Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021/Талаптар


Марафон хаҡында   Талаптар  


Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр  


Ҡатнашыусыларға үҙгәртергә

  1. Викимарафонда теләге һәм һәләте булған кеше ҡатнаша ала.
  2. Викимарафонда ҡатнашыу өсөн Башҡорт Википедияһында теркәлергә кәрәк.
  3. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты буйынса килешеү шарты буйынса икенсе викимарафонда (2021) ҡатнашыусылар махсус анкета тултырырға тейеш. Анкета тултырмаған ирекмәндәр эше марафон иҫәбенә алынмауы ихтимал (был шарт даими түгел, грант иҫәбе өсөн индерелә).

Эксперттарға (жюри ағзаларына) үҙгәртергә

Эксперттар (жюри ағзалары) конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың конкурс иҫәбенә тәҡдим ителгән мәҡәләләрен уҡып сыға, мәҡәләләргә ҡарата булған талаптарҙың үтәлешен тикшерә. Тап килгән осраҡта иҫәп таблицаһындағы мәҡәлә исеме янына {{Ok}} ҡалыбын ҡуя һәм конкурс иҫәбенә ҡабул итә. Тап килмәгән осраҡта {{No}} тамғаһын ҡуя һәм мәҡәләнең ФА битенә етешһеҙлектәр тураһында аңлатма бирә, ҡатнашыусыға {{u|Ҡатнашыусы исеме}}-н ҡуйып хәбәр итә. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәндән һуң мәҡәләне ҡабаттан тикшерә.

  1. Приз алыусы ваҡытында анкета тултырып, шәхси мәғлүмәттәрен бирмәгәндә, уның өлөшө ошо еңеүселәргә тигеҙ итеп бүлеп бирелә.

Мәҡәләләргә үҙгәртергә

  1. Викимарафон тематикаһына тап килеү.
  2. Википедияның барлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү, атап әйткәндә, мәҡәләләр:
    1. әһәмиәтле булырға тейеш;
    2. авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа йәки текст Викимедия проекттарында урынлаштырылмаған сығанаҡтарҙың турана-тура күсермәһе булмаҫҡа тейеш;
    3. факттар нейтраль нигеҙҙә ҡулланылырға тейеш (был бигерәк тә замандаштар биографияһына ҡағыла);
    4. абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә һәм уларға һылтанма төшөрмә аша ҡуйылырға тейеш;
    5. эстәлектә оригиналь эҙләнеүҙәр һәм фекерҙәр булмаҫҡа тейеш.
  3. Яңы мәҡәләнең күләме 2000 байттан һәм 150 һүҙҙән кәм булмаҫҡа тейеш.
  4. Теманы һайлағанда ошо исемлекте файҙаланырға була, әммә был ҡәтғи һәм мотлаҡ түгел.
  1. Тарихи Башҡортостан ерҙәре топонимикаһы тигән категория ҡуйыу мотлаҡ.


Йомғаҡлау үҙгәртергә

  1. Ун һәм күберәк мәҡәлә яҙған ҡатнашыусылар финалға үтә.
  2. Приз фонды, дөйөм мәҡәләләр һаны 300-ҙән артҡас, барлыҡ ҡатнашыусыларға йыйылған балдарға ҡарап пропорциональ бүленә.
  3. Викимарафонда ҡатнашыу талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан йәки теркәлгән икенсе кеше исеменән ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.

Мәҡәләне баһалау үҙгәртергә

Мәҡәләне баһалау
Аргумент Мәрәй
1 Мәҡәләнең күләме: 150—350 һүҙ
350 һүҙҙән артыҡ
1
2
2 Мәҡәләнең йөкмәткеһен баһалау 0—2

Яңы ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн 10 мәрәй.