Пресвятая Богородица Успениеһы Цаиши кафедраль ҡорамы

Пресвятая Богородица Успениеһы Цаиши кафедраль ҡорамы— Зугдиди һәм Цаиши епархияһының кафедраль ҡорамы, Грузияла боронғо епископ кафедраһы урындарының береһе.

Пресвятая Богородица Успениеһы Цаиши кафедраль ҡорамы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Епархия Зугдидская и Цаишская епархия[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Пресвятая Богородица Успениеһы Цаиши кафедраль ҡорамы Викимилектә

VI—VIII быуатта уҡ ғибәҙәтхана территорияһында епископ кафедраһы була. Епископ кафедраһы исемлегендә 602—610 йылдарҙа Лазиктағы Цаиши епархияһы телгә алына. Цаиши епископлығы телгә алған иң боронғо грузин ҡомартҡыһы булып XXI быуаттарҙың таш тәреһе тора, батша Баграт исеме янында Цаиши епискобы Ефрем да телгә алына.

Тәүҙә ғибәҙәтханала мәхәллә халҡы булып Хобисцкали һәм Энгури араһындағы, Ҡара диңгеҙҙән алып Унагир һыртына тиклем халыҡ тора. Дранда, Моква һәм Бедиа епископаты бөтөрөолгәндән һуң, Смаурзакано халҡы Цаиши епископлығының мәхәллә халҡының өлөшө була.

Хәҙерге көмбәҙле Цаиши ҡорамы XIII—XIV быуаттар араһында төҙөлә. Элек был урында X—XI быуаттарҙың көмбәҙһеҙ базиликаһы булған. Билдәле булыуынса, XI быуаттан алып 1823 йылға тиклем 20 Цаиши епискобы булған, улар араһында иң мөһимдәре Малахия Гуриеля (1612—1639) һәм Григол Чиковани (1777—1823).

Епископ Малахия 1614 йылда ер тетрәүҙән һуң, Цаиши ғибәҙәтханаһын тергеҙеүе һәм тулыһынса яңыртыуы менән билдәле. Епископ Григол Кация III Дадиани ярҙамы менән феодалдар тартып алған сиркәү ерҙәрен кире ҡайтара. Бынан тыш, сиркәү тирәләй стена һәм манара төҙөтә. 1823 йылда Рәсәй хөкүмәте Цаиши һәм башҡа епископлыҡтарҙы бөтөрә. Шул ваҡыттан алып 1879 йылға тиклем бында монастырь була. Монастырь белем таратыуҙың төп урындарҙың береһе була, сөнки уның эргәһендә мәктәп эшләй.

Грузияға большевиктар килеү менән, монастырь ябыла. 1989 йылда Грузия Католикосы-патриархы Илия II фатихаһы менән монастырь тергеҙелә. 1989 йылдан үҙенең вафатына тиклем ҡорам менән дьякон Амиран Шенгелия мөдирлек итә, ул көньяҡ ҡапҡа янында ерләнгән. Әлеге көндә ғибәҙәтханала дьякон Забулон Кобалиа мөдир булып тора.

  • გ.კალანდია «ისტორია საეპისკოპოსოთა ოდიშის» (ცაიში, ბედია, მოქვი, ხობი). თბ. 2004 (Г. Каландиа; Епископ Одишский Тарихы; (Цаиша, Бедиа, Мокви, Хоби); Тбилиси, 2004)