Пюник (футбол клубы)
«Пюник» футбол клубы (әрм. Ֆուտբոլային Ակումբ „Փյունիկ“ Երևան) — Ереван ҡалаһында 1992 йылда ойошторолған әрмән футбол клубы. Пюниктың рус теленә тәржемәһе «Феникс» (мифик ҡош) тигәнде аңлата.
Пюник | |
әрм. Փյունիկ ՖԱ | |
Нигеҙләү датаһы | 1996 |
---|---|
Рәсми атамаһы | «Փյունիկ» Ֆուտբոլային Ակումբ |
Спорт төрө | футбол |
Дәүләт | Әрмәнстан |
Баш тренер | Егише Меликович Меликян[d][1] |
Лигала уйнай | Армянская футбольная Премьер-лига[d] |
Йорт стадионы | Football Academy Stadium (Yerevan)[d] |
Милке | Пюник[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Ереван, Әрмәнстан |
Рәсми сайт | fcpyunik.am |
Официальный цвет | күк[d] һәм аҡ |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 10 200 ± 99[2] |
Категория игроков команды | Категория:Игроки ФК «Пюник»[d] |
Пюник Викимилектә |
Әрмәнстандың иң титуллы клубы булып тора. 11 тапҡыр — Әрмәнстан чемпионы, 6 тапҡыр — Әрмәнстан кубогы, 8 тапҡыр — Әрмәнстан Суперкубогы эйәһе.
Элекке атамалары
үҙгәртергә- 1992—1995 — «Оменетмен»
- 1995—1999 — «Пюник»
- 2000—2001 — «Арменикум»
- 2001 — «Пюник»
Тарихы
үҙгәртергәКлубҡа 1992 йылда нигеҙ һалына. Команданың тәүге исеме «Оменетмен» (Երևան Հոմենտմեն). Ул әрмән дөйөм спорт союзы һәм әрмән скаут хәрәкәте атамаларының аббревиатураларынан алына.
1992 йылда Әрмәнстандың тәүге чемпионаты йомғаҡтары буйынса клуб чемпион исемен яулай. 1995 йылда атамаһы «Пюник» тип үҙгәртелә, 1999 йылда клуб тарҡатыла. 2001 йылда премьер-лига дебютанты — «Арменикум» клубы базаһында ҡабаттан ойошторола.
«Арменикум» 2000 йыл башында, клуб президенты «Арарат» легендаһы — Хорен Оганесян булған ваҡытта барлыҡҡа килә. Әрмәнстан беренселегендәге дебют сығышы 2000 йылда Беренсе лигала үтә[3]. «Ҡарабах» менән ныҡышмал көрәштә команда турнир тамамланыуға бер тур ҡалғас беренсе урын яулап, Премьер-лигаға сыға[4].
17 туп иҫәбе менән иң яҡшы бомбардир тип беренселектең беренсе түңәрәген "Арменикум"да уҙғарған Вадим Каграманов билдәләнә. Клуб өсөн 13 гол индереп, Каграманов «Динамо»-2-гә күсә.
Чемпионат башланғанға тиклем клуб тарҡатыла һәм ҡабаттан ойошторолған һәм Премьер-лигала уйнау хоҡуғын алған "Пюник"ка ҡушыла.
Ҡабаттан ойошторолған һуң команда Премьер-лиганың беренсе миҙгелендә үк үҙенең уйыны һәм дәғүәселәрен еңеүе менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бер нисә турҙан һуң үҙенә чемпионлыҡ тәьмин итеп, команда бер аҙ һәлкәүләнә, был иһә йомғаҡлау турында тигеҙ иҫәпкә уйнау һәм ике еңелеү менән тамамлана[5][6]. Кубоктың ярым финалына еткәс, «Пюник» «Мика»ға ике уйында ла бер төрлө: 1:2 иҫәбе менән еңелә[7][8]. Миҙгел йомғаҡтары буйынса, Премьер-лиганың иң яҡшы бомбардиры 21 туп индергән Арман Карамян була. Йылдың иң яҡшы уйынсыһы тип Вардан Минасян билдәләнә.
Элегерәк клуб хужаһы Әрмәнстандың футбол федерацияһы президенты Рубен Айрапетян була, ул 2009 йылдың ғинуарында клубты Самвел Алексанянға һата. Самвел Алексанян да билдәле эшҡыуар һәм әрмән парламенты депутаты.
2017 йылда футбол клубын Рәсәй бизнесмены Артур Согомонян һатып ала.
Еврокубоктарҙағы сығыштары
үҙгәртергәМиҙгел | Турнир | Раунд | Дәғүәсе | Өйҙә | Ситтә | Дөйөм иҫәп | |
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002/03 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Тампере Юнайтед | 2:0 | 4:0 | 6:0 | |
Икенсе һайлау раунды | Динамо Киев | 2:2 | 0:4 | 2:6 | |||
2003/04 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | КР Рейкьявик | 1:0 | 1:1 | 2:1 | |
Икенсе һайлау раунды | ЦСКА София | 0:2 | 0:1 | 0:3 | |||
2004/05 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Победа Прилеп | 1:1 | 3:1 | 4:2 | |
Беренсе һайлау раунды | Шахтер Донецк | 1:3 | 0:1 | 1:4 | |||
2005/06 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Хака | 2:2 | 0:1 | 2:5 | |
2006/07 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Шериф | 0:0 | 0:2 | 0:5 | |
2007/08 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Дерри Сити | 2:0 | 0:0 | 2:0 | |
Икенсе һайлау раунды | Шахтер Донецк | 0:2 | 1:2 | 1:4 | |||
2008/09 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Анортосис | 0:2 | 0:1 | 0:3 | |
2009/10 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Икенсе һайлау раунды | Динамо Загреб | 0:0 | 0:3 | 0:3 | |
2010/11 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Икенсе һайлау раунды | Партизан Белград | 0:1 | 1:3 | 1:4 | |
2011/12 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Икенсе һайлау раунды | Виктория Пльзень | 0:4 | 1:5 | 1:9 | |
2012/13 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Зета | 0:3 | 2:1 | 2:4 | |
2013/14 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Тетекс | 1:0 | 1:1 | 2:1 | |
Икенсе һайлау раунды | Жальгирис | 1:1 | 0:2 | 1:3 | |||
2014/15 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Астана | 1:4 | 0:2 | 1:9 | |
2015/16 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Ҡалып:Флагификация/Сан Марино Фольгоре | 2:1 | 2:1 | 4:2 | |
Икенсе һайлау раунды | Мольде | 1:0 | 0:5 | 1:5 | |||
2016/17 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Европа | 2:1 | 0:2 | 2:3 | |
2017/18 | УЕФА чемпиондары лигаһы | Беренсе һайлау раунды | Слован Братислава | 1:4 | 0:5 | 1:9 |
Турнир | Уйын | Еңеү | Бер яҡтың да еңмәүе | Еңелеү | Гол | Баштан үткәреү |
---|---|---|---|---|---|---|
УЕФА чемпиондары лигаһы | 31 | 8 | 7 | 17 | 27 | 51 |
Европа Лигаһы | 2 | 1 | 0 | 1 | 2 | 4 |
Йәмғеһе | 34 | 9 | 7 | 18 | 29 | 55 |
Ҙур еңеүҙәре һәм еңелеүҙәре
үҙгәртергәИң ҙур еңеүҙәре:
- «Пюник» — «Лори» Ванадзор — 13:2 (2002 йыл)
- «Пюник» — «Киликия» Ереван — 12:1 (2006 йыл)
- «Пюник» — «Аракс» Арарат — 11:0 (2003 йыл)
Еврокуботарҙа.:
- «Пюник» — «Тампере Юнайтед» (Финляндия) — 4:0
Иң ҙур еңелеүҙәре:
- «Пюник» — «Ширак» Гюмри — 0:3 (2002 йыл)
- «Пюник» — «Гандзасар» Капан — 0:3 (2008 йыл)
Еврокубоктарҙа:
- «Мольде» (Норвегия) — «Пюник» — 5:0 (2015 йыл)
Ағымдағы составы
үҙгәртергәҠаҙаныштары
үҙгәртергәМилли чемпионаттар
үҙгәртергә- Әрмәнстан чемпионы (12)
- 2001, 2002, 2003, 2004, 2005, 2006, 2007, 2008, 2009, 2010, 2015, 2022
- Әрмәнстан чемпионатының көмөш призеры (1)
- 2011
- Әрмәнстан чемпионатының бронза призеры (1)
2015/16
- Әрмәнстан Кубогы (7)
- 2002, 2004, 2009, 2010, 2013, 2014, 2015
- Әрмәнстан Кубогы финалисы(1)
- 2006
- Әрмәнстан Суперкубогы (8)
- 2002, 2004, 2005, 2007, 2008, 2010, 2011, 2015
- Әрмәнстан Суперкубогы финалисы (4)
- 2003, 2006, 2009. 🥉БДБ чемпионатының бронза призеры (1)
Команда призы
үҙгәртергәУйынсыларҙың ҡаҙанышы
үҙгәртергә- Миҙгелд иң яҡшы бомбардирҙары:
- 2001 — Арман Карамян (21)
- 2002 — Арман Карамян (36)
- 2004 — Эдгар Манучарян, Галуст Петросян (21)
- 2010 — Маркос Пиццелли, Геворг Казарян (16)
- Йылдың иң яҡшы футболсылары:
- 2001 — Вардан Минасян
- 2002 — Арман Карамян
- 2004 — Эдгар Манучарян
- 2007 — Левон Пачаджян
- 2008 — Саркис Овсепян
- 2009 — Генрих Мхитарян
- 2010 — Карлен Мкртчян
- Иң яҡшы ҡапҡасылар:
- 2003 — Апула Эдель
- 2004 — Апула Эдель
- 2005 — Геворг Каспаров
- Иң яҡшы һаҡсылар:
- 2003 — Хосе Андре Билибио
- 2004 — Александр Тадевосян
- 2005 — Александр Тадевосян
- Иң яҡшы һөжүм итеүсе һаҡсылар:
- 2004 — Карл Ломбе
- Иң яҡшы ярымһаҡсылар:
- 2003 — Левон Пачаджян
- Иң яҡшы йәш футболсылар:
- 2007 — Геворг Казарян
- 2009 — Давид Маноян
- Иң яҡшы йәш һаҡсылар:
- 2007 — Роберт Арзуманян
- Миҙгел асышы:
- 2005 — Роберт Арзуманян
- 2009 — Давид Маноян
- Иң яҡшы легионер:
- 2004 — Карл Ломбе
- Иң перспективалы футболсы:
- 2009 — Давид Маноян
- Иң яҡшы тренер:
- 2009 — Вардан Минасян
- 2010 — Вардан Минасян
Клуб етәкселеге
үҙгәртергәКлуб хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергәКлубының баш тренерҙары
үҙгәртергәКлуб Президенттары
үҙгәртергә
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.transfermarkt.com/fc-pyunik-erewan/mitarbeiterhistorie/verein/10301
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Армения. Сезон — 2000. Первая лига (21.04 — 28.10) 2010 йыл 29 август архивланған. (рус.)(рус.)
- ↑ Армения. Сезон — 2000. Первая лига. Календарь соревнований (рус.)
- ↑ Армения. Сезон — 2001. Высшая лига 2010 йыл 28 август архивланған. (рус.)(рус.)
- ↑ Armenia 2001 Premier League (инг.)(инг.)
- ↑ Армения. Сезон — 2001. Кубок 2010 йыл 29 август архивланған. (рус.)(рус.)
- ↑ Armenia Cup 2001 (инг.)(инг.)
- ↑ «Пюник» и «Бананц-3» удостоились приза «Fair Play» (рус.)(рус.)
- ↑ «Пюник» и «Бананц-2» — победители конкурса Fair Play (рус.)(рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт (әрм.)
- Профиль на footballdatabase.eu (инг.)
- Профиль на eufo.de 2009 йыл 19 июль архивланған. (нем.)
- Профиль на transfermarkt.de (нем.)
- Профиль на www.football-lineups.com (инг.)