Пушкин һәйкәле (Ульяновск)

А.С. Пушкиндың һәйкәл-бюсы Ульяновскта ҡаланың Ленин районындағы Спасс урамында урынлашҡан.

Пушкин һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2005
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ульяновск
Булдырыусы Церетели Зураб Константинович
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Һүрәтләнгән объект Пушкин Александр Сергеевич
Карта

Төҙөлөү тарихы

үҙгәртергә

1899 йылдарҙа уҡ шағирҙың йөҙ йыллыҡ юбилейына Сембер ҡала думаһы муниципаль парктарҙың береһендә уның бюсын ҡуйырға ниәтләй. Әммә аҡса булмай. Йөҙ йыл үткәндән һуң А.С. Пушкин бюсы Ульяновск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейына Рәсәйҙең Сәнғәт академияһы Президенты автор Зураб Церетели тарафынан бүләк ителә.

А. С. Пушкиндың бюсы «Языковтар йорто» әҙәби музейы ихатаһында ҡуйыла (өлкә край өйрәнеү музейы филиалы) һәм 2005 йылдың 12 июнендә асыла. Һәйкәлде ҡуйыу инициаторы булып «Языковтар йорто» музейының дирекцияһы, атап әйткәндә, ошо музейҙың етәксеһе Лариса Ершова тора.

Пушкин һәм Сембер

үҙгәртергә

Александр Сергеевичтың биографияһында — Сембер менән бәйле күп яҡынлыҡ нөктәләре бар. Пушкиндар нәҫеле шағир тыуғанға тиклем үк Сембер менән бәйле булған — уның ике ата-бабаһы XVII быуатта Сембер воеводаһы була. Сембер губернаторы Загряжский — Наталья Гончарованың ике туған ағаһы. 1941 йылда Ульяновскҡа туранан-тура Пушкин вариҫтары — уның бүләсәләре Юлия Григорьевна һәм Александр Григорьевич Пушкиндар эвакуациялана. Һуңғыһы бында бер йыл йәшәй, үпкә шешеү ауырыуынан үлә, уның ҡәбере Карл Маркс урамындағы ҡала зыяратында урынлашҡан.

Әммә иң мөһиме — ошо сембер ерендә Пушкиндың үҙенең булып китеүе, ул бында үҙенең дуҫы шағир Языковҡа ҡунаҡҡа килә. Пушкин губернаны көнсығыштан көнбайышҡа, ә унан төньяҡтан көньяҡҡа киҫеп үтә.

Александр Сергеевич Сембер тураһында бер нисә әҫәрҙәрендә табырға мөмкин. Пушкиндың төп персонаждарының береһе Гринев Петруша — сембер дворяндарынан. «Капитан ҡыҙы» әҫәрен тамамлап, Пушкин уның һәм уның ҡатыны Мария Гавриловна тураһында былай тип яҙа: «Сембер губернаһында әлегә тиклем уның нәҫеле йәшәй».

Шағир, Семберҙә булып, губернатор Александр Михайлович Загряжский йортонда туҡталған. Уның ҡыҙҙарын бейергә өйрәткән һәм ун бер йәшлек Лиза Загряжская менән вальс әйләнергә яратҡан. Һуңыраҡ Лиза шағирҙың бәләкәй ҡустыһы Лев Пушкинға кейәүгә сыға.

Һылтанмалар

үҙгәртергә