Пётр Беренсенең Йәйге һарайы

Пётр Беренсенең Йәйге һарайыСанкт-Петербургта Йәйге баҡсала беҙҙең көндәргә тиклем тәүге ҡиәфәтендә һаҡланып ҡалған Пётр Беренсенең резиденцияһы. Музей кеүек ҡулланыла (Рус музейы филиалы).

Пётр Беренсенең Йәйге һарайы
Нигеҙләү датаһы 1703
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Үҙәк районы[d]
Архитектор Доменико Трезини[d]
Архитектура стиле Петровское барокко[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27603138?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][2]
Указания, как добраться Летний сад, набережная р. Фонтанки
Карта
 Пётр Беренсенең Йәйге һарайы Викимилектә

Йәйге һарай 17101714 йылдарҙа Доменико Трезини проекты буйынса барокко стилендә төҙөлә. Был бина ҡалалағы иң боронғо биналарҙың береһе. Ике ҡатлы бина ярайһы уҡ ябай һәм ун дүрт бүлмәнән һәм ике аш бүлмәһенән тора.

Резиденция йылдың тик йылы ваҡытында —май айынан алып октябрь айына тиклем файҙаланыуға тәғәйенләнгән, шуға күрә уның стеналары бик йоҡа, ә тәҙрә рамдары бер ҡатлы. Бина биҙәлешен рәссамдар А. Захаров, И. Заварзин һәм Ф.Матвеев башҡарған.

Һарай фасадын 29 барельеф биҙәй, уларҙа аллегорик формала Төньяҡ һуғыш ваҡиғалары һүрәтләнгән. Барельефтарҙы немец архитекторы һәм скульпторы Андреас Шлютер башҡарған.

Пётр өлөшләтә биҙәлгән һарайға 1712 йылда килә һәм унда вафатына тиклем һәр йәй һайын шунда йәшәй (1725). Ул түбәнге ҡатты биләй, ә икенсе ҡаттағы бүлмәләр Екатерина өсөн тәғәйенләнә. Пётр вафат булғандан һуң XIX быуаттың яртыһына тиклем һарайҙы сановниктар һәм һарай яны кешеләре А. И. Горчаков (1815 йылда), Д. И. Лобанов-Ростовский (1816 йылда), М. А. Милорадович (1822 йылдан), Е. Ф. Канкрин (1830 йй.), Ф. П. Вронченко (1840 йй.) йәйге резиденция сифатында ҡуллана. Сановниктар бында һалҡынса көндәрҙә лә йәшәй; уларға тик икенсе ҡаты ғына бирелә. Александр I ваҡытында йәй һәм яҙын батша резиденцияһына тамашасыларға инергә рөхсәтбула; 1840 йылда «тарихи иҫтәлекле әйберҙәрҙең» ентекле описе төҙөлә, уларҙың ҡайһы берҙәре реставрациялана.

1934 йылда һарай бинаһында тарихи-көнкүреш музейы асыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бина зыян күрә: рамдары юҡҡа сыға, бүлмәләрҙә түшәмдәрендә һәм фасадта штукатурка ҡойола, ҡыйығы снаряд ярсыҡтарынан зыян күрә. Һарай реставрацияһы 1946 йылда башлана. 1947 йылда музейҙар йөрөү өсөн яңынан асыла. 1950—1960 йылдарҙа һарайҙың тәүге ҡиәфәтен тергеҙеү маҡсатында киң масштаблы реставрация уҙғарыла, шул иҫәптән иҙәндәр алмаштырыла, йылытыу системаһы үҙгәртелә, һылау, плафондарҙың һүрәте тергеҙелә, стеналарын туҡыма менән тышлау яңыртыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Зимний дворец Петра I
  • Дворцы Санкт-Петербурга
  • Дворцово-парковые ансамбли пригородов Санкт-Петербурга

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001