Пушкин Тауҙары
Пушкин тауҙары — (1960 йылдан[3]) Рәсәйҙә Псков өлкәһенең көнбайышындағы ҡала тибындағы ҡасаба. Пушкиногорский районының, шулай уҡ Пушкиногорье ҡала биләмәһенең административ үҙәге.
Пушкин Тауҙары | |
Байраҡ | |
Рәсми атамаһы | Тоболенец |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Пушкиногорье[d][1], Пушкиногорский район[d] һәм Пушкинская волость[d] |
Административ-территориаль берәмек | Пушкиногорье[d], Пушкиногорский район[d], Пушкинская волость[d] һәм Опочецкий уезд[d] |
Халыҡ һаны | 4373 кеше (2021)[2] |
Почта индексы | 181370 |
Урындағы телефон коды | 81146 |
Пушкин Тауҙары Викимилектә |
Псковтан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 112 км, Утрау тимер юлы станцияһынан (Псков — Резекне линияһында) көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
үҙгәртергәРус дәүләте составында
үҙгәртергәҠасаба тарихы 1569 йылға барып тоташа, батша Иван Грозный күрһәтмәһе буйынса Посков воеводаһы Токмаков Юрий Синичий тауында (Псков ҡалаһы яны Ворничтан алыҫ түгел) Святогорский монастырына нигеҙ һала, артабан ул Рус дәүләтене хәрби форпостролен үтәй. Монастырь ҡеүәтле ағас диуарҙар менән уратып алынған булған, уны XVIII быуат аҙағында таш диуарҙар алмаштыра[5]. Бер аҙҙан һуң тауҙың исеме монастырға нигеҙ һалынғандан һуң Изге тау тип үҙгәртелә, ә монастырҙар эргәһендә Тоболенец биҫтәһе барлыҡҡа килә (күл атамаһы буйынса)[6][7].
Пётр I үҙенең указы менән 1708 йылдың 18 (29) декабрендә губерналарға һәм өйәҙҙәргә административ бүлеү индерә. Шул уҡ XVII быуатта бөлгән Воронич Опочкиҙың ҡала яны статусын ала. Опочки өйәҙе Воронич улусуның үҙәге Тоболенец була. 1719 йылдың 29 майында ( 9 июнь) йылда батшаның яңы указы менән губерналар провинцияларға бүленә, Опочки өйәҙе менән бергә Санкт-Петербург губернаһының Псков провинцияһы составына инә[5][8][9].
Рәсәй империяһы составында
үҙгәртергәИмператрица Екатерина I 1727 йылдың 29 апрелендәге (10 майында) указы менән Тоболенец слободаһы Псков провинцияһы менән яңы барлыҡҡа килгән Новгород губернаһына күсә. 1772 йылдың 23 октябрендәге (3 ноябрендә) Сенаттың Указына ярашлы Псков провинцияһы — Рәсәйгә ҡушылған Бөйөк Луки провинцияһы менән яңы ойошторолған Псков губернаһына инә; Опочка шул ваҡытта губерна ҡалаһына әүерелә. Әммә Екатерина II 1776 йылдың 24 авгусындағы (4 сентябрендә) указы менән Псков губернаһы составынан Полоцк губернаһы айырыла, ә Псков губернаһының үҙәге Псковҡа күсерелә[8][9].
Пушкин ваҡытында Тоболенец слободаһы ҙур булмаған ҡасаба була, һәм унда башлыса монастырь хеҙмәтселәре һәм аҫаба крәҫтиәндәр йәшәй[10].
XIX быуаттың 2-се яртыһында Тоболенец слободаһы — үҙе үҙ идаралығы менән ябай улус үҙәге була, уның үҙенең янғын дружинаһы, дауаханаһы һәм ғибәҙәтханаһы, трактирҙары, монастырға яҡын сауҙагәрҙәр һәм руханийҙар йорттары була. 1830 йылда И.А. Раевский биҫтәлә беренсе бушлай мәктәп аса, унда 30 бала уҡый; 1840 йылда Дәүләт мөлкәте министрлығы бында үҙ мәктәбенә нигеҙ һала[7][5]. 1875 йылда уға ике класлы Святогор училищеһы өҫтәлә.
СССР составында
үҙгәртергәСовет власы Воронич улусы территорияһында 1918 йылдың мартында урынлаштырыла[11].
Октябрь революцияһынан һуң беренсе йылдарҙа Тоболенец слободаһы Псков губернаһының Опочки өйәҙенә инеүен дауам итә. 1924 йылдың 10 апрелендә Воронич улусының ВЦИК декреты буйынса Воронич улусынан Полянский һәм Матюшкинский улустарынан яңы Пушкин улусы ойошторола, уның үҙәге Тоболенец слободаһы ВЦИК Президиумының 1925 йылдың 25 майындағы ҡарары менән Пушкин Тауҙары ауылы тип үҙгәртелә. 1927 йылдың 1 ғинуарында ауыл яңы барлыҡҡа килгән Ленинград Псков округы составына инә һәм Пушкин районының административ үҙәге була[12][13].
1930 йылдың 23 июлендә Псков округы бөтөрөлә, Пушкин районы туранан-тура Ленинград өлкәһенә буйһона. 1935 йылдың 29 ғинуарында Калинин өлкәһе ойошторола, Пушкин районы уға тапшырыла. 1937 йылдың 11 майында ВЦИК Президиумының яңы ҡарары менән Опочецкий сик буйы округы төҙөлә, уға Пушкиногорский районы тип үҙгәртелгән Пушкин районы инә. Ниһайәт, 1941 йылдың 5 февралендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән был округ бөтөрөлә, Пушкиногорский районы туранан-тура буйһона Калинин өлкәһенә буйһона[8][9].
Хәҙерге осор
үҙгәртергә2005 йылдың февралендә «Пушкин Тауҙары» ҡала биләмәһе муниципаль берәмеге барлыҡҡа килә, статусы һәм сиктәре 2005 йылдың 28 февралендәге "Псков өлкәһе территорияһында яңы төҙөлә торған муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү һәм уларҙың статусы тураһында" № 420-ОЗ Законына ярашлы билдәләнә. Бер үк ваҡытта ҡасаба Пушкиногорский улусының административ үҙәге була[14]
2009 йылдың 11 октябрендәге референдумда «Пушкин Тауҙары» ҡала биләмәһе, шулай уҡ Пушкиногорский и Зарецкий улустарының халҡы бер муниципаль берәмеккә — «Пушкиногорье» ҡала биләмәһенә берләшең тураһында теләк белдерә[15]. 2010 йылдың 3 июнендәге референдум һөҙөмтәләре буйынса өс телгә алынған муниципаль берәмектәр Псков өлкәһенең № 984-ОЗ Законы менән яңы муниципаль берәмеккә — «Пушкиногорье» ҡала биләмәһенә берләшә[16].[17].
Климаты
үҙгәртергәҠала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса температура, °C | −5,3 | −5,6 | −0,7 | 6,3 | 12,3 | 15,6 | 17,9 | 16,4 | 11,0 | 5,9 | −0,2 | −4,1 | 5,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 52 | 39 | 40 | 35 | 56 | 86 | 76 | 84 | 69 | 62 | 54 | 52 | 705 |
Сығанаҡ: ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД" |
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 7,2 | 8,7 | 17,5 | 25,6 | 32,5 | 31,9 | 34,0 | 36,3 | 27,4 | 20,9 | 14,0 | 10,9 | 36,3 |
Уртаса максимум, °C | −4,2 | −2,1 | 3,5 | 11,8 | 19,2 | 21,3 | 24,2 | 22,5 | 17,0 | 8,8 | 3,6 | −0,7 | 10,4 |
Уртаса температура, °C | −6,5 | −4,9 | −0,5 | 6,6 | 13,4 | 16,0 | 19,0 | 17,2 | 12,4 | 5,4 | 1,7 | −2,5 | 6,4 |
Уртаса минимум, °C | −8,9 | −7,5 | −4 | 2,0 | 7,9 | 10,9 | 14,4 | 12,8 | 8,8 | 2,6 | −0,1 | −4,5 | 2,9 |
Абсолют минимум, °C | −29,5 | −31,1 | −20,8 | −8,9 | −4,4 | 2,0 | 5,1 | 4,0 | −2 | −10,5 | −21,8 | −22,7 | −31,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 49 | 35 | 31 | 41 | 61 | 77 | 78 | 95 | 59 | 77 | 57 | 50 | 709 |
Сығанаҡ: Погода и Климат (компиляция данных с метеостанции) |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Ҡалып:АТД-80
- ↑ Пушкинские Горы . // Информационный портал «Заповедная Россия». Дата обращения: 1 ноябрь 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Савыгин, 1978
- ↑ Софийский, 2004
- ↑ 7,0 7,1 Пушкинские Горы. История . // Сайт «Пушкиногорье». Дата обращения: 26 октябрь 2015. 2019 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Административно-территориальное деление Псковской области, 2002
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Манаков, Евдокимов, Григорьева, 2010
- ↑ Савыгин, 1978, с. 70
- ↑ Савыгин, 1978, с. 83
- ↑ Административно-территориальное деление Псковской области, 2002, с. 37, 98
- ↑ Манаков, Евдокимов, Григорьева, 2010, с. 23—27
- ↑ Закон Псковской области от 28 февраля 2005 года № 420-ОЗ «Об установлении границ и статусе вновь образуемых муниципальных образований на территории Псковской области». // Электронный фонд правовой и научно-технической документации
- ↑ Итоги голосования на референдуме 11 октября 2009 года по вопросу объединения муниципальных образований в Пушкиногорском районе . // Сайт Избирательной комиссии Псковской области. Дата обращения: 3 ноябрь 2015. 2013 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Псковская область. Закон от 03 июня 2010 года № 984-ОЗ «О внесении изменений в Закон Псковской области „Об установлении границ и статусе вновь образуемых муниципальных образований на территории Псковской области“ и Закон Псковской области „О преобразовании муниципальных образований Псковской области“» . // Сайт «Право.ru». Дата обращения: 3 ноябрь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Закон Псковской области «Об установлении границ и статусе вновь образуемых муниципальных образований на территории Псковской области». Поправки от 03.06.2010 № 984-ОЗ . // Портал «Нормативные правовые акты Российской Федерации» Министерства юстиции РФ. Дата обращения: 3 ноябрь 2015. 2013 йыл 21 июль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Псковской области (1917—2000): Справочник. 2-е изд. Кн. 1 / Архивное управление Псковской обл.; Гос. архив Псковской обл. — Псков, 2002. — 464 с. — ISBN 5-94542-031-X. Архивировано 11 сентября 2014 года. Проверено 9 февраля 2015.
- Манаков А. Г., Евдокимов С. И., Григорьева Н. В. Западное порубежье России: географические аспекты становления и развития Псковского региона. — Псков: Изд-во АНО «Логос», 2010. — 216 с. — ISBN 978-5-93066-058-4.
- Острогорский В. П. Альбом «Пушкинский Уголок»: 26.V.1799 — 26.V.1899. — М.: Издание художественной фототипии К. А. Фишер, 1899. — 119 с.
- Савыгин А. М. Пушкинские Горы. — Л.: Лениздат, 1978. — 152 с. — (Города Псковской области). — 150 000 экз. (обл.)
- Савыгин А. М. Пушкинские Горы. 2-е изд., доп. — Л.: Лениздат, 1982. — 128, [16] с. — (Города Псковской области). — 100 000 экз. (обл.)
- Савыгин А. М. Пушкинские Горы. 3-е изд., доп. — Л.: Лениздат, 1989. — 176, [16] с. — ISBN 5-289-00342-8.
- Софийский Л. И. Город Опочка и его уезд в прошлом и настоящем (1414—1914 гг.): Репринтное издание. — Псков: Псковск. обл. типография, 2004. — 230 с. — ISBN 5-94542-092-1. Архивная копия от 6 марта 2016 на Wayback Machine
- Терентьев В.О. Девять дней 1941 года (Из истории обороны Селихновского моста на Пушкиногорском направлении 8-17 июля 1941 года). - СПб.: Нестор, 2008. 82 с.[1]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт «Врев и исторические окрестности»: Путеводитель по Пушкинским Горам 2020 йыл 1 июль архивланған.
- Пушкинские Горы. Музей-заповедник А. С. Пушкина «Михайловское» 2008 йыл 27 апрель архивланған.
- [pskovrail.narod.ru/main596.html Из истории станции Тригорская на сайте Псковских железных дорог] (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 25 декабря 2012 года.
- Список памятников культурного наследия посёлка Пушкинские горы в Викигиде