Проект:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары/Талаптар


Конкурс хаҡында Талаптар


Ойоштороусылар Исемлек Ағымдағы һөҙөмтәләр


Ҡатнашыусыларға үҙгәртергә

  1. Конкурста теләге һәм һәләте булған һәр кем ҡатнаша ала.
  2. Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡорт Википедияһында теркәлергә кәрәк.
  3. Конкурс иҫәбенә яҙылған мәҡәләләрҙе һәм тултырылған викидата элементын ҡатнашыусылар махсус иҫәп таблицаһына 12 сәғәттән дә һуңға ҡалмай үҙ аллы теркәй.
  4. Яңы ҡатнашыусыларға жюри ағзалары йәки тәжрибәле ирекмәндәр ярҙам итә ала.
  5. Википедия талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан йәки теркәлгән икенсе кеше исеменән ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.
  6. Бер мәҡәләне яҙып тамамлап, Викидата элементын тултырып таблицала теркәгәндән һуң ғына икенсе мәҡәлә алырға рөхсәт ителә.
  7. Ҡатнашыусылар мәҡәләнең фекер алышыу битенә {{112БКД|Ҡатнашыусы}} ҡалыбын урынлаштыра һәм тултыра.
  8. Тәжрибәле ҡатнашыусылар номинацияһы ирекмәндәре конкурста ҡатнашыу өсөн кәм тигәндә 10 мәҡәлә яҙырға һәм Викидата тултырырға тейеш.
  9. Яңы ҡатнашыусылар номинацияһы ирекмәндәре конкурста ҡатнашыу өсөн кәм тигәндә 5 мәҡәлә яҙырға һәм Викидата тултырырға тейеш.

Эксперттарға (жюри ағзаларына) үҙгәртергә

  1. Эксперттар (жюри ағзалары) ҡатнашыусыларҙың конкурс иҫәбенә тәҡдим ителгән мәҡәләләрен һәм тултырылған Викидата элементына ҡарата булған талаптарҙың үтәлешен тикшерә, уларҙы сифатына ҡарап баһалай.
  2. Конкурсҡа тәҡдим ителгән мәҡәләләрҙе һәм тултырылған Викидата элементтарын жюри ағзалары төҙәтеүҙәр һәм үҙгәртеүҙәр индереп ҡабул итә ала, етешһеҙлектәр булғанда уларҙы бөтөрөү тураһында мәҡәләнең йәки Викидата элементының Фекер алышыу битенә яҙа.
  3. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәндән һуң мәҡәлә ҡабаттан тикшерәлә.
  4. Мәҡәлә яҙылғандан һәм Викидата элементы тултырылғандан һуң мәҡәләнең фекер алышыу битенә {{112БКД|Ҡатнашыусы}} ҡалыбын жюри ағзалары йәки ҡатнашыусы үҙе урынлаштыра.
  5. Жюри ағзалары яҙған мәҡәләләр һәм тултырылған Викидата элементтары конкурс-марафондың дөйөм иҫәбенә индерелә, әммә конкурста ҡатнашмай.

Мәҡәләләргә үҙгәртергә

Википедия мәҡәләләре өсөн үҙгәртергә

  1. Конкурс тематикаһына тап килеү.
  2. Википедияның барлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү, атап әйткәндә, мәҡәләләр:
    1. әһәмиәтле булырға тейеш;
    2. авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа йәки текст Викимедия проекттарында урынлаштырылмаған сығанаҡтарҙың турана-тура күсермәһе булмаҫҡа тейеш;
    3. факттар нейтраль нигеҙҙә ҡулланылырға тейеш (был бигерәк тә замандаштар биографияһына ҡағыла);
    4. абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә һәм уларға һылтанма төшөрмә аша ҡуйылырға тейеш;
    5. эстәлектә оригиналь эҙләнеүҙәр һәм фекерҙәр булмаҫҡа тейеш.
  3. Яңы мәҡәләнең күләме 2500 кәм булмаҫҡа тейеш.
  4. Теманы һайлағанда ошо исемлекте файҙаланырға була, әммә был ҡәтғи һәм мотлаҡ түгел.

Викидата элементы өсөн үҙгәртергә

  1. Яңы яҙылған мәҡәләләргә мотлаҡ Викидата элементы (дубль булмаһын өсөн атамаһы ике телдә — башҡортса һәм русса!) уның мәғәнә раҫлауҙары тултырылырға тейеш.
  2. Викидатала башҡорт телендә күренгән мәғәнә раҫлауҙары ғына иҫәпкә алына.
  3. Викидата дөрөҫ тултырылырға тейеш, етешһеҙлектәр булған осраҡта жюри уларҙы күрһәтеп Фекер алышыу битенә яҙа, етешһеҙлектәр төҙәтелгәндән һуң ғына баһа ҡуйыла.
  4. Викидатаның дубле эшләнгәндә, иң тәүҙә тултырылған Викидата баһалана.

Баһалау үҙгәртергә

  1. 2500 байттан кәм булмаған һәм талаптарға тура килгән мәҡәлә өсөн — 0,5 балл.
  2. Яңы тултырылған Викидата элементы өсөн — 1 балл, һәр тултырылған яңы мәғәнә раҫлауы өсөн — 0,5 балл.
  3. Дөйөм һөҙөмтә сығарғанда мәҡәләләр һәм Викидата элементтары өсөн ҡуйылған балдар ҡушылып, приз суммаһынан бер балға тура килгән күләм сығарыла һәм талаптарҙы үтәгән ҡатнашыусыларҙың балдарына ҡабатланып, еңеүселәрҙең өлөшө билдәләнә.