Пушкин һәм Даль һәйкәле
А. С. Пушкин һәм В. И. Даль һәйкәле — Ырымбурҙың иҫтәлекле урындарының береһе. Ҡаланың үҙәгендә, Полина Осипенко исемендәге паркта, Совет һәм Краснознамённая урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Пушкин һәм Даль һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Тарихы
үҙгәртергә1833 йылдың 18 сентябрендә Пушкин Емельян Пугачев ихтилалы тарихын өйрәнеү маҡсаты менән Ырымбурға килә. Тап Ырымбур губернаһына сәфәренән һуң Пушкин «Пугачев тарихын» һәм «Капитанская дочканы» яҙа. Ул йәмәғәт Дворяндар йыйылышы бинаһынан алыҫ түгел, губернатор Перовский йортонда туҡтала (Совет урамы, 24, хәҙер — физика-математика лицейы). Пушкинды Ырымбур менән канцелярия чиновнигы, шағирға таныш булған Владимир Иванович Даль таныштыра.
В. Соллогуб фекеренсә, Н. В. Гоголдың «Ревизор» пьесаһының сюжеты тап Пушкиндың Ырымбурға сәфәре менән бәйле тыуған. Шағир Ырымбурға Пугачев восстаниеһы тураһында материал йыйырға килгәс, «уның тураһында В. А. Перовский йәшерен ҡағыҙ алғанын белеп ҡала, унда Перовский һаҡ булырға иҫкәртелә, сөнки Пугачев болаһы тарихы Ырымбур чиновниктарының эшен йәшерен тикшереү өсөн һылтау ғына була»[1].
Тасуирлама
үҙгәртергәҺәйкәл 1998 йылдың авгусында Ырымбурҙың юбилейында асыла. Ил А. С. Пушкиндың 200-йыллығын билдәләргә йыйына. Хөкүмәт рәйесе [Черномырдин Виктор Степанович|В. С. Черномырдин]] шәхсән үҙе һәйкәлде ҡуйыу һәм асыуҙың инициаторы була. Һәйкәл асыу тантанаһында ул саҡтағы премьер-министр, шулай уҡ уның юғары уҡыу йорто буйынса һабаҡташы Илья Глазунов ҡатнашалар.
XVIII быуат уртаһында һәйкәл ҡуйылған урында изгеләр Петр һәм Павел хөрмәтенә таш сиркәү төҙөлгән була. Ырымбурға сәйәхәте ваҡытында Пушкин сиркәүҙә була, Владимир Даль уны оҙатып йөрөй. 1930-сы йылдарҙа храм юҡ ителә. Петропавловск сиркәүе иҫтәлегенә һәйкәлдең нигеҙендә тигеҙ ҙурлыҡтағы (грек) тәреһе ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. А. Соллогуб Повесы. Хәтирәләр. — Л., Һуд. әҙәби-ре, 1988. — С. 552—553.