Псалти йорто
Псалти йорто (Фотостудия бинаһы) — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Петровский урамында урынлашҡан ике ҡатлы бина. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты ( 31.12.02 йылдың 124-се ҡарары).
Псалти йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Урын | Петр урамы |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Адрес | ул. Петровская, д. 82, г. Таганрог, Ростовская обл., Россия. |
Псалти йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБер ҡатлы кирбес бина сауҙагәр Николай Псалти аҡсаһына XIX быуат уртаһында төҙөлгән. Төҙөлөш тамамланғандан һуң бинаны фотоһүрәттәр портреты оҫтаһы Симеон Исакович биләй. Был ҡалала беренсе фотоһүрәттәр кабинеты була. XIX быуаттың 60-сы йылдарында ретушер сифатында күпмелер ваҡыт грек сығышлы рус рәссамы, пейзаждар оҫтаһы Архип Иванович Куинджи эшләй. 1876 йылда бина тулыһынса Симеон Исакович милкенә күсә.
Бинала бер аҙ ваҡытҡа фотограф Н.Н. Вайнерҙың кабинеты була. 1902 йылдың йәйендә йортта йәшәүсе Борис Михайлович Шиктың көмөш порт-тәмәкеһен, алтын сәғәтен һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрен урлайҙар. С.Г. Шик ҡалала пейзаждар оҫтаһы булараҡ билдәле була. Ул Таганрогта беренсе булып полицияның эҙләү бүлегендәге картотекаға ингән ҡырҡ енәйәтсенең фотоһүрәтен эшләй.
XX быуат башында йортто теш табибы Абрам Майоров һатып ала, ә 1910 йылда уның хужаһы булып дворян В. Седов тора. Седов ваҡытында йортҡа өҫтәп икенсе ҡат төҙөлә. Үҙгәртеп ҡоролған бина бер нисә тапҡырға ҡыйбатлана. Бында Седов Василий Васильевич үҙе ҡатыны һәм ҡыҙы менән йәшәй. Бинаның беренсе ҡатын тештәрҙе протезлау буйынса техник Ц.С. Нордштейн ҡуртымға ала. Ц. С. Нордштейндың ағаһы, А С. Нордштейн ошо уҡ йортта фотография кабинеты аса. Псалти йортоноң беренсе ҡатында Бармендың ҡатын-ҡыҙҙар эшләпәһе магазины эшләй.
Совет власы йылдарында бина национализациялана, һуңғы йылдарҙа йорттоң икенсе ҡатында Рәсәй спорты ветераны Магри Ахиллес Николаевич йәшәй. Беренсе ҡатында оҙаҡ ваҡыт «Факел» сәйәси китаптар магазины, «Этюд» фотоательеһы эшләй. Хәҙерге ваҡытта был «Шәхес» канцелярия тауарҙары магазины һәм фотоателье менән торлаҡ йорт.
Архитектураһы
үҙгәртергәИке балконы менән симметрик ике ҡатлы кирбес бина классик стилдә төҙөлгән. Бинаның үҙәгендә ихатаға инеү урыны һәм бормалы тимер ҡапҡалар ҡуйылған. Икенсе ҡат тәҙрәләрен бөҙрә таштар, ҡат араһы кәрнизе биҙәй. Бинала магазиндарға һәм икенсе ҡатҡа бер нисә инеү урыны бар. Ҡабырға тәҙрәләре өҫтөндә фронтондар эшләнгән. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән ( 31.12.02 йылдың 124-се ҡарары).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.
- Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таганрог ул. Петровская, 82 2019 йыл 11 апрель архивланған.