Проект буйынса фекерләшеү:Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты 2021

Һуңғы хәбәр: «Медиа-план» темаһында 3 года назад элек Рөстәм Нурыев яҙҙы

Рөстәм Нурыев, белеүемсә, килешеү төҙөлгән, грант аҡсалары ҡайҙа нисек тәғәйенләнгән булыуын мәғлүм итергә кәрәк тип һанайым. Бигерәк тә конкурс ойоштороусыға, жюри ағзаларына, приз фондына күпме аҡса ҡаралған? Конкурста ҡатнашыусылар өсөн был бик мөһим--Guram52 (әңгәмә) 06:21, 7 февраль 2021 (UTC)Яуап бирергә

Guram52, эйе. Йома көндө килешеүгә доверенность буйынса ҡул ҡуйҙым. Медейко килә алманы, ауырып тора (Тарихи Башҡортостан Топонимияһы конкурсының фекер алышыу битендә яҙғанйым был турала). Медейконың саҡырыуы буйынса килешеүгә ҡул ҡуйғанда Зәйтүнә булды, Зөфәр эштә булып килә алманы. Һеҙгә Медейко саҡырыу ебәргәнме-юҡмы икәнен белмәйем. Ойошторусы булыуҙан баш тартҡас, моғайын һеҙгә саҡырыу ебәрмәгәндер. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:56, 7 февраль 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • 1) Грант тураһында тулы мәғлүмәт биреү Медейконың бурысы, минеке түгел. 11 февраль киске сәғәт һигеҙҙә ЗУММ конференцияһы залында Медейко грант тураһында аңлатасаҡ. ФСГО әйткәндәре тураһында мин дә һөйләрмен. 11 февралдә онлайн-йыйылыш тураһында Ҡоролтайҙа иғланды 4 февралдә яҙҙым. Был проекттың фекер алышыу (ФА) битенә яҙып өлгөрмәнем, хәҙер тулыраҡ итеп иғлан яҙырмын. ЗУММ конференцияһы залына һылтанма һәм серһүҙҙе былтыр Зөфәр ВК-ҙағы чатҡа һалғайны. Кемдәр иғтибарға алмаған, шәхсән һәр кемгә почта аша ебәрә алам. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:56, 7 февраль 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • 2) Грант буйынса барлыҡ килешеүҙәр, приказдар, күрһәтмәләр, документтар, хаттар Гугл диск папкаһында ята. Былтыр ноябрь айында Медейкоға, Зөфәргә, һеҙгә, Зәйтүнәгә Гугл-дискка инеү рөхсәте асҡайным. Һылтанмаһын һеҙҙең почтаға һәм ВК-ҙа хәбәр ебәреү аша һалдым (ВК хәбәр ебәрергә рөхсәт итмәне). Әле шәхсән һеҙгә тағы почта аша Гугл-диск папкаһына һылтанма, ЗУММ конференцияһы залына һылтанма һәм серһүҙ ебәрҙем. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:56, 7 февраль 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • 3) Һәр конкурс буйынса приз фонды - 120 мең, конкурсты ойоштороусыға һәм ике жюри ағзаһына 25-шәр мең һум. Улар грант буйынса нимә эшләргә тейеш икәнлеге Гугл-дисктағы «Организаторам мероприятий» исемле документта яҙылған. Әммә, ул документ тулы түгел. Килешеү буйынса талаптар күберәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:56, 7 февраль 2021 (UTC)Яуап бирергә

Грант үтәлеше буйынса йыйылыш, 11 февраль

үҙгәртергә

11 февралдә киске сәғәт һигеҙҙә ЗУММ конференцияһы залында грант тураһында йыйылыш була. Медейко үҙе тулы мәғлүмәт бирәсәк. ЗУММ залына һылтанманы һәм серһүҙҙе Зөфәр бултыр уҡ ВК-ҙа чатҡа һалғайны. Һылтанма һәм серһүҙ бер төрлө, даими ҡулланып була. Кемдәр иғтибарға алмаған, һылтанма һәм серһүҙҙе электрон почта йәки ВК-ҙәа хәбәр алышыу аша ебәрә алам. Кемдә юҡ, һорағыҙ. Дөйөм чатҡа һалыу хәүефле. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:04, 7 февраль 2021 (UTC)Яуап бирергә

Исемләп саҡырам: Akkashka , Alfiya55, Comp1089 , Guram52, Il-Gil, Inlyaysan , Rinat Shaibakov, Ryanag, Sherbn, ZUFAr, Азат Хәлилов , Айсар, Баныу, Вәлимә 56, Вәхит, З. ӘЙЛЕ, Лилиә, Ләйсән, Мәҙинә, Рафаэль 2005 Тимербулатов, Рәшиҙә Ғизәтуллина, Тутыйғош, Хаят Йосопова1, Юлдашева Луиза, Һәҙиә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:58, 10 февраль 2021 (UTC)Яуап бирергә

Медиа-план

үҙгәртергә
18.02.2021
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты 2021» битенә кире ҡайтырға.