Пулялы йорт (Таганрог)

1810

Таганрогтағы Варваци йорто.jpg
«Пулялы йорт»
Файл:Таганрог. Варваци йорто.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Шмидт урамы, 19-сы йорт
Бина тибы Утар йорто
Архитектура стиле ампир
Нигеҙләүсе Иван Андреевич Варваци
Төҙөлөшө 18021810 йылдар
Бөгөнгө хәле емерелгән

Пулялы йорт — Таганрог ҡалаһындағы ике ҡатлы боронғо йорт. 1810 йылда Таганрогтың Шмидт урамында дворян Иван Андреевич Варваци аҡсаһына төҙөлгән. Хәҙерге ваҡытта йорт һүтелгән.

Таганрогтың Шмидт урамындағы 19-сы йорт 1810 йылда грек милләтле Рәсәй дворяны Иван Андреевич Варваци аҡсаһына төҙөлгән.

Йорт революцияға тиклемге Таганрог асылмаларында «Пулялы йорт» тип билдәләнгән. 1855 йылда, Таганрогты инглиз-француз эскадроны утҡа тотҡан саҡта, был йорттоң ҡалын стеналарында 32 йәҙрә, пуля һәм снаряд ватыҡтары ҡаҙалып тороп ҡалған. Таганрогты геройҙарса обороналау иҫтәлегенә уларҙы йорт стенаһынан алмай ҡалдырғандар.

Варваци ғаиләһенең был йорто баҡсалар менән уратып алынған булған. И. А. Варваци үлгәс, йорт уның иргә сығып Конно-Варваци фамилияһын алған ҡыҙы ҡарамағында ҡалған. Һуңыраҡ утар йорто уның ике улына күскән. 1901 йылдан алып йорт Коммерция училищеһына арендаға бирелгән. Йорт ҡала үҙәгенән алыҫ торғанлыҡтан, 1906 йылда училище өсөн яңы бина һалырға ҡарар иткәндәр. 1910 йылда йылда йорт һалынып бөткән һәм изгеләндерелгән. Шул йылда Пулялы йорт Дон лейб-гвардияһының 52-се казак полкы есаулы Борис Ростиславович Хрещатицкий ҡулына төшкән.

Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында был йортта Украинанан эвакуацияға килгән Изяслав ирҙәр гимназияһы булған. 1917 йылдың 27 ғинуарында йортта янғын сыҡҡан.

Хәҙерге ваҡытта йорт ватылған һәм уның урынында ун ҡатлы торлаҡ йорт һалынған[1].

Архитектур үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

1913 йылда ер эштәре алып барғанда йорттоң ишек алдында Петоровский урамынан диңгеҙгә алып барған ер аҫты юлы табылған. Был юл ҡыҙыл кирбестән көпләп һалынған булған. Колонналы йорт ватылғанға тиклем ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе булып һаналған.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов н/Д: Ростина, 2003. — 512 б. — ISBN 5-7509-0662-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә