Проект буйынса фекерләшеү:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021/Талаптар
Һуңғы хәбәр: «Талаптар» темаһында 3 года назад элек Хаят Йосопова1 яҙҙы
Ryanag, ZUFAr Яңы мәҡәләнең күләме кәм тигәндә 1500 байт һәм 120 һүҙ булырға тейеш, тип алырға тәҡдим итәм. Был минимум өсөн 1 балл ҡуйырға була. Күберәк яҙылһа - балл өҫтәргә--Guram52 (әңгәмә) 18:35, 17 февраль 2021 (UTC)
- Шул турала фекерләшәбеҙ. 1500—2000 байт — 1 балл, 2000-3500 байт — 2 балл, 3500 байттан юғарыраҡ — 3 балл.--ZUFAr (әңгәмә) 18:44, 17 февраль 2021 (UTC)
- ZUFAr, һүҙҙәр иҫәпкә алынмаймы ни? Байтты исемлектәр, һылтанмалар менән дә тултырырға була, хатта карточка ла инә, был дөрөҫ булмай тип һанайым. Кемдер төп тексты тулы итеп яҙыр, әммә 2-3 кенә сығанаҡ табыр, әммә уның эшенә балл кәмерәк бирелер. Теге конкурста, мәҫәлән, минең мәҡәләләр араһында шундайҙар байтаҡ булды --Guram52 (әңгәмә) 18:45, 17 февраль 2021 (UTC)
- Байттарҙы иҫәпләгәндә һылтанмалар, әҙәбиәт һб барыһы ла иҫәпләнә. Статистикала һүҙҙәрҙе ҡарағанда, һылтанмалар һб иҫәпләнмәй. --ZUFAr (әңгәмә) 18:57, 17 февраль 2021 (UTC)
- Шуға күрә һүҙҙәрҙе лә һанау мөһим. Байт тулып, һүҙҙәр 120-гә етмәгәндә 0,5 балл ҡуйырға булалыр--Guram52 (әңгәмә) 19:02, 17 февраль 2021 (UTC)
- Был осраҡта йә тик һүҙҙәр менән, йә тик байттар буйынса һанарға була. Сөнки уларҙы бер-береһенә тура килтереүе ауыр күренә. --Ryanag (әңгәмә) 19:25, 17 февраль 2021 (UTC)
- Ryanag, рувикиҙа 3 төрлө балл бирелә бит, мәҡәләнең сифатына ҡарап.[1]. Улар байт буйынса ла, һүҙ буйынса ла һанай. Шуны ла иҫәпләй алмаһа, ниндәй жюри һуң ул?--Guram52 (әңгәмә) 20:02, 17 февраль 2021 (UTC)
Талаптар
үҙгәртергәМәҡәләнең структураһы буйынса талаптар менән тынышығыҙ, бер мәҡәлә өсөн 22 балл йыйырға була. --ZUFAr (әңгәмә) 07:22, 19 февраль 2021 (UTC)
- был категорияны тик Башҡортостандан ситтә урынлашҡан топонимдар тураһындағы мәҡәләләргә генә ҡуйырғамы?--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 07:53, 9 март 2021 (UTC)
Рәсемдәр тейәү
үҙгәртергә- Объектҡа барып фотоға төшөрөүсене табып булмаҫ. Википедияға (милеккә түгел) фото тейәйбеҙме намыҫлы ҡулланыу ҡалыбы һәм сығанағын күрһәтеп--ZUFAr (әңгәмә) 07:22, 19 февраль 2021 (UTC)?
- БашВикиға фото тейәү/тейәмәү өсөн рөхсәт тә, тыйыу ҙа талап ителмәй. Айырым ҡарар ҡабул итеү ҙә урынһыҙ. Кемдер теләй икән, ҡулынан килә икән, фотоһын шартына килтереп тейәй һәм мәҡәләһен байыта ала. Һин тәҡдим иткән баһалау таблицаһы буйынса мәҡәләлә фото өсөн өҫтәмә бал ҡуйыу жюри ҡарамағында. Минең фекер шундай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:47, 27 февраль 2021 (UTC)
- Грант положениеһында фотоһүрәттәр тейәү ҡаралмаған, шуға рәсемде баһалау дөрөҫ булырмы? --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 18:23, 27 февраль 2021 (UTC)
- Конкурс мәҡәләһенә ҡуйылған фото өсөн мәҡәләгә өҫтәмә бал биреү урынлы, ә айырым иҫәп таблицаһына фотоны ултыртып, фотоға ғына бал биреү грант шартына тап килмәй. Минең фекер шулай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:47, 27 февраль 2021 (UTC)