Проект:Башҡорт исемдәре 2021
Марафон хаҡында | Конкурс эштәре |
|
Башҡорт исемдәре 2021 конкурсы ― ижади викимарафон, 2021 йылдың 1-30 сентябрендә үткәрелә. Башҡорт теленең һүҙ байлығын өйрәнеү, башҡорт исемдәренең тылсымлы серен асыҡлау, интернетта башҡорт теле даирәһен артабан үҫтереү, исемдәр аша халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, шәхес исемдәре менән бәйле республиканың ер-һыу атамалары, тарихи-мәҙәни объекттары тураһында мәғлүмәтте барлыҡ донъяға еткереү маҡсатында уҙғарыла.
Конкурс 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фондының (директоры Л.Ҡ.Юлуева) Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә Энциклопедик белем таратыуға булышлыҡ итеүсе «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығына (директоры В.В.Медейко) бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.
- Грант сараларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүсе партнёрҙар:
- Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы (министр А.В.Хажин);
- Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса Агентлығы (етәксеһе М.В.Ульчев);
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге (президум рәйесе Э.Р.Айытҡолова);
- Башҡортостан Республикаһының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды (директоры Г.В.Йосопова);
- «Башҡортостан Викимедиасылары».
https://w.wiki/3eJv — ҡыҫҡа URK адрес.
Саҡырыу
үҙгәртергәБалаһына матур исем биреү ата-әсә бурыстарының иң яуаплыһы. Исем менән кешенең киләсәк тормошо билдәләнә, сөнки һәр исемдә тылсымлы сер һалынған. Ә һин үҙеңдең, атай-әсәйеңдең, туғандарыңдың, таныш-белештәреңдең исемдәрендә ниндәй сер булғанын беләһеңме? Әйҙә, проектта ҡатнашығыҙ һәм яңы асыштар яһағыҙ. Эшегеҙ башҡорт халҡына хеҙмәт итһә, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә булыр.
Конкурс шарттары
үҙгәртергәКонкурстың тулы положениеһы менән бында танышығыҙ.
- Викимарафонда мәктәп йәшендәге балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн ойошторола. Шулай уҡ теләге һәм һәләте булған һәр кем ҡатнаша ала. Сикләүҙәр юҡ.
- Викимарафонда ҡатнашыу өсөн Башҡорт Википедияһында теркәлергә кәрәк.
- Конкурс-марафон иҫәбенә яҙылған мәҡәләләрҙе ҡатнашыусылар Конкурс эштәре битендәге шәхси иҫәп таблицаһына 30 сентябрҙән дә һуңға ҡалмай үҙ аллы теркәй.
- Яңы ҡатнашыусыларға жюри ағзалары, тәжрибәле ирекмәндәр, социаль педагогтар ярҙам итә ала.
- Википедия талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан йәки теркәлгән икенсе кеше исеменән ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.
- Бер мәҡәләне яҙып тамамлап таблицала теркәгәндән һуң ғына икенсе мәҡәлә алырға тәҡдим ителә.
- Мәҡәләнең фекер алышыу битенә {{Башҡортисемдәре2021|Ҡатнашыусы}} ҡалыбын урынлаштыра һәм тултыра. -
Добро.ру порталында иҫәп яҙмаһы булғандар иғтибарына!
үҙгәртергәДобро.ру порталында иҫәп яҙмаһы булғандарға викимарафонда ҡатнашҡан өсөн сарыф ителгән ваҡытты иҫәпкә алып, Ирекмән кенәгәһенә сәғәттәр яҙыла. Уның өсөн Добро.ру порталындағы Башҡорт исемдәре / Башкирские имена. Творческий марафон сараһының Халыҡ-ара проекты ирекмәне Онлайн (Волонтер международных проектов Онлайн) йәки Социаль педагог Онлайн (Социальный педагог Онлайн) вакансияларына теркәлергә кәрәк.
«Халыҡ-ара проекты ирекмәне Онлайн» статусындағы ҡатнашыусының сарыф ителгән эш ваҡыты конкурсҡа тәҡдим ителгән мәҡәләләр һанынан һәм ba.wikiscan.org/ мәғлүмәтенән сығып билдәләнә.
«Социаль педагог Онлайн» статусындағы ҡатнашыусының сарыф ителгән эш ваҡыты ул етәкләгән ирекмәндәрҙең эш ваҡытынан сығып билдәләнә.
Мәҡәләләрҙе нисек яҙырға?
үҙгәртергә- Башҡорт Википедияһында башҡорт ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре тураһында яңы мәҡәлә яҙығыҙ.
- Мәҡәләләр нисек яҙылыуын ҡарау өсөн «Категория:Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Категория:Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәһенә күҙ һалығыҙ. Был категорияларҙа булған мәҡәләләрҙе уҡып ҡарағыҙ. Өлгө итеп Айгөл йәки Илдар мәҡәләләрен алырға тәҡдим итәбеҙ.
- Үҙегеҙ яҙырға теләгән мәҡәлә исемен билдәләү өсөн Ф.Ғ. Хисаметдинованың һәм С.Х. Төпәйевтың «Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре» китабын ҡулланығыҙ. Китапҡа ингән исемдәрҙән буласаҡ мәҡәлә исемен һайлағыҙ. Артабан «Башҡорт ир-ат исемдәре» һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрен ҡарағыҙ. Ҡыҙыл төҫтәге исемдәрҙең мәҡәләһе юҡ, зәңгәр төҫтәгеләренеке бар.
- Мәҡәлә исемен билдәләгәндән һуң, ундай мәҡәләнең Башҡорт Википедияһында бармы-юҡмы икәнен ҡабаттан тикшерегеҙ. Тикшереү өсөн «Википедия эсендә эҙләү» тәҙрәһендә исемде йыйып ҡарағыҙ. Тағы ла бер тапҡыр «Категория:Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Категория:Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәһенә иғтибар менән күҙ һалығыҙ.
- «Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрендәге ҡыҙыл булып торған исемгә баҫып, йәки «Википедия эсендә эҙләү» тәҙрәһендә, йәки «Яңы мәҡәлә башлау» тәҙрәһендә кәрәккән исемде яҙып яңы мәҡәлә башлағыҙ.
- Башҡа ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта һеҙ башлаған мәҡәләне яҙмаһын өсөн «Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрендәге һеҙ һайлған исем ҡаршыһына {{Эш өҫтөндә}} тигән ҡалыпты «Үҙгәртеү» йәки «Вики-тексты үҙгәртеү» режимы аша инеп ҡуйығыҙ. Миҫал: «Вики-тексты үҙгәртеү» режимында яҙырға — * [[Яйыҡбай (исем)|Яйыҡбай]] — {{Эш өҫтөндә}}, ғәҙәттә күренә * Яйыҡбай — .
- Яңы башлаған мәҡәләгеҙҙе быға тиклем булғандарына оҡшатып яҙығыҙ. Эшегеҙҙе еңеләйтеү өсөн әҙерләмә тексын мәҡәләгеҙгә күсереп ҡуйығыҙ. Мәҡәләгеҙҙе тамамлағансы {{subst:L}} йәки {{Мөхәррирләү|Ҡатнашыусы исеме| КК.АА.ЙЙЙЙ}} ҡалыбын юймағыҙ.
- Бер тынала тамамланмаған мәҡәләне «Яҙҙырып ҡуйырға» төймәһе аша һаҡлағыҙ. «Вики-тексты үҙгәртергә» төймәһе аша ҡабаттан мөхәррирләү тәҙрәһе асыла.
- Мәҡәлә йөкмәткеһе
- Мәҡәләлә преамбула һәм әҙерләмәлә тәҡдим ителгән бүлектәр булыуы шарт. 2000 байттан һәм 150 һүҙҙән ҡыҫҡа мәҡәләләр төҙөмәгеҙ, төҙәгән хәлдә проект исемлегенә ҡуймағыҙ. Булған мәҡәләне тулыландырғанда 2000 байттан һәм 150 һүҙҙән күберәк мәғлүмәт өҫтәргә тырышығыҙ, кәм булған осраҡта мәҡәләне конкурс исемлегенә ҡуймағыҙ.
- «Сығанаҡтар» бүлеге барлыҡ мәҡәләләрҙә лә бер төрлө булыуы ихтимал. Үҙегеҙ белгән сығанаҡты өҫтәй алаһығыҙ.
- «Этимология» бүлегендә төрлө сығанаҡтарҙағы айырмалыҡты (әгәр ундай осраҡтар булһа) яҙырға тартынмағыҙ. Ҡайһы сығанаҡтан ниндәй аңлатма алынғанын<ref>Иҫкәрмә тексы</ref> аша күрһәтегеҙ
- «Билдәле кешеләр» бүлегендәге исемлекте мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт менән тулыландырыға тырышығыҙ. Башҡорт Википедияһында булған мәҡәләләргә [[эске һылтанма]] яһағыҙ, ул мәҡәләнең преамбулаһын күсереп ҡуйығыҙ. Мәҡәләләрҙе «Махсус:Эҙләү» исемлеге аша табығыҙ.
- Башҡорт Википедияһында «Билдәле кешеләрҙең» мәҡәләһе булмаған осраҡта Башҡорт энциклопедияһынан, район һәм ҡала энциклопедияларынан, башҡа төрлө белешмә китаптарҙан ҡарап шәхестәр тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәт (преамбула) яҙығыҙ. Үҙегеҙ ҡулланған сығанаҡтар тураһында мәғлүмәтте<ref>Иҫкәрмә тексы</ref> аша күрһәтегеҙ. Интернетта электрон варианттары булғандарына тышҡы һылтанма<ref>[Тышҡы һылтанма адресы_Иҫкәрмә тексы]</ref> ҡуйығыҙ.
- Ҡатнашыусы төҙөгән мәҡәләләр иҫәбен алып барыу өсөн һәр мәҡәләһенең фекер алышыу битенә яңы мәҡәлә яҙыу тураһында махсус ҡалып ҡуйығыҙ:
{{Башҡортисемдәре2021|Ҡатнашыусы}}
Йомғаҡлау
үҙгәртергәКонкурста ҡатнашыусыларҙың ижади эшенә 2021 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында йомғаҡ яһыла. Әүҙем ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү саралары ойошторола.
Һөҙөмтәләр
үҙгәртергәКонкурста 25 бәйгесе (ике ҡатнашыусы — конкурстан тыш), шул иҫәптән 13 яңы ирекмән ҡатнашты, улар тарафынан 654 яңы мәҡәлә яҙылды, уларҙың 67-һе, конкурс талаптарына тура килмәгәнлектән һәм 14-е — бер-береһен ҡабатлағанлыҡтан, конкурс иҫәбенә индерелмәне. Конкурс талаптарын үтәгән 18 ҡатнашыусы финалға үтте: Юлдашева Луиза (24 мәҡәлә, 13,8 мәрәй), Akkashka (49 мәҡәлә, 25,6), Таңһылыу (126 мәҡәлә, 70,6), Yadgar9 (41 мәҡәлә, 30,7), Глафира Фәйершина (6 мәҡәлә, 7,6), Rufina mustafina (8 мәҡәлә, 8,4), Баныу (104 мәҡәлә, 62,5), Зуфар Тагиров (27 мәҡәлә, 14,8), Фәнирә Нәбиуллина 2021 (55 мәҡәлә, 32,6), Абайдуллина Файруза (28 мәҡәлә, 17 мәрәй), Ләйлә Ғүмәрова (9 мәҡәлә, 9,7 мәрәй), Вәхит (14 мәҡәлә, 13,3 мәрәй), М.Илнар (14 мәҡәлә, 11,6 мәрәй), К.Айгүзәл (6 мәҡәлә, 7,4 мәрәй), К.Ишморат (5 мәҡәлә, 7 мәрәй), Б.Илзирә (8 мәҡәлә, 9,7 мәрәй), А.Р.Алтынай (6 мәҡәлә, 7,7 мәрәй), Таһир ҡыҙы (5 мәҡәлә, 6,5 мәрәй).
Еңеүселәргә OZON интернет-магазины сертификаттары биреләсәк. Шулай уҡ мәғлүмәттәр өсөн махсус гугл-формаға һылтанма ебәреләсәк, уны тултырыу мотлаҡ!.
Yadgar9 10300 һум
Фәнирә Нәбиуллина 2021 11000 һум
Глафира Фәйершина 2500 һум
Rufina mustafina 2900 һум
Зуфар Тагиров 5000 һум
Абайдуллина Файруза 5700 һум
Ләйлә Ғүмәрова 3300 һум
Вәхит 4500 һум
М.Илнар 3900 һум
К.Айгүзәл 2500 һум
К.Ишморат 2400 һум
Б.Илзирә 3300 һум
А.Р.Алтынай 2600 һум
Таһир ҡыҙы 2200 һум
Баныу 21000 һум
Юлдашева Луиза 4600 һум
Таңһылыу 23700 һум
Akkashka 8600 һум
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләһе бәйгеләрҙә уңыштар теләйбеҙ!
Конкурсты ойоштороусы: З. ӘЙЛЕ
Баһалама ағзалары һәм эксперттар:
- [[Ҡатнашыусы:|]]
- [[Ҡатнашыусы:|]]
Дәртләндереү
үҙгәртергә- Виртуаль миҙал (диплом менән)
Конкурста ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында дәрәжәле махсус виртуаль миҙалдар индерелә. Миҙал ҡатнашыусының шәхси сәхифәһенә ҡуйыла.
|
|
|
- Матбуғат баҫмаларына яҙылыу
Әүҙем ҡатнашыусылар «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар» журналдарына һәм «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәренә грант иҫәбенә бушлай яҙыла
- Башҡа төр дәртләндереү
Башҡаларҙан ныҡ айырылған иң әүҙем ҡатнашыусы булған осраҡта «Озон» интернет магазины сертификаты тапшырылыуы ихтимал.
- Волонтер кенәгәһенә сарыф ителгән ваҡытты теркәү
Добро.ру сайтында профилдәре булған һәм Ижади марафон сараһының Халыҡ-ара онлайн проекттар волонтеры дәрәжәһендә теркәлгән ҡатнашыусылар өсөн.
Жюри составы
үҙгәртергәКонкурс һөҙөмтәһе
үҙгәртергә«Башҡорт исемдәре 2021» конкурсы мәҡәләләре исемлеге һәм уларҙы уҡыу һаны
Сығанаҡтар
үҙгәртергәМәҡәләләр яҙыу һәм тулыландырыу өсөн түбәндәге сығанаҡтарҙы ҡулланығыҙ.
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ