Пресвятая Богородица Успенияһы сиркәүе (Новочеркасск)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Пресвятая Богородица Успениеһы ғибәҙәтханаһы
| |
Революцияға тиклем Троицкий сиркәүе Революцияға тиклем Троицкий сиркәүе | |
Ил | Рәсәй империяһы |
Ҡала | Новочеркасск, Дон ғәскәре өлкәһе |
Конфессия | Православие |
Архитектура стиле | Эклектика |
Проект авторы | Карл Фёдорович Кюнцель |
Төҙөлөшө | 1886—1889 йылдар |
Бөгөнгө хәле | юҡҡа сыҡҡан |
Пресвятая Богородица Успениеһы сиркәүе — элекке Дон Ғәскәре өлкәһе Новочеркасск ҡалаһының православие сиркәүе[1]. Ул Успенский единоверческий сиркәүе тип тә аталған.
Тарих
үҙгәртергәДондағы беренсе единоверческий сиркәүе сиркәү тарихсыһы Н. Снесарев фекеренсә — 1842, ә сиркәү тарихсыһы А. Кириллов раҫлауынса, 1844 йылда Үрге Каргалка станицаһында асылған. Единоверие (бер дин тотоу) православие казактары араһында бик оҙаҡ үҙләштерелгән. Шунлыҡтан өлкәлә бер дин тотоу сиркәүҙәре һәм мәхәлләләре ҙур ҡыйынлыҡ менән XIX быуатта барлыҡҡа килгән.
1872 йылда Новочеркасскиҙың Азов майҙанында (хәҙерге Азов баҙары) Архистратиг Михаил исеме менән аталған ике ҡатлы таш сиркәү төҙөлгән. Быға тиклем сиркәү ағастан булған. Уны Черкасскиҙан Новочеркасскиҙың Архангел майҙанына (хәҙер Киров майҙаны) 1813 йылдың февралендә күсереп алып килгәндәр. Яңы таш сиркәү 1873 йылда изгеләндерелгән. Элекке Архангел Михаил ағас сиркәүе Архангел майҙанында бер нисә йыл буш тороп, иҫкергән. 1879 йылда, епархия етәкселәре күрһәтмәһе буйынса, сиркәүҙе Новочеркасск һәм уның яҡын-тирәһендәге ауылдарҙың мәхәллә кешеләренә биргәндәр. Иҫкергән сиркәү ғибәҙәт ҡылыусылар өҫтөнә емерелеп төшмәһен тип, Ғәскәр наказлы атаманы Н. А. Краснокутский ғәскәр ҡаҙнаһынан ремонтҡа 5 мең һум аҡса биргән. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында сиркәү тағы ла бер нисә йыл ремонтланмаған. Ғәскәр наказлы атаманы Н. И. Святополк-Мирской, 1885 йылда сиркәү йортон ҡарап сыҡҡас, ремонт өсөн һәр төрлө ярҙам күрһәтергә ҡушҡан. Ремонт эштәре бинаны яңынан төҙөүгә ҡарағанда ҡыйбатыраҡҡа төшкән, төҙөлөш өсөн 12 мең һум аҡса талап ителгән. Ғәскәр ҡаҙнаһынан бирелгән 5 мең һум етмәгән, шунлыҡтан ҡалған аҡсаны мәхәллә кешеләре үҙҙәре араһында йыйған. 1886 йылдың 26 ғинуарында бағыусылар советы раҫланған. Ул булған аҡсаға 26 ғинуарҙа иҫке сиркәүҙең тәхетен күсереп килтереп, ваҡытлыса табыныу йортон асырға Дон һәм Новочеркасск епархияһы архиепискобы Митрофандың рөхсәтен алған.
1889 йылда Пресвятая Богородица Успениеһы сиркәүе изгеләндерелеп, Октябрь революцияһына тиклем хеҙмәт иткән. Уның революциянан һуң Донда Совет власы урынлаштырыу йылдарындағы тарихы, ҡасан ябылыуы һәм һүтелеүе тураһында мәғлүмәттәр билдәле түгел.
2015 йылдың майында элекке Пресвятая Матерь Успениеһы сиркәүе урынында Пресвятая Богородица Успениеһы часовняһы (бәләкәй сиркәү) изгеләндерелгән. Унда Пресвятая Богородица Успениеһы иконаһы бар.[2]