Приштина театрҙары
Балҡан ярымутрауында урынлашҡан Приштинала 3 театр эшләй: Косово Милли театры, ОДА театры һәм ДОДОН театры. Спектаклдәр аҙна һайын ҡуйыла. Театрҙарҙа 20-ләп популяр актёр эшләй. Театрҙар Приштинаның үҙәгендә урынлашҡан. Милли театр (Teatri Kombetar) ҡала үҙәгендә, төп хөкүмәт биналары янында урын алған.[1] ОПР театры Йәштәр үҙәге бинаһында, ә ДОДОН театры Велуча районында Ибраһим Ругов майҙаны янында урынлашҡан.
Приштина театрҙары | |
Косово Милли театры
үҙгәртергә(42°39′43″ с. ш. 21°09′47″ в. д.HGЯO)
Театр тарихы
үҙгәртергәКосово Милли театры[2] 1946 йылдың октябрендә Призрен ҡалаһында ойошторола. Ул Икенсе Донъя һуғышынан һуң Косоволағы тәүге профессиональ театр була.[3][4] Бер нисә ай эшләгәндән һуң, театр Приштинаға, Косовоның баш ҡалаһына күсә. Театрҙың тәүге спектаклдәрендә, нигеҙҙә, үҙешмәкәр артистар уйнай, элекке Югославияның башҡа театрҙарының профессиональ артистары уларға ярҙам итә, 1989 йылға тиклем театр 400-ҙән ашыу премьера ҡуя, уларҙы 3,2 миллиондан ашыу тамашасы ҡарай.
Театр репертуары югослав дрматургияһы һәм донъя классикаһы пьесаларынан төҙөлә. 1967 йылда режиссёр Кен Мухарремдың «Erveheja» спектакле Югославияның «Sterijino Pozorje» театр фестивалендә иң яҡшы драма әҫәре өсөн премияға лайыҡ була. Театр Косово Республикаһы Мәҙәниәт,[5] йәштәр һәм спорт министрлығы фондынан ярҙам ала.
Косово Милли театры сәхнәһендәге пьесалар
үҙгәртергә- 2008 йыл: « Martin Çifti», «Тартюф», «e katërt Motra»" («Дүртенсе апай»), «po Liria vjen» («Азатлыҡ килә»).
- 2009 йыл: «Dejzilend» («Daisyland»), «Bodrumi» («подвал»), «Rebelët» («баш күтәреүселәр»), «Mashtruesit» («аферистар»), «Vdekja ул һеҙҙеке» («ҡыҙ һәм үлем»), «Бөгөн Норвегия».
- 2010 йыл: «Пер Гюнт», «Heshtja» («Тынлыҡ»), «Clooser»
- 2011 йыл: «Fizikantët», «Udhëtimi» (сәфәр), «Ната е Helverit», «Leksioni I Yu-Mitologjisë».
- 2012 йыл: «Өң», «Лисистратf», «H. Dosja»[6] , «Shtëpia nё ankand».
- 2013 йыл: «Dëshmitari» («шаһит»), «Përplasjet» («бәрелеш»), «Mbas Zonjushës Julie», «Нарния хроникаһы»
Билдәле театр эшмәкәрҙәре
үҙгәртергә- Актёрҙар: Istref Begolli, Muharrem Qena, Sylë Kuçi, Drita Krasniqi, Selman Jusufi , Igballe Qena, Fatime Lajçi, Leze Qena, Fatime Lugiqi, Shirine Morina, Bislim Muçaj, Hysnijë Muçaj, Kumrije Hoxha, Mehmet Breznica, Ismet Azemi, Drita Begolli, Veton Osmani, Lumnije Muçaj-Sopi, Xhejlane Godanci, Adhurim Demi, Basri Lushtaku, Naim Berisha, Fatmir Spahiu, Xhevat Qena, Nëntor Fetiu, Dibran Tahiri, Adem Mikullovci, Luan Jaha, Lirak Çelaj.
- Автор: Бегир Муслиу.
- Режиссерҙар: Fetah Mehmeti, Kristë Berisha, Fadil Hysaj, Isa Qosja, Besim Sahatçiu, Agim Sopi, Selami Taraku, Jeton Budima, Ilir Bokshi, Esat Brajshori, Atdhe Gashi.
- Рәссамдар: Linda Polloshka, Violeta Xhaferi, Iliriana Loxha, Lumturije Gashi.
1950—1979 йылдар бүләктәре
үҙгәртергәТеатр тәүге профессиональ бүләген 1950 йылда ала. Ул —Сербияның профессиональ театрҙары фестивалендә Нушиктың «Personi i dyshimtë» («Шикле кешеләр») спектакле өсөн Shani Pallaska премияһы, Белград .
- 1963 йылдың декабрендә театр «Shpërblimi i Vukut i» һәм «Shpërblimi i publikut („тамашасы һөйөүе призы“) призына лайыҡ була
- 1979 йылда театр Avnoj премияһына лайыҡ була.
ОДА театры
үҙгәртергәТеатр тарихы
үҙгәртергә(42°39′40″ с. ш. 21°09′22″ в. д.HGЯO)
Бойондороҡһоҙ ОДА театры[7] Приштинала (Косово) 2002 йыл аҙағында Celaj Lirak 2013 йыл 23 сентябрь архивланған. һәм Florent Mehmeti инициативаһы буйынса ойошторола.[8] Тәүге мәлдә театрҙың даими бинаһы булмай. Һуңыраҡ театрға боулинг-клубтың ғайтанан төҙөлгән бинаһы тапшырыла.
Театр тәүге премьераһы итеп „The Monologues Vagina“ пьесаһын сәхнәләштерә.
Пьесалар
үҙгәртергә- Tre Gjërmant е Trashë» (три немецких толстяка);[9]
- «Dhoma 13» («Номер 13»);
- «Endrra e nje nate vere» («Сон в летнюю ночь»);
- «Grafitet» («Граффити»);
- «Doruntina»;
- «Qyteti по rritet» («город растет»);
- «ODA blu» («Голубая Ода»);
- «Lufta Iliri-Romake» («Иллирийско-Римские Войны»);
- «Piknik ne Fushebeteje»" («Пикник в уорфилд»).
Додон Театры
үҙгәртергәТеатр тарихы
үҙгәртергә(42°39′50″ с. ш. 21°10′12″ в. д.HGЯO)
Додон балалар театры[10] Приштинала 1986 йылдың 12 ноябрендә асыла. Бер йылдан һуң 1987 йылда уға Додон исеме бирелә.[11] . Хорват драматургы Борислав Мркич уның тәүге етәксеһе була. 1992 йылда театр Митровица урамындағы бинаға күсә, һәҙәмтәлә балалар һәм өлкәндәр үк спектаклдәрен бер үк ваҡытта ҡуйыу мөмкинлеге тыуа. 1986—1992 һәм 2004—2006 йылдарҙа бина үҙгәртеп ҡорола була.
Театр эшмәкәрҙәре
үҙгәртергә- Авторы: Agim Deva, Arif Demolli, Abdyl Bunjaku, Adelina Mamaqi, Gani Xhafolli, Hajro Ulqinaku, Hivzi Krasniqi, Mark Krasniqi, Rifat Kukaj. Directors: Melihate Qena, Borislav Merksic.
- Режиссёры: Melihate Qena, Borislav Merksic.
- Актёры: Avni Hoti, Avdi Azemi, Faik Gashi, Roya Berisha, Valdet Rama, Esat Ferizi, Ismet Azemi, Veton Osmani, Donika Gashi.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The National theatre of Kosovo .
- ↑ National Theatre of KOSOVA .
- ↑ Historical Dictionary of Kosovo.
- ↑ DODONA Theatre / Evolucion Academy . 2014 йыл 9 март архивланған.
- ↑ National Theatre of Kosova / Ministry of Culture .
- ↑ Ismail Kadare: Dosja H . Архивировано 2 март 2014 года. 2014 йыл 2 март архивланған.
- ↑ ODA Theatre .
- ↑ The Vagina Monologues .
- ↑ Tre Gjermant e Trashë .
- ↑ Teatri i Qytetit të Prishtinës - DODONA . 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Teatri Dodona / Evolucion Academy . 2014 йыл 9 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пьесалар Милли театр менән 2008—2013 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- Театр Тураһында О
- I Teatri Dodona Kukullave 2017 йыл 28 июнь архивланған.
- О театры тарихы 2014 йыл 4 март архивланған.
- I Historiku Kombëtarë Teatrit 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.