмө ваҡытында төҙөлгән булған. Ҡалҡыулыҡ өҫтөндә урынашып хәҙерге ваҡытта ул туристтар өсөн 1,5 км көньяҡ көнсығышта джунгли араһында урынлашҡан ҙурырак ғибәҙәтхана Ангкор Ватты ҡарау өсөн популяр урын. Күп зиәрәт ҡылыусылар һаны Пһном Бакенгты Ангкор Ваттың иң ҡурҡыныс янай торған һәйкәле итә.[1] 2004 йылдан бирле Донъя Һәйкәлдәр Фонды APSARA менән хеҙмәттәшлектә ғибәҙәтхананы һаҡлау буйынса эшләй.
Тарихы
үҙгәртергәАнгкор Ватҡа ҡарағанда ике йөҙ йылдан артыҡ элек төҙөлгән булып, Пһном Бакенг хәҙерге ваҡытта тарихсылар ышаныуы буйынса Ангкор төбәгенең төп ғибәҙәтханаһы булып тора. Ул көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Ролуоста Һариһаралайя баш ҡалаһынан һарай яны кешеләрен күсергәндән һуң яңы баш ҡалала Яшодһарапураҙың архитектура үҙәк өлөшө булып тора. Хәҙерге көн Таиландта Сдок Гхак Томда табылған б.э. 1052 йыл яҙмаһында , Санскритта шулай итеп яҙылған: "Шри Ясовардһана Ясоварман исеме аҫтында батша була башлағас, һәләтле Вамашива уның гуруһы булараҡ дауам иткән. Патшаның ҡушыуы буйынса ул тауҙар баштаһына тәңгәл Шри Йашодһарагирида линга ҡурған. Ғалимдар ышаныуы буйынса был абзац быға тиклем быуат ярым элек Пном Баһет изгеләштереүнә ҡарай. Пһном Бахенг Ясоварман хөкөмөнә ҡарай торған Ангкор төбәгендә 3 ғибәҙәтханаларҙың береһе булып тора. Башҡалары Тонле Сап күле янында көньяҡта Пном Кром, һәм Көнсығыш Барай резервуарынан төньяҡ-көнсығышта Пном Бок. Арыҡтан дүрт төп йүнәлештә урамдар нур итеп йүнәлгән. Иҫке баш ҡала даирәһенән яңы баш ҡаланың тышҡы арығына һәм шунан һуң көнсығыш – көнбайыш йүнәлешкә әйләнеп ғибәҙәтхананың туранан-тура көнсығышына тоташып төньяҡ-көнбайыш – көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә тротуар йүнәлгән. Тарихының һуңыраҡ осоронда Пном Бахет Буддасылыҡ ғибәҙәтханаһына әйләнгән булған. Уның өҫкө дәрәжәһендә хәҙер юғалтылған монументаль Ултырыусы Будда булған. Көнбайыш яҡта шул уҡ ҙурлыҡтағы Ятып Тороусы Будда. Был фигураның контурҙары хәҙер дә күренеп тора.
Символизм
үҙгәртергәПһном Бахенг Индуизм Илаһтары йорто Меру Тауының символик сағылышы булып тора, был статус тирәһендә урынлашҡан үҙән өҫтөндән 65 м бейеклектәге ҡалҡыулыҡ менән аҫһыҙыҡлана. ғибәҙәтхана ете дәрәжәле пирамида формаһында төҙөлгән, улар ете күкте сағылдыра. Үрге дәрәжәлә төрлө төҙөкләндереү халәттәренә биш ҡомташ санктуарий шахмат өлгөһендә урынлашҡан—береһе үҙәктә һәм дәрәжә квадратының һәр бер мөйөшендә берәү. Тәүге осорҙа йорт тирәләй һәм уның ярустарына 108 кескенә манара булған; уларҙың күбеһе емерелгән булған. Һиндостан космологияһыҙ һәм астрономияһы буйынса төп көнбайыш алдынғы Эколь Франсез ғалимы Жан Филиозат төп дәрәжә ғибәҙәтхананың символизмын интерпретациялаған. Ғибәҙәтхана тура мөйөшлө нигеҙ өҫтөндә ултыра һәм биш ҡат итеп ҡалҡып тора һәм биш төп манара менән әйләндерелгән. Аҫҡы дүрт ҡат өҫтөндән бер йөҙ бәләкәй манара таралған, улар теләсә ниндәй яҡтың үҙәгенән 33-се генә күренерлек итеп тупланған. Утыҙ өс ул Меру Тауында йәшәй торған Илаһтарҙың һаны. Пном Бахенгтың дөйөм манаралар һаны шулай уҡ әһәмиәтле. Үҙәктәгеһе донъяның күсәрен сағылдыра, ә 108 кесерәге дүрт ай фазаһын сағылдыра, һәрбереһе 27 көн менән. Һәйкәлдең ете дәрәжәһе ете күкте сағылдыра һәм һәр террасала 12 манара бар, һәрбереһе Юпитерҙың 12 йыллыҡ циклын сағылдыра. Чикаго Университеты ғалимы Пол Уитли буйынса, ул "ташта астрономик календарь."[2] 19-нсы быуат уртаһында тирә-яҡ донъя тарафынан Ангкор Ваттың күптән түгел асылыуынан һуң, археологтар Пном Бахенгтың тарихи әһәмиәтен аңлағансы ундарса йылдар үтеп киткән. Күп йылдар буйы, ғалимдар Ангкор Тһом ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан йорт Байон ғибәҙәтхана Байон Сдок Как Тһом яҙмаһында яҙылған бина тигән ҡарашта килешкәндәр. Һуңыраҡ эш Байонн Буддасылыҡ урыны тип идентификацияланган, ул башта уйлағанға ҡарағанда өс йөҙ йыл һуңыраҡ 12-енсе быуатта төҙөлгән һәм Пном Бахенг Батша Ясоварманның дәүләт ғибәҙәтханаһы тип танылған.
Популяр медиала Пном Бахенг
үҙгәртергәАнгкор Ваттың Пном Бахенг өҫтөнән күренеше Ҡәберҙәрҙе Ҡаҙыусылар киноһында бар (шул ваҡытта Лара Крофт Камбоджаға килеп бинокль аша ҡарай).
Галерея
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарарға мөмкин
үҙгәртергәБилдәләмәләр
үҙгәртергә- ↑ Smith, Justine. Tourist invasion threatens to ruin glories of Angkor Wat, The Observer (25 February 2007).
- ↑ Time Life Lost Civilizations series: Southeast Asia: A Past Regained (1995) p.93-4
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- Coedès George. The Indianized States of Southeast Asia / F. Walter Vella. — University of Hawaii Press, 1968. — ISBN 978-0-8248-0368-1.
- Goloubev, Victor. "Le Phnom Bakheng et la de ville Yasovarman". Bulletin de l'EFEO (Paris), 33 (булыуы 1933): 319-344.
- Goloubev, Victor. "Nouvelles récherches autour de Phnom Bakhen". Bulletin de l'EFEO (Paris), 34 (1934): 576-600.
- Higham Charles. Early Mainland Southeast Asia. — Бангкок: River Books Co., Ltd. — ISBN 9786167339443.
- Higham Charles. The Civilization of Angkor. — Бангкок: University of California Press.
- Rooney Dawn. Angkor. — Fourth. — Airphoto International Ltd.
- Sak-Humphry Chhany. The Sdok Kak Thom Inscription. — The Buddhist Institute.