Марафон хаҡында   Талаптар  


Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр  


Ҡатнашыусыларға үҙгәртергә

  1. Викимарафонда теләге һәм һәләте булған кеше ҡатнаша ала.
  2. Викимарафонда ҡатнашыу өсөн Башҡорт Википедияһында теркәлергә кәрәк.
  3. Конкурс-марафон иҫәбенә яҙылған мәҡәләләрҙе ҡатнашыусылар махсус иҫәп таблицаһына яҙылғандан һуң 12 сәғәттән дә һуңға ҡалмай үҙ аллы теркәй.
  4. Яңы ҡатнашыусыларға жюри ағзалары йәки тәжрибәле ирекмәндәр ярҙам итә ала.
  5. Википедия талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан йәки теркәлгән икенсе кеше исеменән ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.
  6. Бер мәҡәләне яҙып тамамлап таблицала теркәгәндән һуң ғына икенсе мәҡәлә алырға рөхсәт ителә.
  7. Мәҡәләне жюри ағзалары ҡабул иткәндән һуң ҡатнашыусылар мәҡәләнең фекер алышыу битенә {{Башҡорттар2021|Ҡатнашыусы}} ҡалыбын урынлаштыра һәм тултыра.

Эксперттарға (жюри ағзаларына) үҙгәртергә

  1. Эксперттар (жюри ағзалары) конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың конкурс иҫәбенә тәҡдим ителгән мәҡәләләрен уҡып сыға, мәҡәләләргә ҡарата булған талаптарҙың үтәлешен тикшерә, мәҡәләләрҙе күләменә һәм сифатына ҡарап баһалай.
  2. Конкурс-марафонға тәҡдим ителгән мәҡәләләрҙе ҡабул итеү ҡарарын жюри ағзалары бер тауыштан хәл итә. Фекер айырмалығы булған осраҡта мәҡәләне тулыландырырға, байытырға тәҡдим ителә.
  3. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәндән һуң мәҡәлә ҡабаттан тикшерәлә.
  4. Мәҡәлә жюри ағзалары тарафынан ҡабул ителгәндән һуң мәҡәләнең фекер алышыу битенә {{Башҡорттар2021|Ҡатнашыусы}} ҡалыпты жюри ағзалары йәки ҡатнашыусы үҙе урынлаштыра.
  5. Жюри ағзалары яҙған мәҡәләләр конкурс-марафондың дөйөм иҫәбенә индерелә, әммә конкурста ҡатнашмай.

Мәҡәләләргә үҙгәртергә

Википедия мәҡәләләре өсөн үҙгәртергә

  1. Викимарафон тематикаһына тап килеү.
  2. Википедияның барлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү, атап әйткәндә, мәҡәләләр:
    1. әһәмиәтле булырға тейеш;
    2. авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа йәки текст Викимедия проекттарында урынлаштырылмаған сығанаҡтарҙың турана-тура күсермәһе булмаҫҡа тейеш;
    3. факттар нейтраль нигеҙҙә ҡулланылырға тейеш (был бигерәк тә замандаштар биографияһына ҡағыла);
    4. абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә һәм уларға һылтанма төшөрмә аша ҡуйылырға тейеш;
    5. эстәлектә оригиналь эҙләнеүҙәр һәм фекерҙәр булмаҫҡа тейеш.
  3. Яңы мәҡәләнең күләме 2000 байттан һәм 150 һүҙҙән кәм булмаҫҡа тейеш.
  4. Теманы һайлағанда ошо исемлекте файҙаланырға була, әммә был ҡәтғи һәм мотлаҡ түгел.